Рәшит Әхтәров. Яҙмышыңа ғәжәпләнмә, Рәми!

Сверстники и собратья по перу

Рәми шәхси тормошта Уралыбыҙҙың иң тәбиғи балаһы, хеҙмәтсеһе лә һәм ошо мөһабәт тәбиғәттең батшаһы, фәрештәһе лә ине. Шиғриәтендә, журналистикала ла шулай булды. Мин ихтирам иткән, хатта яратҡан ижадсылар аҙ түгел, улар ғәфү итһендәр: әҙәбиәттә үҙҙәрен иң һәләтле, хатта бөйөк һанамаһындар. Самими кешелек тойғоларын, уйҙарын тыңҡыслап һыйҙырған Рәми Ғарипов тигән был шиғри державаны Тағанайтау бейеклеге, Ҡаратау ҡалынлыҡтары итеп кенә ҡарағанда ла, башҡаларыбыҙ әле Стәрлетамаҡ янындағы емерелеп бөтөп барған Шәкетау ғынабыҙ бит.
Рәми! Йәштәштәрең егет йөрөгәндә, егерме йыллап элек елек ҡоротоп, ҡаға-ҡаға йөрәк йөгөндөрөп, йәнең йәшәрә барғанда ла тәнең ҡартайып, оло ҡартатайҙар донъяһына китеп бармаһаң, алтмышыңды ла Аҡбуҙ өҫтөндә байрам итер инең, күрше халыҡтарҙың да иҫең китәреп. Эйе, табан аҫтыңдан һандалың алынмаһа ла, түбәң өҫтөндә даими торған оло сүкеш алып ташланыу менән сихри, феникс һоҡланырлыҡ ҡанатлы поэмалар, япон, ҡытай, фарсы классикаһындағы иң-иң гәүһәрҙәрсә шиғырҙар ижад итер инең. Яҙмыш арбаһы һине шул тиклем һелкетте, һикертте, ҡабырғаларыңды һананы, әйтерһең, үлемһеҙ йырсы-батыр Салауатты бөтә башҡортҡа, Уралға бүләк иткән тыуған яғыңдан – таулы-соҡорло, ҡаялы-саялы, ғәләмәт сәләмәт шишмәле юлдарҙан, «Йүрүҙән»дән, «Кәкүк» тауыштарына һуш китеп, ҡайһы ҡабырғаң һынғанын һәм һына яҙғанын тоймай ҙа ҡалғанһың... Үҙең бер әйткәнсә, Әй, Йүрүҙән ярында тыуғанһың шул һин, иң ырыҫлы өйҙә. Ояң һинең, һандуғастарҙыҡынса, халыҡ, милләт көйҙәренә, моңдарына тулы булған.
Унынсы йәшеңдә һинең бала саҡтың сағыу биҙәктәре тулы Бөйөк бәхетеңә яуыз Мефистофель (башҡортсаһы Мәлғүн шайтан) һәм уға йәнен һатҡан Фауст ғазраилдары-гитлерсылар ҡул һуҙҙы. Өйөгөҙҙә иң «өлкән» ағай-әсәйеңдең уң ҡулы – таянысы булып ҡалдың һин. Илгә ниндәй ҡара ҡайғы, үгеҙ муйынын ҡанға сейләндергән ҡамыт йөгө (әгәр артығыраҡ булмаһа!), барын да татыныҡ беҙ... Республикабыҙ беренсе мәктәп-интернатында тәрбиәләне һине етемдәр йорто. Беҙ уны оло бәхет һананыҡ. Ҡайнар һыуҙа аҙашып йөрөгән әсе кәбеҫтә һурпаһын йәлләмәнеләр унда.
Рәсәй һәр саҡ жандармдары менән дан тотто. КПСС түрәләрен, КГБ, МВД әфәнделәрен, бөтәһенең һанын алып, һанды уларҙың йәшерен ялсыларына (йәғни тәбиғәте менән ялағай карьеристарынан тыш, «намыҫлы» бутаубаштарға – түрәплутократтарҙың эшмәкәрлегенә бик балаларса ышаныусы тоғро фанатиктарға) арифметик ғәмәл менән ҡабатлап ҡара – Помпейҙың һуңғы көнө зил-зиләһе лә емерә алмаҫ репрессив аппарат барлыҡҡа килә. Уны тик Куприндың Молохы менән генә аңлатып булыр. Үҙ юлында был Молох, гигант тирмән ташы, бөтә нәмәне иҙә, ҡомға, саңға әйләндерә. Ошо Молох, Рәми, һине 40-та уҡ 70 йәштәгегә әйләндерҙе, ә 45-тә бөтөнләй онтаҡланы. Һине, һаулығың Өфө ҡояшындай балҡыған кешене...
