Зөһрә Ҡотлогилдина. Буранлы февраль

Сверстники и собратья по перу

Бына тағы ергә февраль айы килә. Рәми ағай Ғариповты донъяға алып килгән һәм донъянан алып киткән февраль. Буранлы февраль. Рәми ағайҙы иҫкә төшөргәндә, ни ғәжәптер, һәр ваҡыт йәнәшәһендә буран оҙатып йөрөй. Әллә яҙмышы ел-дауыллы бурандарға оҡшаш булғанғамы икән?
Хәтеремдә, мин тәүге курста уҡығанда «Шоңҡар» түңәрәгенең бер төркөм ағзалары, баҙарға инеп, әллә өс бөртөк, әллә биш бөртөк нәркәс сәскәһе алдыҡ та «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына, ул саҡтағы Октябрь проспектындағы бинаһына, Рәми ағайҙы тыуған көнө менән ҡотларға киттек. Ошо сәскәләргә Рәми ағайҙың һөйөнөүҙәре! Бөтә редакция хеҙмәткәрҙәре менән сәй эсеп, шиғыр һөйләшеп ултырҙыҡ, ҡайтырға сыҡҡанда буранлап ҡар яуа ине...
Башҡортостан ауыл хужалығы институтындағы шиғыр кисәһе лә иҫтә. Уны ла беҙ, шоңҡарсылар, ойошторғайныҡ. Шунда Рәми ағай утыҙ етенсе йыл тураһындағы «Табыныу» поэмаһын һөйләне. «Бер ҡайҙа ла баҫылмаған, бәлки, баҫылмаҫ та...» – тип башлағаны әле ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора. Был ысын мәғәнәһендәге дауыллы кисәнән сығыуыбыҙға тәбиғәт тә беҙҙе ҡарлы бураны менән ҡаршылағайны. Дәүләт именлеге һағында тороусы ҡайһы бер кешеләр ҙә төнө буйына һәм иртәгеһенә студенттарҙан поэманың ҡайһы юлын иҫтә ҡалдырғанын һорашып, юллап, яҙып йөрөгән. Билдәле, ул дауылдар Рәми ағай өсөн эҙһеҙ үтмәгәндер...
Тағы бер буранлы кисә. Редакцияла поэзия секцияһы ултырышы бара. Рәми ағай бик ихлас ярҙам иткән бер шағирәнең ҡулъяҙмаһы тикшерелә. Баштан уҡ шағирға һүҙ бирмәксе булдылар. Ул өҙөп кенә: «Юҡ, мин һөйләмәйем», – тине. Секция барышы буйына гел аҫҡа ҡарап ултырҙы. Кешеләрҙең нимә һөйләгәнен дә тыңламай кеүек. Әйтерһең дә, уйҙары менән икенсе бер донъяла йөрөй. Үҙе бик етди. Был тынлыҡ нисектер ҡурҡыта ла ине хатта. Әлеге шағирә ижадына һәм яҙмышына Рәми ағай һис кенә битараф түгел ине лә баһа. Ниңә бер һүҙ ҙә әйтмәй икән? һәм бына ул тороп баҫты: «Мин бөгөн бер нәмә лә һөйләмәҫмен, тигәйнем. Ләкин түҙмәнем...». Рәми ағай бер кем дә әйтмәгән тәнҡитте, тура һүҙен, ғәҙел һүҙен, көткән өмөттәрен аҡламаған үпкә һүҙен, хатта рәнйеү һүҙен, бер тында әйтте лә һалды. Был юлы инде беҙ башты ҡалҡытырға ла ҡурҡып, оялып, аҫҡа ҡарап ултырҙыҡ. Сөнки уның әйткәндәре ҡулъяҙмаһы тикшерелгән шағирәгә генә түгел, ә беҙҙең бөтәбеҙгә лә ҡағыла ине. Ул әҙәбиәт, шиғриәт алдындағы оло яуаплылыҡ, шағирәләрҙең әхлаҡ йөҙө хаҡында әрнеп тә, әсенеп тә һөйләне. Был уның беҙ белгән һуңғы сығышы булды. Ул кисте лә тышта буранлап ҡар яуҙы...
Рәми ағайҙы һуңғы юлға оҙатҡан көн... Епшек ҡар бураны көн буйына тынманы. Ер менән күк тоташҡан, тиерһең. Бөтә донъя ап-аҡ. Илай-илай, ауыр һулай-һулай, ыңғыраша-ыңғыраша оҙатты ап-аҡ донъя үҙенең аҡ күңелле шағирын. Аҡҡа төрөп оҙатты. Рәми ағайҙы донъяға алып килгән һәм алып киткән февраль...
