Зиннур Ураҡсин. Йондоҙло уйҙар, ҡанатлы һүҙҙәр

Сверстники и собратья по перу

Рәми Ғариповтың үҙе вафат булғандан һуң сыҡҡан йыйынтығы шиғриәт һөйөүселәрҙең ҡуйын кеҫәһендә урын алды. «Йондоҙло уйҙар» (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979, 239 бит) – шағирҙың иң тулы йыйынтығы, бында, элекке китаптарға ингән әҫәрҙәрҙән тыш, бығаса баҫылмаған байтаҡ ҡына шиғырҙар ҙа тупланған.
Шағир менән яңынан осрашыу уның шиғри донъяһы хаҡында уйланып алырға, таныш шиғыр юлдарын ғәҙәттәгесә хисләнеп кенә уҡып үтмәй, бер аҙ туҡталып торорға мәжбүр итте. Рәми Ғариповтың ижадына ниндәйҙер төплө баһа биреү бурысын бер мәҡәләлә генә ҡуйып булмай, әлбиттә. Йыйынтыҡты уҡығанда тыуған ҡайһы бер уйҙар, күҙәтеүҙәр менән генә уртаҡлашып үтмәксемен.

Рәми Ғарипов шиғриәтенең авторҙың эске донъяһы, бар булмышы менән бер булыуын, үрелеп үҫеүен күрәһең. Уның ижадының күҙгә ташланып торған бер сифаты – һәр шиғырында тиерлек һынлылыҡтың (образлылыҡтың) тойомларлыҡ, иҫтә ҡалырлыҡ баҙыҡ булыуында. Шиғриәттә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булғылай торған һүҙ теҙмәһе менән тыуҙырылған абстрактлыҡ, төҫһөҙлөк уға хас түгел.
Бындай сағыу һынлыҡҡа автор нисек өлгәшә һуң?
Рәми Ғариповтың шиғри образдарының нигеҙендә тәү ҡарашҡа бик таныш тойолған тәбиғәт күренештәре ята: ҡоштар, тау-таш, үлән, йәнлектәр һәм башҡа ғәҙәти нәмәләр аша ул үҙенең уй-тойғоларын аса, ҙур дөйөмләштереүҙәргә ирешә. (Уның шиғриәтенең тәбиғәт менән ҡушылып үҫеүе хаҡында Мостай Кәрим шағирға яҙған асыҡ хатында билдәләп үткәйне инде.) Бының менән шағир һис тә социаль мәсьәләләрҙән ситкә тайпылмай, кешелек донъяһынан ситләшеп, саф тәбиғәткә һыйынырға тырышмай. Киреһенсә, тормоштоң социаль асылын ана шулар аша уҡыусының аңына еткерә. Бөркөт, кәкүк, һандуғас, һабантурғай, болан, аҡ ҡайын, ҡоралай, йондоҙҙар һәм ай, ҡояш – былар барыһы ла ябай һәм таныш. Ләкин Рәми Ғарипов шиғырҙарында уларҙы өпөр яңы төҫ менән балҡыта алды. Бер шиғырында автор үҙенең ошо ғәҙәти мөрәжәғәт итеүен аса һымаҡ:

Эй тәбиғәт, бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла?
Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә
Һинең алда – сабый бер бала.
(«Урал урманы»)

Тимәк, шағир тәбиғәткә сәнғәттең мәңге шиңмәҫ оло сығанағы итеп ҡарай. Беҙ тәбиғәттән көслө, тип, уны ватып-ҡыйратыуға әсенә, тәбиғәт ҡанундарына ярашлы эшләргә, ул хазинаны һаҡларға өндәй. Ошо мотивтар уның «Болан», «Һандуғас таңы», «Ҡушҡайын» һәм башҡа шиғырҙарында асыҡ сағылыш алған.
Тәбиғәткә йәнле ҡарау – билдәле алым, ләкин уны үҙеңсә әйтеп бирә белергә лә кәрәк бит әле. «Көтөүсе» шиғырындағы «йондоҙҙарҙы көтөп арып, түшәгенә ауған ай; йондоҙҙарҙың алтын тояғынан туҙып ҡалған көмөш томандар» кеүек һынлы образдарҙың тойомло икәнен әйтеп тороуы ла артыҡтыр. Бындай юлдарҙы йыйынтыҡҡа ингән бик күп шиғырҙарҙа күрәһең.