Шиғырҙарың һинең, Рәми, һис ҡабатланмаған, киләсәктә ҡабатланыуы мөмкин дә булмаған төрлө сәнғәт тәүшишмәләренең, тәбиғи йәшел шытымдарының шундай бер серле ҡойолмаһы ул – был ҡойолмала, ғәрәп пәйғәмбәре Мөхәммәткә тиклем күп мең йылдар табынған әҙ генә үҙгә юҫыҡлы башҡорт менән болғарҙың уртаҡ тәңреһенең күҙ йәше – йәнташ (янтарь) эсендә батып, ҡатып ҡалған илаһи бөжәктең шәй-күләгәһе, һын-буйы, йөҙ-биле. Уларҙы төрлө яҡтылыҡта һәм йөҙләп яҫылыҡтан байҡаһаң, меңләп төҫкә инеп, аң тойғоларыбыҙҙа иң боронғо ҡобайырҙарыбыҙҙы, моңобоҙҙо, кем ниндәй кәйефтә булыуына ҡарап, йөҙәрләгән көй сығарып торған телебеҙҙе бөтә быуаттарҙағы көнбайыш классикаһына мисәүләп, Шәреҡтең шиғри ынйыларының салауат күперендә (нәжәғәйендә) беҙ ҙә йөҙә, оса, саба башлайбыҙ; ул шөңгөр иретмә бит, бер ҡараһаң, ҡолаҡ ишетмәгән сит-ят «яңы» түгел, ә бөгөнгө башҡорт шиғыр ҡоролошо ҡанундарын да ситкә бырағытмай, уға бер йәмкүрек кенә өҫтәй.
Һин бит, Рәми дуҫым, башҡорт әҙәбиәте өсөн бик күп гәүһәрҙәр ҡалдырҙың, улар, әгәр көнсөлдәр, башҡорттарҙы кәмһетеүсе, яратмаусы, ҡурҡыусылар, импер-мөжәһидтәр, шовинистар, ойошҡан партия-дәүләт плутократияһы, йомшаҡ ҡына әйткәндә, кәртә ҡороп тормаһа, йөҙләтә күберәк булыр ине. Эйе:

Яҙмышың яҙыҡ булды:
Ят ҡандар ҡаҙыҡ булды –
Уй-тойғоң – беҙҙе бер иткән,
Ут биргән аҙыҡ булды,
Йырҙарың баҙыҡ булды.

Шул түҙгеһеҙ шарттарҙа ниндәйҙер мөғжизә аша үҙеңдең иң ҙур хыялдарыңдың береһе булған журналды – «Башҡортостан ҡыҙы»ңды тыуҙырҙың. Уның тәүге яуаплы сәркәтибе сифатында Кәтибә апайҙан – редакторҙан башлап, кадрҙар тупланың.
Һинең хаҡта, Рәми, Өфө ждановсы-геббельстар шундай яман ғәйбәт тараттылар. Йәнәһе, һин башҡорттан башҡа халыҡтарҙы күрә алмаған тар милләтсеһең. Ғәйептәрен раҫларға бер генә «дәлил»дәре бар: шиғырҙарың шундай ҡыҫынҡы дәүерҙә, аңдар зинданында ситлектәргә һыйышмай, тауҙар, диңгеҙҙәр аша бөркөттәй иркен һәм башҡортса оса ине.
Шунда улар Өфө мюллерҙарына, берияларына ҡәтғи бурыс ҡуйҙылар: «милләтсе»легеңә тере шаһит табырға, ул мөмкин тиклем һиңә тиңдәш-замандаш, яҡташ башҡорт булһын.