Рәми ағай ҡәберенән кешеләр өҙөлмәй. Нисә барма, унда тере сәскәләр ята. Бер тапҡыр хатта кемдер сәскәләр араһына ручка ла һалып киткәйне. Ә бына илле йәшен билдәләгәндең иртәгеһенә унда барған кешеләр кемдәрҙеңдер... бысҡы вағын түгеп китеүенә шаһит булды. Мәрхүмдәрҙе мәсхәрәләүҙән дә тартынмай ҡайһы бер бысраҡ ҡуллы, шаҡшы күңелле кешеләр. Шағир рухынан, уның үлемһеҙ йырҙарынан ҡурҡып йәшәгән намыҫһыҙ бәндәләрҙе ер нисек күтәрә тиһең?
Рәми ағай ҡәбере янына шағирҙы бер ҡасан да күрмәгән йәштәр ҙә килә. Шулай бер саҡ йәй көнө яҡташым Баязит ағай Бикбай ҡәбере эргәһендә торғанда, беҙгә табан йәп-йәш бер егет килде лә Рәми ағайҙың ҡәберенең ҡайҙалығын һораны. Үҙе яңы ғына армиянан ҡайтҡан. Бөрйәндән. Ауыл хужалығы институтында уҡый. Хеҙмәттә саҡта Рәми Ғарипов китаптарын үҙе менән йөрөткән. Ундай егеттәр әҙ түгел. Үҙебеҙҙең бер моряк туғаныбыҙҙың, мәҫәлән, Рәми ағайҙың китаптары менән бөтә донъяны тиерлек урап сыҡҡанын беләм. Күп шиғырҙарын яттан һөйләй ул.
Рәми ағай ҡәбере янында беҙ, бер төркөм йәштәр, Салауат һәйкәле эргәһендә үткән тәүге шиғыр фестиваленән һуң да йыйылғайныҡ. Ошонда һәр ҡайһыбыҙ үҙенең берәр шиғырын Рәми ағайға арнап һөйләне. Фестиваль көнөндә шағир беҙҙең менән ине. Артабан да беҙҙән һуңғы «Шоңҡар» ағзаларының Рәми ағай ҡәбере янына килеп шиғыр һөйләүҙәрен ишеткәнем булды. Ошо һәйбәт йола киләсәктә лә туҡталмаһын ине.
...Тереләр араһында аңлау тапмағанда, аптыраған саҡтарымда, ҡыйын мәлдәрҙә мин дә бында килергә күнеккәнмен. Ошо ғәҙәтемде белгәндәр: «Һиңә «теге донъя» ене ҡағылған, ахыры», – тип көлөп тә бөттө. Яҡташтарым Баязит Бикбай һәм Диҡҡәт Бураҡаев, Жәлил Кейекбаев, Рәми Ғариповтарҙың ҡәберҙәренә сәскәләр һалып, улар рухына баш эйеп, күңелемдән улар менән һүҙһеҙ генә һөйләшһәм, шиктәрем таралғандай була. Һорауҙарыма яуап табыла, ығы-зығылар онотола. Ауыр уйҙарҙан арынам. Таҙарынам. Сафланам. Шул уҡ ваҡытта донъя, ғүмер хаҡында уйланам. Киләсәктә нимәләр эшләргә кәрәклеген аныҡ төҫмөрләйем. Шунан, йәһәтерәк эшкә тотонайым, тип ҡайтыу яғына ҡабаланам... Күп осраҡта мин бында яңғыҙым булам. Сөнки ҡайһы бер ҡәләмдәштәргә өндәшеп, алдан килешеп ҡуйһаҡ та, ваҡыт еткәс, ниңәлер береһен дә көтөп ала алмайым. Дөрөҫ, бер ваҡыт Рәми ағай ҡәберенә теге, ул һуңғы тапҡыр тәнҡит һүҙҙәрен әйткән шағирә менән барҙыҡ. Тубыҡтан көрт йырып. Унан алдағы төндә шашып буран ҡоторғайны. Әйтерһең, тәбиғәт тә шулай шағирҙы февраль айҙарында гел буранлап, әрнеп иҫкә ала...
Рәми ағайҙы донъяға алып килгән һәм донъянан алып киткән буранлы февраль көндәрендә мин һәр ваҡыт уның китаптарын ҡулыма алам. Шағирҙың әҫәрҙәре буранлы хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә һәм буранлы уйҙар уйлата...

Зөһрә Ҡотлогилдина,
шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм
киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре