Сөләймән Муллабаев. Унан ҡалған ҡомартҡы
Йылдар уҙа барған һайын, күренекле шәхес, шағир Рәми Ғарипов үҙен ныҡ һағындыра. Миндә уның ҡәҙерле ҡомартҡы булып автографлы «Аманат» китабы һәм илле йәшем менән ҡотлап яҙған шиғыры һаҡлана. Юбилейыма яҙыусы Хәкимйән Зарипов менән бергә килгәйнеләр ул саҡта. Мәрхүмдең фәһемле бер генә шиғыры ла юғалмаһын, тигән уй менән, мин быны иҫтәлектәр китабына тәҡдим итәм.
Сөләймән Муллабаев
Ырымбур әлкәһе
Сөләймән ағайға, илле йәшең менән!
Тау ектәре менән сурғыларҙан
Баш ала ла алғыр йылғалар,
Бер үҙәнгә төшөп алҡынһалар,
Тау-ташты ла һуғып йығалар.
Яңғыҙ йылға, күпме ярһымаһын,
Ҡушылмаһа уға иштәре,
Һаҙамыҡҡа ҡойоп, юлын ослай,
Түңгәктәргә күмә эштәрен.
Тау-таштар күп, дуҫым, юлыбыҙҙа,
Яңғыҙ ҙа ла яңғыҙ аҡмайыҡ;
Илгә инселәгән изге көстө
Һаҡлашайыҡ бергә ап-айыҡ.
Күптәрҙән бер ҡәләмдәшең Рәми Ғарипов
1974 йыл, 10 октябрь