Фокус үҙәгенә мин килеп керҙем, башҡа «ғәйеп»тәремде лә табып, ике йыл ярым допростарға һөйрәнеләр, ҡурҡыттылар, әҙер ғәйепләү тексы әйтеп ҡаранылар, килешмәгәс, «шаһит күрһәтмәһе»н машинкала баҫып килтерҙеләр. Ҡул ҡуймағас, миңә хана килде, диссертация яҡлаттыртманылар, фәнни учреждениеларҙың ишектәре бикләнде... «Өфөлә һиңә йөксөнән башҡа эш булмаҫ! Уныһы ла күҙәтеү аҫтында», – тинеләр. Фатирҙы ҡалдырып, ауырыу әсәйемде йөкмәп, киттем тыуған яҡҡа, ниндәй фәндән ҡайһы мәктәптә уҡытыусы етешмәй, шуны ҡапларға. Өсәр сменала эшләгән уҡытыусыны, пропагандист һәм агитаторҙы, ауыл сәхнәһенән һирәк кистә төшөүсене халыҡ яратты. Шуға властар ҙа байрам һайын грамота, юбилей миҙалдары биргеләргә мәжбүр булды.
Һиңә лә ҡаты эләкте, Рәми. Тик һин аҙаҡҡаса түҙҙең. Мәскәүҙә лә абруйы ҙур булған бер халыҡ шағирыбыҙ Юрмаланан йылы хат яҙып өлгөргәйне шул. Һөрәнгә тиклем «Йүрүҙән» баҫылып, үҙән асылып өлгөргәйне.
Беҙҙең һүрәттәрҙә ике уртаҡлыҡ бар ине: линейкалай тура төшкән ҡалҡыу оло танау ҙа, күҙҙән алыҫ түгел оҙон ҡара ҡаштар. Һуңғыларының хәрәкәт айырмаһы һинең файҙаға ине. Мин нәфрәтте түгел, саҡ ҡына көйгәнлекте, ризаһыҙлыҡты, хатта арығанлыҡты йәшерә алманым: ҡаштарым төйөрөлөп, күҙҙе ҡаплап төшә лә тора ине. Дөрөҫ, һинең дә ул мәлдәрең була ине. Ләкин дошмандарың һиңә тура уҡ атҡанда ла, нигеҙһеҙ ғәйеп-бысраҡ ырғытҡанда ла, ҡаштарың һәленмәне – киреһенсә, айҙай түңәрәкләнеп күтәрелә лә, нисектер яңғыҙы тере ҡалған йыртҡыс динозаврға ғәжәпләнгәндәй, маңлайыңда бала саҡтан уҡ килгән ике ярым йыйырсыҡ йоратын 3–4 үҙәнгә әйләндерә лә араларын Ҡаратау, Ирәмәл, Йүкәтау итеп күтәрә ине.
Хатта бер башкирофобтың, КПСС өлкә комитеты аша әҙәбиәткә профессор-доктор булып килгән шағирҙың: «Уның теленә кем тейә? Ул темаға шиғыр яҙырға кемдең хаҡы бар? Ниңә ул милләтсе лозунгылар ташлай?» – тигән тәнҡитенән һуң да йөҙөң ҡарайманы, ирендәрең ағарып, динозаврға ғәжәпләнеп йоморайған ҡаштарыңды яҡтырта төштө.
Бөтә йылғаларға, айырыуса Әйгә, Йор Үҙәнгә ғашиҡ инең, иҫең китеп, сәғәттәр буйы ҡарап торор инең туғайҙан. Бәй, йылғаны яратмаған башҡорт була тиме! Элек танышыр өсөн башҡорт: «Һин ниндәй һыуҙы әсәһең?» – тип һорар булған. Иген, малдан ҡалған бөтә ваҡытын башҡорт һыу өмәләренә бағышлаған. Күләгәләү, быуалау, ҡыҙҙар һыулығы («Ҡыҙҙар һыулығы»на барып йөрөгән ир-ат затын тотоп туҡмағандар, мәсхәрә иткәндәр, көлгәндәр. Унда тик бик кәрәк булғанда ауыр эшкә ысын егеттәрҙе генә өмәгә саҡырғандар), шамбылыҡ, бәрҙелек төбөнә күнәктәр менән ваҡ йоморо таштар өйөп, шундай күп һыулауҙар башҡорттар ҡулы менән яһала ине. Йылғаларың һинең – әлегәсә һаҡланған, йәиһә икенсе исеме булған атамалы Алыҫ Көнсығышта Уссуранан башлап, Яҡын Көнсығыштағы Барыс-Сура (Тигр) менән Арыс-Сураға (Евфрат) тиклем башҡорттар һәм улар менән күрше хәрәкәт иткән ҡыпсаҡ-булғарҙар тарафынан яҙып ҡалдырылған тарих мейеһендә бер бормасай улар. Шуға халҡыбыҙ һинең бер йылғаға булған изге тойғоңдо ла («Йүрүҙән») гимн кеүек телһеҙ-тынһыҙ тыңлай бит.