Йөҙөп сыҡты ла Ай күк күленә,
Йондоҙ бәпкәләрен эйәртеп,
Һәр береһен таңдар һарғайғансы
Һаҡлап йөрөй ҡош-ҡорт тейер тип.
(«Ай бәпкәләре»)

Китапҡа баш һүҙ яҙған Рауил Бикбаев билдәләүенсә, шағир донъяның һәр бер биҙәгенән йәм таба, тыуған ерҙең һәм тормоштоң һәр күҙәнәгенә хәстәрле мөнәсәбәт күрһәтә. Ә был сифат әсәләр һымаҡ һиҙгер йөрәкле, аҡһаҡалдар кеүек тапҡыр аҡыллы ысын шағирҙарға хас.
Шағир үҙенең заманын тәрән аңланы, замандашының һулышын бөтә нескәлеге менән тойҙо. Ошо тойғоһон ул бер шиғырында аңлатып та бирҙе:

Мин заманым менән ғорурланам,
Юҡ, был түгел һуҡыр ғорурлыҡ.
Бөтә ҡаршылығы, фажиғәһе
Йөрәгемдә алған урын ныҡ.
(«Мин заманым менән ғорурланам»)

Рәми Ғарипов шиғырҙарының халыҡ ижады менән яҡынлығы – уның иң баҙыҡ һыҙаттарының береһе. Күп кенә шиғырҙары ҡобайыр йәки йыр үлсәменә ҡоролған, интонацияһы менән дә халыҡ йырҙарына бик яҡын, хатта ҡайһы бер йырҙарҙың һүҙҙәре лә шиғыр юлдарына инеп киткән. Тик улар ниндәйҙер биҙәк рәүешендә түгел, ә шиғырҙың туҡымаһына мәғәнәһе менән үрелеп үҫкән. «Йыуаса», «Бал-бала», «Һандуғас һайраған була», «Ғүмер» һәм башҡа байтаҡ шиғырҙар ана шундай.

Их, һыу алыуҙарың,
Һыу һирпеп алыуҙарың.
Тик һүндермәй һыуҙарың
Йөрәгем ярһыуҙарын.
(«Ат эсерәм йылыуҙан»)

Күрәһең, шуғалыр инде, уның шиғырҙары йыр кеүек, уларҙың күбеһенә көйҙәр яҙылған булыуы ла һис тә осраҡлы түгел.
Рәми Ғарипов шиғырҙарының йәнә бер үҙенсәлеге – уларҙың тойғо йәһәтенән үтә көсөргәнешле булыуында. Бының менән шағир әйтергә теләгән уй-фекеренең тәьҫирлелегенә өлгәшә. Бына автор поэтик синтаксисының төрлөлөгө, һүҙҙәрҙе һәм формаларҙы үҙенсәлекле итеп ойоштора белеүе менән булдыра.
Уның шиғырҙарында төп фекерҙе биргән һүҙҙе ҡабатлау алымы йыш ҡына осрай. Ләкин ул һис тә һүҙ бутҡаһына әйләнмәй, әйтелгән фекергә уҡыусының иғтибарын көсәйтә.

Ҡайттым. Бөтәһе лә яңы бында:
Яңы урам, яңы буралар.
Яңы йәштәр яңы йырҙар йырлай,
Яңысараҡ тормош ҡоралар,
Яңысараҡ сәсә, уралар...
(«Ауылдаштар»)

Һин үҙең дә умырзая мәллә –
Умырзая тулы аҡланда?
Ҡағылырға хатта ҡулым бармай,
Кит күңелем, кит һин, һоҡлан да!..
(«Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды»)

Тибә, тибә әле, тибә йөрәк!
Ҡараңғыла шуға йыл маям.
(«Уйҙарымды уйлап ята торғас»)

Бер юлдың аҙағында торған һүҙҙе икенсе юлдың башында бүтән төрлө контекст эсендә биреү ҙә фекерҙе көсәйтеү сараһы булып тора:

Шиғыр кеүек булһын тормошоң,
Тормош кеүек булһын шиғырың...
(«Шиғыр булһын бар тормошоң»)

Ләкин мин һаман да сәләм бирҙем,
Сәләмемде алмаһаң да,
Күҙҙәреңә тура ҡараным мин,
Тура ҡарай алмаһаң да...
(«Көтмәгәндә мин дошманың булдым»)

Бер мәғәнә аңлатҡан йәки мәғәнәләре үҙ-ара яҡын булған һәм ҡушар һүҙҙәрҙе йәнәш ҡуйыу фекерҙе көсәйтә, уны төрлө яҡлап тулыландырырға мөмкинселек бирә, тойғо көсөргәнешен арттыра: «Болоҡһой ҙа тора, ҡурҡа күңел» («Һандуғасым»); «Ул яндырып, ул көйҙөрөп бара» («Ауыр һиңә, ауыр күтәреүе»); «Юрай-юрай юлдарыңа ҡарап, көтәм һине, көтәм, кил, иркәм! һыуһап көттөк, сарсап көттөк, ялбарҙыҡ ҡыуан яҙҙа» («Һуңлаған ямғыр») һ. б.
Шиғырҙа әйтелгән төп фекерҙе, тойғоно риторик һорауҙар, ҡапмы-ҡаршы ҡуйыуҙар ҙа көсәйтә... Рәми Ғарипов был алымдарҙы ла бик йыш ҡуллана:

Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла,
Булһын һүҙең айыҡ та,
Уйын-көлкө, – барыһы булһын,
Тик ғәмһеҙлек булмаһын.
(«Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла»)

Бар ғүмерем минең – һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу...
(«Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ»)

Ҡуҙлана йөрәккәйем,
Боҙлана йөрәккәйем,
Мин янғанда, мин туңғанда,
Нишләһен тирәккәйем?
(«Ялбыр тирәк»)

Кесерәйтеү, иркәләү ялғауҙары, киҫәксәләр, өндәш һүҙҙәр, ымлыҡтар шиғырҙарҙағы тойғоно арттыра. Шағир телдең был сараларын бик иркен ҡуллана.
Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай...
(«Һабантурғай»)

Түшкенәһе менән көрттәр ярып,
Ҡайтып еткән ҡантүш турғайҙар.
(«Ҡантүш турғайҙар»)

Беҙ икебеҙ инде ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!
(«Бер йән инек, бергә көлгән инек»)

Сөнки шул ҡайындар араһында
Йәшлек эҙкәйҙәрем ҡайылған.
(«Стәрлетамаҡ»)

Шағир өсөн халыҡ теле – йылан мөгөҙө ингән шиңмәҫ хазина. Шул байлыҡты ул ташып, туҙҙырып ҡына йөрөмәй – уның һәр бөртөгөн ҡәҙерләп шымарта, балҡытып ебәрә.
Рәми Ғарипов халыҡ мәҡәлдәрен шиғыр юлдарында тағатып бирә, шуның менән уларға һалынған тапҡыр мәғәнәне көсәйтеп ебәрә, йә мәҡәлдең йөкмәткеһе менән бәхәскә инеп, уны икенсерәк йүнәлештә үҫтерә.

Кисеү бирмәҫ йылға юҡ-юғын да,
Тик кисеүҙәр эҙләп торманым.
Усындағы сәпсек кемгә шәптер,
Мин артынан ҡыуҙым торнаның.

Ошо дүрт юлға ғына ике мәҡәл сәсмә хәлдә бирелгән: кисеү бирмәҫ йылға булмай; һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырма. Ләкин шағир уларҙы үҙенсә үҙгәртеп ала, шиғырҙы мәҡәлдең йөкмәткеһе менән бәхәсләшеүгә ҡора, яҙмыш тарафынан ҡулына бирелгәнгә риза булмай, һаман эҙләнә: тик ҡомарым торна көҫәй әле, ә сәсемдә инде аҡ ҡылған, тип ҡуя.
Халыҡ әйтеменең мәғәнәһе шиғырҙағы фекергә нигеҙ итеп алына ла артабан үҫтерелә:

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Һыуҙың да юҡ таяуы.
Шул ут менән һыу һымаҡ мин –
Юҡ шәфҡәтем-аяуым.
Иртәгәһё ишәккә тип,
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйған берҙе
Ишәктер тип уйлайым...
(«Уйҙарым»)

Күңел күҙең һинең һуҡыр булһа,
Маңлай күҙең – ботаҡ тишеге.
Мәңге йәшел тормош ағасына
Күңел күҙең менән кил, кешем.
(«Урал урманы»)

Был шиғыр юлдарына һалынған мәғәнә ниндәй мәҡәлдәргә таянғаны аңлатмаһыҙ ҙа күренеп тора.
Рәми Ғарипов – телгә ҡарата үтә һиҙгер шағир, ул һүҙҙең аһәңен, эске яңғырашын бөтә нескәлеге менән тойоп эш итә. Уның һәр шиғыр юлы ҡойоп ҡуйған кеүек, шуға ла шиғырҙары йөрәккә үтеп инә, хәтергә һалына, иҫтә оҙаҡ һаҡлана. Уның шиғырҙарының тел үҙенсәлеге хаҡында ла күп һөйләргә мөмкин булыр ине.
Һәр әҙәби әҫәрҙең (бигерәк тә шиғырҙың) иң матур биҙәктәренең береһе – сағыштырыуҙар. Рәми Ғариповта сағыштырыуҙарҙың бер-ике һүҙҙән торған ябай ғыналарынан алып иң ҡатмарлыларына тиклем бар: ҡылдай бил, ялҡын яулыҡ, йәйғор яға, болоттарҙың аҡһыл муйыны, һүҙ-йәшен, күбәләктәй ғүмер, тасай баш ай һ. б.

