Рауил Шаммас. Яҡты рухлы шәхес
Йәштән үк әҙәби донъяға килеп, үҙ урынын алған, үҙ тиҫтерҙәрен һәм кесерәктәрҙе тирәһенә туплаған шағир Рәми Ғарипов менән мин һуңыраҡ осраштым. Әммә уның менән күп аралашып, әҙәбиәт донъяһындағы яңылыҡтарҙы бергә бүлешеп йәшәргә тура килде. Аҙналар буйы бергә райондарҙа йөрөгән саҡтар ҙа булды һәм уның өс китабы минең мөхәррирлек имзаһы менән сыҡты. Шуға күрә әйтер һүҙем бар минең уның хаҡында.
Алыҫтаныраҡ башлайым. Өфөлә уҡымағас, әҙәбиәткә килгән күп шағирҙар, яҙыусылар кеүек, университеттың әҙәби түңәрәктәрендә ҡайнап, йәштән үк оло яҙыусылар менән аралашып йөрөмәгәс, миңә әҙәбиәт донъяһына һуңлап килергә тура килде. Бөтә теләк уҡытыусы булыу, ғүмерҙе мәктәпкә арнау ине. Стәрлебаштың беренсе урта мәктәбен миҙалға тамамлап, Ҡазан университетына имтиханһыҙ барып керергә тигән уй менән ауылда ҡайһы бер хужалыҡ эштәренә сумып йөрөй торғас, йәй үткән дә киткән. Миҙал ваҡытында килмәне, Ҡазанға китәлмәнем. Юғары уҡыу йорттарына инеүҙең һуңғы сиге килеп терәлгәс, «Юҡ, уҡымай ҡалмаясаҡмын», тип Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының тарих бүлегенә килдем дә имтихан бирҙем. Милли мәктәптәргә рус теле уҡытыусылары әҙерләү буйынса яңы асылған бүлеккә рус теленән һәйбәтерәк белгән студенттарҙы тоттолар ҙа күсерҙеләр. Мин дә шул төркөмгә эләктем. Быға ла әллә ни иғтибар итмәнем: «Уҡытыусы булғас – уҡытыусы, ярай, уҡырмын», – тинем.
Дөрөҫ, унда башҡорт бүлегендә танылған шағир Хәким Ғиләжев ағай уҡыта, шиғырҙары әленән-әле стена гәзитендә баҫылып торған Ноғман Мусин уҡый. Ни өсөндөр шунда улар менән ныҡлап аралашып кителмәгән. Мин бит ул саҡта ла үҙем өсөн генә шиғырҙар яҙа инем. Институтты тамамлап, мәктәпкә уҡытырға киткәс тә был ғәҙәтте ташламаным.
Тора-бара шиғырҙарым район һәм республика матбуғатына ла барып керҙе. Йыйынтыҡ әҙерләп Өфөгә килдем. Ундай саҡта кеше иң тәүҙә танышын эҙләй. Мин дә «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияһында эшләүсе Ноғман Мусинды, Стәрлебашҡа килгәнендә миңә, йыйынтыҡ әҙерләп, секцияға алып килергә кәңәш биргән Маҡсуд Сөндөклө ағайҙы барып таптым. Журнал редакцияһында Рәми Ғарипов менән таныштым. Ул да минең йыйынтығымды уҡып сығырға булды.
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙманылар, шул көндә үк йыйынтығымды уҡып сыҡтылар ҙа икенсе көндө үк секция ултырышын йыйҙылар. Маҡсуд Сөндөклө һәм Баязит Бикбай ағайҙар, бындай «хөкөм залы»на тәүләп килгән кешенең күңелен китмәйек типме икән, шиғырҙарымдағы ыңғай яҡтарҙы, «халыҡтан килгән»емде һыҙыҡ өстөнә алып, «яҡлабыраҡ» һөйләнеләр. Рәми бик принципиаль булды. «Башҡаларҙы ҡабатлаған», «артыҡ ябайлыҡ менән сирләгән» шиғырҙарымды исемләп күрһәтте. Әммә «үҙемдән артыҡ йыраҡ китмәҫкә лә» кәңәш бирҙе. «Был килеш йыйынтыҡ бармай», – тине, тура әйтте. Әммә ошо «татар Рауиле лә әҙәбиәткә киләсәк», – тип тә белдерҙе. Күпме ғүмер үткән, ә бөгөнгөләй барыһы ла күҙ алдымда. Ҡыҫҡаһы, был ултырыш минең өсөн бер мәктәп булды.
Китапты үткәрмәһәләр ҙә, күңелем ҡырылманы. Ноғман Мусин: «Тәүге белен шулай төйөрлөрәк була инде ул. Барыбер «йыуабыҙ». Был һинең өсөн ваҡиға», – тине. Киттек «йыуырға». Ноғман, Рәми, Марат Кәримов, тағы кемдәрҙер йүнәлдек. Ҡайҙа барғанды белмәйем әле. Ике ҡатлы ағас йорттоң бер бүлмәһенә барып керҙек – был Рәмиҙәр фатиры булып сыҡты. Хужаның хәләл ефете беҙҙе һүҙһеҙ генә ҡаршы алды. «Яңы авторҙың йыйынтығын йыуабыҙ, Надя», – тигәс, хужабикә таба шыжлатырға кереште. Беҙ өҫтәл тирәһенә йыйылыштыҡ. Секциялағы һүҙҙәр был урында йылыраҡ һәм уғата өмөтлөрәк кимәлдә дауам итте.
Өфөгә «Кызыл таң» гәзите редакцияһына эшкә килдем. Секретариатта эшләү шаҡтай тығыҙ булһа ла, поэзия секцияһы ултырыштарын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Минең яңынан эшләгән йыйынтығымды тағы ла тикшерҙеләр ҙә китап итеп сығарыу өсөн нәшриәткә тәҡдим иттеләр. Тик ул дүрт-биш йыл үткәс, 1967 йылда ғына, Хәким Ғиләжевтең эске рецензияһы менән «Таң йылмайыуы» исемле китап булып донъя күрҙе.
Һуңыраҡ, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләү дәүеремдә, Рәми Ғарипов менән йыш осраша торғайныҡ. Йыйылышып китаптар тикшерәбеҙ, бергәләшеп райондарға сығабыҙ.
Бигерәк тә Федоровка районында йөрөгән мәлдәр ныҡ иҫтә ҡалған. Йылы август айы ине ул. Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев аҙна буйы күмәкләшеп йөрөнөк. Көндөҙҙәрен йәйләүҙәрҙә, сөгөлдөрсөләр янында, кистәрен клубтарҙа сығыш яһайбыҙ.
Беҙҙең сығыштар район үҙәгенә яҡын ғына, урман ҡуйынына һыйынып ултырған Аҡбүләк ауылынан башланды. Ул ауылдың элекке исеме Ҡарамунса. Шуны әйткәс, Рәми хужаларға: «Ҡараны ағартҡанһығыҙ – һәйбәт булған», – тип тә ҡуйҙы.
Гәзиттә эшләгәндә, был ауылға килеп, очерктар ҙа яҙғас, мине үҙ кеше итеп ҡарайҙар, асыҡтан-асыҡ һөйләшәләр, тәүге тапҡыр килгән юлдаштарымды ихтирам итәләр. Бәләкәй генә ағас клуб тиҙ арала халыҡ менән шығырым тулы булды. Һәйбәт ҡабул иттеләр, яраттылар. Район гәзитендә һүрәттәр менән баҫып сығарҙылар. Гәзитте ҡулға алғас та, Рауил Бикбаев, йылмая биреп: «Наҙандар», – тип ҡуйҙы. Баҡһаң, унда беҙҙең һүрәттәрҙе «тейешле урындарына» ҡуймағандар икән: әле ул саҡта Яҙыусылар союзы ағзаһы ла булмаған мине, унан Рәми Ғариповты һәм аҙашты яҙғандар. Рәми быға әллә ни иғтибар итмәне: «Һине яҡташ итеп яҡын күргәндәр», – тине. Ысындан да, Стәрлебаш менән күрше булғас, Федоровкалылар яҡташ итеп ҡарайҙар. Шулай ҙа миңә уңайһыҙ ине был хәл.
Ул саҡтағы парторгтар, күберәк ит, һөт тураһында уйлап, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт әлкәһендә һайыраҡ йөҙәләр ине булһа кәрәк. «Пугачев» совхозында сығыш яһағанда, Рауил Бикбаевтың «наҙандар»ынан тағы бер көлөп алдыҡ. Партком секретарының идеология буйынса урынбаҫары Рауил Бикбаевты, «филология фәндәре кандидаты» урынына «филармония фәндәре кандидаты» тип иғлан ҡылды...
Юлда төрлөһө була инде. Күңелдән юйылмаҫлыҡ иҫтәлектәр күп йыйыла. Әммә Динес ауылында Рәми менән колхоз баҡсаһында ҡурай еләге ашап, һуңынан Ашҡаҙар һыуында һыу инеп, йәшел ярҙа анекдоттар һөйләп ятҡандар, клубтарҙа ашҡынып шиғыр уҡығандар, залдан йәш ҡыҙҙарҙың сәхнәгә сығып, сәскәләр менән күмеүе һис тә онотолмай – кешеләрҙең ысын шиғриәтте аңлап, ысын йөрәктән рәхмәт әйткәндәрен күреп, ҡыуаныу мәлдәре ине был.
Рәмиҙең дуҫтары һәм уның талантын ихтирам итеүселәр күп ине. Ғаиләләре менән аралашып, бер табаҡтан ашап йөрөгәндәре лә байтаҡ булды. Мин ундайҙарға кермәйем. Күберәк эш буйынса, нисектер, күңелдәрҙең тура килеүе осраштырҙы беҙҙе. Партия өлкә комитеты, рәсми властар Рәми Ғарипов ижадына шикләнеп, һағайып ҡарай башланы. Йәнәһе, «партия ҡушҡанса ғына йәшәмәй, үҙенсә уйлай, үҙенсә яҙа». Быны мин бөтә йөрәгем менән аңлай, тоя инем. «Юғарылағылар»ға ҡаршы һүҙ әйтеп ҡара – шунда уҡ аяғыңды ҡырҡырҙар. Әлеге йәштәрҙең күбеһе ул заманды һаман аңлап еткермәйҙәр. Шул саҡта нәшриәттә эшләгән кешеләрҙе ғәйепләп булашалар. Ҙур хата был. Өҫтән килде «тыйыуҙар»ҙың бөтәһе лә.
Китап нәшриәтендә эшләгәндә Рәми үҙе иҫән саҡта сығарған иң һуңғы «Миләш-кәләш» китабының мөхәррире булырға тура килде миңә. Ҡулъяҙмаһы шаҡтай ҡалын ине. Уны миңә беркеткәс, Рәми, күңеле бер аҙ тынысланып: «Ярай һиңә биргәндәр әле, ныҡ тырышһаҡ, бәлки, сығарырбыҙ ҙа был китапты», – тигәйне. Нисектер, ул миңә, «татар Рауиле»нә ышанып ҡарай ине. Мәгәр «Миләш-кәләш» китабы беҙҙең сәстәрҙе байтаҡ ағартты. Әммә барыбер беҙ уның донъя күреүенә ирештек.
Бына әле китаптарым араһынан «Миләш-кәләш» китабын ҡарап алдым. Рәмиҙең үҙ ҡулдары менән сигналь данаға, уның тәүге битенә: «...Рауил дуҫҡа, ҡәләмдәшкә һәм был китаптың редакторына, бик ауыр тыуған баланың бик түҙемле кендеккәйенә. 16.10.74» – тип яҙған юлдарҙы уҡыйым.
Ә шағирҙың «Миләш-кәләш» балаһы ысындан да бик ауыр тыуҙы шул. Быны Рәми үҙе лә, китаптың «кендеккәйе» ошо фәҡирегеҙ ҙә еңел кисермәне. Һис арттырмайым, һәр төрлө кәртәләргә ҡаршы көрәшмәгән булһаҡ, уның бөтөнләй сыҡмай ҡалыуы ла ихтимал ине. Был турала нәшриәттең ул саҡтағы баш мөхәррире Әмир Гәрәев тә әйтеп бирер. «Миләш-кәләш» ҡулъяҙмаһын күтәреп партия өлкә комитетына биш тапҡыр керергә тура килде миңә. Яңынан кереүемә өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире Клара Төхфәтуллина һәм матбуғат секторы етәксеһе Рим Усманов ҡулъяҙма биттәре араһына күп һанлы ҡағыҙҙар ҡыҫтырып ҡуйған була. Рим Усманов менән элек «Кызыл таң» гәзитендә бергә эшләгәс, иркенерәк һөйләшәм. Юғиһә ул саҡта властарға ҡаршы һүҙ әйтеп ҡара, иманыңды уҡытырҙар.
Ҡулъяҙма биттәре араһына «Күңел төшөнкөлөгө аңҡый», «Есенинщина...», «Бармай...» тигән һүҙҙәр яҙып ҡыҫтырылған була. Бәхәсләшәм: «Рим, – мин әйтәм, – ниңә шиғырҙарға бәйләнәһең? һин бит шиғырҙың «ш» хәрефен дә аңлап етмәйһең», – тим. Ә ул: «Минең вазифам шундай. Мин ҡарарға тейешмен. Бындай күңел төшөнкөлөгө менән яҙылған нәмәләрҙе үткәрә алмайым», – ти, йөҙөн һытып.