Талант та, рухи көс тә ғүмер кеүек тигеҙ бүленмәй шул (мин ысын гәлсәр-ынйыларҙы ғына иҫәпкә алам). Һинекенән уҙҙырған бер шағирҙы ғына күрһәтә алам. Ул һин дә, мин дә ҡыуанған Мостафа ағай Кәримов. Тик уның өлөшөнә төшкән һуғыш ваҡытын, Кох «таяҡсаһы»на ҡаршы көрәшен ҡушып һанауҙан арынып торһаҡ, заман уға һиңә һуҡҡандай кинәт-киҫкен киҙәнмәне генә түгел – КПСС-тың «талантты хәстәрләү» даны хаҡына бер ни тиклем «ҡалъя» – ташламалар ҙа, өс тиҫтәнән ашыу ғүмер ҙә бирҙе. Беҙҙең хаҡҡа!
Хаҡ ташлама: беҙҙең өсөн дә кемдер яҙырға тейеш ине. Ас беттәй ҡомһоҙ Рәсәйҙе мул туйындырған, икмәк, ит, һөттө, йөрәк ҡанын – нефтте, үпкә һауаһын уға беҙҙең ишеләр – меңдәр биргән «край»ҙан берәүҙе лә суҡайтып күрһәтмәү, күтәрмәү – үтә күренеүсән яланғаслығы менән плутократияны фашлар, йөҙҙәрен асып сәхнәгә баҫтырыр ине... Был юлдарҙы дуҫ күргәндәр, Рәми, Мостай ағайҙың ижадын кәмһетеү тимәҫтәр ҙә, сөнки Мостай Кәримдең урынына алтмышлата алтын шарттар менән ҡуй – килде-киттеле Шомбай яҙа алмаҫ ине. Билләһи!
Һиңә һуңыраҡ та маңлайҙы йыш йыйырсыҡландырырға тура килде... «Аманат» поэмаһы (тәү исемдәрҙең береһе, русса «Поклонение») сирек быуатҡа ситлеккә тығылды. Шиғырҙарыңдың халыҡҡа бара торған юлына кәртәләр генә түгел, баррикадалар ҡоролдо. Әммә был хыялыңдың тормошҡа ашыуы ла ғорурландыра беҙҙе: хәҙер башҡорт йәки башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙары рельстар күтәреп махсус кейем кейеп йөрөмәйҙәр. Ирҙәр генә үтәй алырлыҡ ауыр физик эштәрҙе, халыҡтың йәшәү-йәшәмәүе хәл ҡылынған йылдарҙы иҫтән ысҡындырып торһаҡ, тәбиғәткә ят хеҙмәтте үтәү юҡ инде хәҙер. Бер көн һин, командировканан килгәс, ғәҙәттә булмағанса ҡылыҡ күрһәттең: керпектәрең дымлана төштө, ғүмергә бер микән, өҫтәлгә һуҡтың да, моңһоу йылмайып: «Их, берәй сәғәткә Алла булаһы ине! – тинең. – Мин уларҙы шағирә һәм фәрештә итеп бөтөр инем...»
Күңел ораныңды – башҡорт ҡыҙҙары донъяла иң һаҡ ҡолаҡ икән! – ишеттеләр ҙә, иш иттеләр ҙә: һин ойошторған, беҙ йөҙәрләп хат яҙышып булышҡан «Башҡортостан ҡыҙы»н етәкләүсе Гөлфиә Иҙелбаеванан башлап, тағы ла йәшерәк шағирәләргә ҡара: шиғриәт күгебеҙҙе ҡабатланмаҫ төҫтәргә биҙәп, күпме тиҫтәләрсә Зөһрәләребеҙ, Таңсулпандарыбыҙ бар! Бер-береһенә һис тә оҡшамаған үҙ шиғри Гөржестанының мәңге һылыу ҡыҙ батшалары Тамаралар! Беҙҙең Күңелстан күге шау йондоҙҙар икән дә, әй!
«Ҡайҙа булды Рәми?» – тип һорайҙар ине минән күптәр. Ә һин күккә тиҫтә ярым йыл йондоҙҙар алып менеп, элеп йөрөгән икәнһең.

Рәшит Әхтәров,
1993 йыл, 26 март