Болоттарҙы ярған йәшен һымаҡ,
Сикәмдә сал киткән ялтырап...
(«Сал ҡунғас»)

Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ...

Әйләнгәндәй мең-мең тирмән ташы,
Диңгеҙ геүләй, диңгеҙ үкерә.
(«Тирмәнсе»)

Болоҡһота бынау ҡыйырсыҡ ай,
Ҡош юлы ла ҡырға саҡыра.
Әйтерһең дә кемдер түгеп киткән
Алтын бойҙай ята баҙырап!..

Халыҡ мәҡәлдәре кеүек тапҡыр, төҙөк ҡорошло, кинәйәле байтаҡ һүҙбәйләнештәр һәм афоризмдар тыуҙырҙы ул: әсәм теле – тел ҡәҙере, халҡым теле – хаҡлыҡ теле, аҡыҡтан аҡ юл һ. б.
Йыйынтыҡҡа тупланған шиғырҙар йөкмәткеһе яғынан юғары интеллектуаль кимәлдә булһалар ҙа, теле менән шундай ябайҙар, әйтерһең, халыҡтың һөйләү теленән түкмәй-сәсмәй генә күсереп алынғандар: «Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә», «көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!», «көйөс-көйөс беләм, елдәр иҫер», «туптай ғына сабый был бала», «моронлап килгән бәпкә кеүек сипылдап сыға ҡояш» һ. б.
Улар араһында образлы һүҙбәйләнештәр, фразеологик әйтемдәр ҙә байтаҡ осрай: «тел осона килгән һүҙ» («Диңгеҙ һүҙҙәре»); «ҡуш ҡул менән, дүрт күҙ менән көттөк һеҙҙе аяҙҙа» («Һуңлаған ямғыр»); «балаларым – күҙем ҡаралары, балаларым – йөрәк яралары» («Атай алтыны»); «ил яҙмышын ир муйынына ҡылды ярыр тел бәйләй, ҡырҡҡа ярыр тел бәйләй» («Аманат»); «йөҙ һыуҙарын түгеп, йөҙ йыл буйы» («Йөҙөк ҡашы»); «стиляга тигән буш боғаҙ» («Иңкеш»).
Яҙыусының телгә маһирлығы, телдең эске мөмкинлектәрен тоя белеүе халыҡ ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Оҫталыҡ һүҙҙәрҙе яңы контексҡа ҡуя белеүҙә, уларҙың мәғәнә биҙәктәрен асыу һәм яңы мәғәнәләр үҫтерә алыуҙа ла күренә. Рәми Ғариповтың ижадында бындай үрнәктәрҙе лә байтаҡ табып була.

...Беҙҙең тормош,
Беҙҙең әкиәттәр
Тарих биттәренә оялар...
(«Матурлыҡ»)

Бында дөйөм телдә тура мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәргә күсмә мәғәнә һалынған, бер ҙә тел менән ҡаршылыҡ тыумай. Киреһенсә, был һүҙҙәр тәбиғи яңғырай.
Шағир айырым төбәк өсөн генә хас булған һүҙҙәрҙе лә шиғыр юлдарына индереү юлын таба алды, уларҙың мәғәнәһенә аңлатма биреүҙе шиғырға һалды.

Ос һәнәген ҡулға үҙем тотоп,
Ырғытырмын тотош һүләне
(һүлә тиҙәр беҙҙә күбәне).
(«Ауылдаштар»)

Күп кенә һүҙҙәр бындай аңлатмаһыҙ бирелә, әлбиттә. Шулай булһа ла, контекста улар барыбер аңлашылып тора: сәңгел тауыш («Һандуғас таңы»), соғол олатайҙай («Стәрлетамаҡ») һ. б.

Тау ектәре менән сурғыларҙан
Баш ала ла алғыр йылғалар.
(«Дуҫтарға»)

Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы,
Йә үткәнгә юлын бормай шул.
(«Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ»)

Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәтенә донъяны таныуы, поэтик үҙләштереүе менән дә, тел йәһәтенән дә бик үҙенсәлекле шағир булып инде. Башҡортостан «Китап» нәшриәте киләсәктә уның тулы йыйынтығын (шиғырҙар, тәржемәләр, публицистик мәҡәләләр, көндәлектәр, хаттар һ. б.) сығарһын ине, тигән теләкте өҫтәп йәнә бер әйтке килә.

Зиннур Ураҡсин,
филология фәндәре докторы