Китап донъя күрһә лә, шаҡтай йоҡарып сыҡты. Әммә Рәми шуға ла ҡыуанды. Нәшриәткә шылтырата. Мин һөйөнсө алам: «Сыҡты бит «Миләш-кәләш». Сигнал данаһы килде», – тим. «Бөтәгеҙ ҙә ҡайтып китмәй тороғоҙ, хәҙер барып етәм», – ти. Башҡалар китте. Беҙ Ғәлим Дәүләтов менән икәү генә көтөп ҡалдыҡ. Рәми сумкаһына беҙ, ирҙәр халҡы, яратҡан әсе-сөсөнө тейәп, килеп тә етте. Өсәүләп «Театр кафеһы»на барып, шатлыҡ уртаҡлашырға ултырҙыҡ. Унан сыҡҡанда ла ҡалғайны әле «шатлыҡ бүлешкес». Ғәлим: «Ҡатын көтә», – тип, ҡайҙалыр ашыҡты. Беҙ Рәми менән, таксиға ултырып, Новостройкаға, минең өйгә йүнәлдек. Итле аш бешкәйне. Тағы һөйләшеп ултырҙыҡ. Алтмышынсы йылдарҙа, минең тәүге йыйынтыҡты тикшергәс, Ноғман Мусиндар менән уның фатирына барып «йыуғандарҙы» хәтерләнек. Йоҡлап ҡайт, тип ҡыҫтаныҡ. Әммә ул өйөнә ашыҡты: «Юғалтырҙар», – тине. Ул саҡта фатирҙарҙа телефондар ҙа самалы ине шул. Төнгө сәғәт берҙә оло улым Хәлил менән уны таксиға ултыртып оҙаттым. Китабының берҙән-бер данаһын бүләк итеп китте. Был китаптың тәүге битендә «16 октябрь, 1974 йыл» ине...
Бергә ултырғандарҙы һағынып, быларын ентекләп һөйләгем килде. Уның менән бер һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер ине. Ҡайһы бер тар күңелле кешеләр Рәми Ғариповты милләтселектә ғәйепләргә аҙапланды. Дөрөҫ, ул үҙ милләтен үлеп яратты. Шулай булыуы бик тәбиғи, үҙ милләтен яратмаған шағир ысын шағир булалмай. Әммә Рәми, ҡайһы берәүҙәр уйлаған мәғәнәлә милләтсе түгел ине.
Беҙ уның менән бик йылы мөнәсәбәттә булдыҡ. «Татар Рауиле» тип йөрөтһә лә, әсәйемдең башҡорт ҡыҙы икәнлеген белмәһә лә (быны, ниңәлер, уға әйтмәнем дә, хәйер, ундай ваҡлыҡтарҙан өҫтөнөрәк ине беҙҙең мөнәсәбәттәр), мине башҡорт шағиры һанап, ижадымды ихтирам итеп ҡараны. Күптән түгел Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп алынған Ҡадир Әлибаев минең ижадыма Рәмиҙең ниндәй баһа биргәнлеген асыҡ әйтер. Тәүге осрашыуҙан уҡ шулай булды – бөгөн инде арабыҙҙа булмаған һәм бөгөн халҡыбыҙ халыҡ шағиры тип ҙурлаған ошо бөйөк әҙиптең күптәр аңлап етмәҫлек ғәжәп көслө тойомлау ҡеүәһе бар ине.
Шағир үҙе вафат булғас, уның шаҡтай тулы күләмле, бына тигән биҙәкләүҙә донъя күргән «Йондоҙло уйҙар» һәм «Умырзая йыры» китаптарының да мөхәррире булыу бәхете тейҙе миңә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙе бөтә республикабыҙ күтәреп алған шул китаптарҙы ла күрә һәм халыҡ шағиры тигән юғары исемен дә ишетә алманы. Иҫән ваҡытында хаҡһыҙ рәүештә ҡыйырһытһалар ҙа, ябай ғына костюмдар кейеп йөрөһә лә, ҡасандыр үҙен баһаларҙарына ышана ине ул.
Мин был яҙмамда ысын мәғәнәһендә ысын оло талант эйәһе тураһында иҫтәлектәремде һөйләп үткем килде. Уны үҙе менән аралашып, утын-һыуын кисергән иҫәндәр әйтмәһә, бөгөн уның шәүләһенә төрөнөп, үҙҙәренең юҡ нәмәләрен күккә күтәрергә маташып йөрөүселәр әйтмәйәсәк һәм ундайҙарҙың быға хаҡы ла юҡ. Бөгөн дә, замандың бик ҡатмарлы мәлендә лә, аҡыллы егеттәр етерлек – улар мине аңларҙар, тип уйлайым. Рәми Ғарипов үҙ заманына, улай ғына ла түгел, киләсәгенә матур эҙ ҡалдырған яҡты рухлы шәхес ул. Ә яҡты рухҡа бер ниндәй яһалмалылыҡ та, ҡыланыуҙар ҙа, мәкер ҙә йәбешмәй.
Рауил Шаммас,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре