Әсғәт Әшрәпов. Йәшлегебеҙ һуҡмаҡтары

Близкие и земляки

Дуҫым, Башҡортостандың ҙур шағиры Рәми Ғарипов тураһында яҙыуы бик ҡатмарлы. Әҙ яҙһаң, бер ни әйтелмәген кеүек, ентекләберәк яҙайым тиһәң, һис тә анһат түгел. Минең уйымса, уның дуҫтарының иҫтәлектәренән үҙенсәлекле шағирҙың, бик үк ябай булмаған яҙмышлы кешенең дөйөм портреты һынланырға тейеш.
Мине уның менән күп нәмә бәйләй. Эш шунда: беҙ икебеҙ ҙә Өфөләге 9-сы республика мәктәп-интернатында (әле Р. Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһы) уҡыныҡ. Өлкәндәрсә төплө фекерләгәне, аҡыллы булғаны өсөн беҙ уны «бабай» тип йөрөттөк. Уның менән Башҡорт атлы дивизияһы эҙҙәре буйлап экскурсияға сыҡҡанда ныҡлап дуҫлашып киттек. Мәскәүҙә, дивизия һуғышҡан ерҙәрҙә, Украинала, Донда, Волгоградта булдыҡ. Экспедицияға запастағы майор, дивизияның бер тармағының политругы Ғәбитов, мәктәп-интернаттың пионервожатыйы Хангилдина, тарих уҡытыусыһы Ғирфанова етәкселек итте. Экспедицияла өлкә комитетының идеология буйынса элекке секретары, полк командиры Байғужа Сәйетғәлиндың улы Франц Сәйетғәлин, партия ҡала комитетының элекке секретары, дивизияның замполиты Хәйруллиндың улы Илдус Хәйруллин һәм аталары һуғышта һәләк булған, яҡындарын юғалтҡан яҡшы уҡыған һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм уҡыусылар – Рәми Ғарипов, Әсғәт Әшрәпов, Ғәлим Урмантаев, Рифҡәт Алғушаев һәм тағы ла бер нисә уҡыусы (оҙаҡ ваҡыт үткәнлектән, исемдәрен иҫләмәйем) булдыҡ.
Был 1947 йыл ине. Рәми шул ваҡытта уҡ бәләкәй дәфтәренән айырылманы, көндәлек, юлъяҙмалар алып барҙы.
Уның йылмайып ҡараған күҙҙәрен әлегәсә хәтерләйем. Ҡайһы мәл ул малайҙарса шуҡ булып та ала ине. Иҫемдә, поезд Мәскәүҙең Ҡазан вокзалына килеп туҡтаны һәм беҙ метроның «Комсомольская» станцияһына барып сыҡтыҡ. Мәрмәр һарай. Йәһәт кенә өйрәнеп алдыҡ. Кешенең әҙ булыуынан файҙаланып (поезд Өфөнән бик иртә килде), Рәми ялтырап торған мәрмәр иҙәндә балаларса ҡыуанып шыуырға кереште... Йыш ҡына ул етди, уйсан булып китер ине. Шундай саҡтарында унын киң маңлайы йыйырсыҡланып ала торғайны.
Ул ҡустыларына ҡарата ла бик хәстәрлекле, ҡайғыртыусан булды. Мәскәу институтында төҙөүсе-инженерға уҡып йөрөгән Рауил ҡустыһы ҡаты ауырып киткәс, Рәми шул тиклем борсолдо. Өҫтәүенә, үҙе лә студент көйө, ауылдан Урал ҡустыһын алып килеп, уны Мәскәү эргәһендәге мәктәпкә урынлаштырып йөрөнө.
Рәмиҙә ҙур яуаплылыҡ та, туғанлыҡ тойғоһо ла көслө ине. Ул Әҙәбиәт институтында бик һәйбәт уҡыны, М. Горький, А. Пушкин исемендәге стипендиялар алды. Ул ҡыҙыҡһынып, донъяһын онотоп уҡыны. Күренекле әҙәбиәт белгесе һәм педагог Н. Поспелов, Рәмиҙең Клим Самгин тураһындағы рефератын уҡып, Горький фәлсәфәһен шул тиклем тәрән аңлауына хайран ҡала һәм уны үҙенә аспирантураға саҡыра.
Тәүге мәлдә Мәскәүҙең юғары ижади уҡыу йорттарында интернат уҡыусылары араһынан беҙ икәү генә инек. Рәми – М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында, а мин Кинематография институтында белем алдыҡ. Һуңға табан беҙгә Рафаэль Сафин, Шакир Янбаев, Рәйес Низамов өҫтәлде. Беҙ бик аралашып йәшәнек, ял көндәрен гел бергә үткәрҙек. Аралашыу беҙҙең өсөн мотлаҡ ине.
Нина Акимовна Шевкунованың бүлмәһе беҙҙең өсөн үҙенә күрә штаб-квартира була торғайны. Ул һуғыш ваҡытында Башҡортостанда йәшәгән. Минең туғандарым уны һәм ҡыҙын аслыҡтан ҡурсалап, үлемдән ҡотҡарып алып ҡала. Шуға ла рәхмәт, ихтирам йөҙөнән ул беҙҙе, башҡорт балаларын, өйөнә саҡыра торғайны. Уны, беҙҙең рухи әсәйебеҙ булды, тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Беҙҙең рухыбыҙ сәләмәтлеге өсөн ул бик ныҡ тырышты. Элекке уҡытыусы Нина Акимовна, ире һәләк булғандан һуң, һаңғырау булып ҡала. Кешенең хәбәрен ирендәргә ҡарап ҡына аңлай торғайны. А. П. Чехов хикәйәләрен шундай матур итеп уҡыр, шиғырҙарҙы яттан һөйләр ине. Беҙҙе музыка донъяһына ла ылыҡтырҙы, музейҙарға ла йөрөттө. Аҙаҡ та бик күп башҡорт студенттары өсөн уның өйө тыуған йорт һымаҡ булды.
Рәми эргәһенә институтҡа йыш бара торғайным. С. Злобиндың, Н. Хикмәттең, Н. Поспеловтың, К. Паустовскийҙың, К. Федин һәм башҡаларҙың лекцияларын тыңланым.
1-се курсты тамамлағас, беҙ уның менән, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ҡушыуы буйынса, халыҡ ижады, этнография материалдары йыйыу өсөн Башҡортостандың төпкөл райондары Баймаҡ, Бөрйән, Белоретҡа командировкаларға сығып киттек. Рәми боронғо йырҙар, легендалар яҙып йөрөнө, мин милли кейемдәрҙе, архитектура ҡомартҡыларын, башҡорт ауылдарындағы өйҙәрҙе, һырлап, биҙәп эшләнгән биҙәктәрҙе фотоға төшөрөп алдым. Бөтә йыйылған материалдарҙы, ҡайтҡас, Фәндәр академияһына тапшырҙыҡ.
Каникулға ҡайтһаҡ, интернатҡа инмәй китмәй торғайныҡ. Бер ҡайтҡаныбыҙҙа, интернаттыҡылар Ағиҙел буйында бесән саба икән тип ишеттек тә шунда киттек. Интернаттың бәләкәй класс уҡыусылары күлдә һыу инә икән. Ҡапыл бер ҡыҙыҡай, хәтерем яңылышмаһа, Нафиҡова ине (күренекле балеринабыҙҙың һеңлеһе), бата башланы. Беҙ Рәми менән һыуға һикерҙек. Рәми оҫта йөҙә. Мин арлы-бирле генә инде. Шулай ҙа ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарҙыҡ. Уға «һыуға батыусыны ҡотҡарған өсөн» миҙалы ла тейеш әле!..
Шулай йәй ҙә үтеп китте. Мәскәүгә китер саҡ та килеп етте.
Поезға ултырҙыҡ. Дөйөм вагондың ҡабырға яҡ һикеһендә ике кешелек урын. Иҫемдә, Мәләкәҫ станцияһында бер биҙрә помидор һатып алдыҡ. Ундай тәмле помидорҙы ғүмерҙә лә ашағаным юҡ, шикелле. Бәлки, шулай тойолғандыр ғына. Икмәк менән помидорҙы туйғансы ашаныҡ та йоҡларға яттыҡ. Һикегә хатта беҙҙең студент кәүҙәһе лә һыйманы. Сиратлап йоҡларға булдыҡ, берәү – һикелә, икенсебеҙ һике аҫтында, иҙәндә, аҙаҡ урындарҙы алмашабыҙ. Иҙәндә йоҡларға Рәмиҙең сираты ине. Көтмәгәндә иртүк ревизорҙар йөрөй башланы. Беҙгә лә килеп еттеләр. Өҫтә ятҡандарҙың билеттарын тикшерә-тикшерә, беҙҙең эргәнән үтеп барғанда, Рәмиҙең аяғына эләгеп, берәүһе салҡан барып төштө.
Ревизорҙың мөшкөл хәлен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Ярай әле эштәр олоға китмәне. Аҙаҡ, был мажаранан һуң, беҙ рәхәтләнеп көлдөк.
Бер ваҡыт шәмбе көндө кис беҙ Рәми менән Нина Акимовналарҙа осраштыҡ та, бик оҙаҡ ултырғандан һуң, уларҙың дөйөм ятағына киттек. Ятаҡ ҡаланан ситтә, яҙыусыларҙың дачалары эргәһендә Переделкинола. Киев вокзалында һуңғы электричкаға ултырҙыҡ. Рәми сумкаһынан А. Блоктың ҡалын томын килтереп сығарҙы ла, кәйефенең әллә ни шәп булмауын, нәҡ Блокты уҡырлыҡ ҡына икәнлеген әйтеп ҡуйҙы. Вагон тәгәрмәстәре тыҡылдауына ҡушылып, ҡысҡырып шиғыр уҡырға тотондо был. Беҙ шул тиклем шиғырға әүрәп киткәнбеҙ, хатта ваҡыт самаһын да, ҡайһы тирәнән китеп барғаныбыҙҙы ла онотҡанбыҙ. Электричка сираттағы платформанан ҡуҙғалып киткәс, беҙ, иҫебеҙгә килеп, проводницанан: «Переделкино түгелме?» – тип һораныҡ. Ул, әллә беҙҙе аңламаны, әллә шаяртты: «Эйе», – тине. Китеп барған ыңғайҙан беҙ поездан һикерештек. Һуңғы вагон боролошҡа инеп юғалғас, беҙ был тирәнең Переделкино түгеллеген аңланыҡ. Ярты юлды ғына үткәнбеҙ икән.
Тәүҙә йән көйөп алды, ә аҙаҡ Заһир Исмәғилевтең Ҡадир Даян шиғырына яҙған генерал Шайморатов тураһындағы маршын йырлай-йырлай шпалдан шпалға һикерә-ырғый юлды дауам иттек. Күңел дә күтәрелеп китте.

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал...

Тик дәртебеҙ оҙаҡҡа барманы. Ботинкаға кейҙерелгән калоштарыбыҙ ҡап та ҡоп килә башланы. Ҡарға, һыуыҡҡа улар ҡатып, ботинканан һыпырыла ла сыға, аҙым һайын ыҙалата, атларға ҡамасаулай. Переделкиноға иртәнсәк кенә барып еттек. Туйғансы һалҡын һауа һулағас ни, бер нәмә белмәй йоҡлап киттек.
Рәми, һауа шартының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, көн дә зарядка яһай ине. Мин уның яҫы яурынына, көс-ғәйрәт бөркөп торған ҡулдарына, меңйәшәр имәнде хәтерләткән буй-һынына ҡарап та аҙ һоҡланманым. Ул намыҫы ҡушҡанса йәшәне. Иҫемдә, уның тыуған көнөндә китап бүләк итеп мин шундай һүҙҙәр яҙғайным: «Рәми, һин минең өсөн өлгө һәм намыҫ». Был ҡоро һүҙ түгел, ә минең инаныуым ине.
Был хәл 1958 йылда булды. Самолетта Өфөгә килеп төштөм дә туп-тура Рәмигә киттем. Улар ҡала ситендәрәк, Емельян Пугачев менән Салауат Юлаевты биктә тотҡан нығытманан алыҫ түгел ерҙә йәшәй ине. Үтә лә һөйкөмлө, үтә лә сабыр ҡатыны – Наденькаһы менән ул ҡыйыҡ башындағы бер төрлө лә уңайлыҡтары булмаған бер бәләкәй генә бүлмәлә йәшәне. Уның эшсәнлегенә ғәжәпләнеп бөтә алманым. Иртән иртүк уянып китһәм, йоҡлағандарҙың күҙенә ут төшмәһен тип, лампаһын гәзит менән ҡаплаған да Рәми һаман яҙышып ултыра. Төндәрен ул шулай эшләй торғайны. Бәлки, илһам төндә килгәндер уға, бәлки, ваҡыт етмәгәндер. Сөнки иртәнге туғыҙҙа уға эштә булырға кәрәк: «Ағиҙел» журналы редакцияһы көтә.
Ул студент йылдарында бик күптәр менән хат алышты. Таныштары ла, белмәгән-күрмәгәндәре лә яҙыр ине уға. Был хаттарҙы миңә лә уҡыта торғайны. Беҙҙең бер-беребеҙҙән йәшерерлек сер булманы. Үҙемдең Рәмигә булған уй-тойғоларымды ошо рәүешле яҙып аңлата алмауыма үкенеп тә ҡуя инем. Гел бергәбеҙ, хат яҙышып булмай ҙа инде!
Аҙаҡ институтты тамамлағас, мин алыҫ Ҡаҙағстанға киттем. Теләгән көнөм килде бит, хаттар яҙа башланым уға. Ул нишләптер яуапһыҙ ҡалдырҙы мине, әллә ниҙә бер таныш-белештәр аша яңы шиғырҙарын ғына ебәрҙе. Өндәшмәүенең сәбәбен, осрашып һөйләшкәндә, шулай аңлатты: «Һине ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғым килмәне...» Был мине шаҡ ҡатырҙы. Шунан ул миңә эштең ниҙә икәнлеген ентекләберәк һөйләп бирҙе. Ни өсөн ул ауылға китергә мәжбүр булған... Республика гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре булараҡ, ул шәхес культы ҡорбандарының исемдәрен кире ҡайтарыуҙа ихлас ҡатнаша. Бының өсөн архив материалдары кәрәк була. Һәм ул архивҡа рөхсәт ала. Һалҡын подвалға төшкәс, ул ҡайһы бер ғәжәйеп әйберҙәргә юлыға. Мәҫәлән, әлеге көндә «ҙур шәхес» рәтендә йөрөгән әҙәмдәрҙең бер ғәйепһеҙ кешеләр өҫтөнән яҙған ялыу ҡағыҙҙары. Өмөт һәм ҡыйыу фекерҙәр уятҡан 1956 йыл. Ошо моң шауҡымында минең дуҫым да үҙе күргән мәғлүмәттәр хаҡында Мәскәүгә яҙып ебәргән. Һөҙөмтәлә шундуҡ эштән бушатыла.
Бер нисә йылдан һуң ғына уға Өфөгә ҡайтыу, ижад менән ныҡлап шөғөлләнеү насип була. Ауылда ла аптырап ҡалмай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Намыҫы ҡушҡанса йәшәүен белә. Район гәзитендә эшләп йөрөгәндә, уны бер хөрт кенә колхозға рәйес һайланырға тейешле йыйылышҡа ебәрәләр. Ғәҙәттә, ул шулай эшләнә торғайны: район күләмендәге бер түрәнең килешмәгән ере булһа, тоталар ҙа берәй колхозға рәйес итеп ҡуялар. Был хәлдән йонсоп бөткән колхозсылар ундай етәксенән баш тарта. Үҙҙәренең сығыштарында етәкселәрҙең етешһеҙлектәрен асып һалалар, бындай һайлауҙарҙың төптө дөрөҫ булмауын әйтәләр. Рәми йыйылыш нисек үткән, шулай тасуирлап мәҡәлә яҙа ла мөхәрриргә килтереп бирә. Тегеһе уҡып сыға ла ҡабаттан эшләргә, улай итеп яҙмаҫҡа кәңәш бирә. Рәми ризалашмай. Шуға ла мөхәррир: «Үҙеңде эштән ҡыуылған тип иҫәпләһәң дә ярай», – тип .ултырып ҡала. Дөрөҫлөк, намыҫ ҡушҡанса йәшәп өйрәнгән Рәми эштән ҡыуылыуҙы алдашыуҙан артығыраҡ күрә.
Лев Толстой иҫбатлағанса, ысын һүҙ оҫтаһы үҙ аҡылы менән, кеше ҡайғыһын ҡайғыртып, ә елғыуар – кеше аҡылы менән, үҙен генә хәстәрләп йәшәй. Рәми бүтәндәр өсөн янып йәшәүселәрҙән ине. Унда намыҫ, яуаплылыҡ, дөрөҫлөк, ғәҙеллек тойғоһо үтә көслө булды. Башҡаларға ҡарата ла ул ошондай талаптар ҡуйҙы. Бер ваҡыт һөйләшеп ултырғанда, уны аңламауҙарына, уның ғазапланыуҙарына йәнем әрнеп: «Бәлки, һиңә лә хәйләкәрерәк, йылғырыраҡ булырға кәрәктер», – тинем. Ул: «Улай йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ», – тип яуапланы.
Уның ижады хаҡында бер-ике кәлимә һүҙ. Миндә Рәмиҙең бөтә китаптары ла бар. Мине уның шиғырҙарындағы фекер тәрәнлеге, философик афоризм, тәбиғилек таң ҡалдыра. Йыш ҡына дуҫ-иштәремә уның шиғырҙарын уҡыйым да һүҙмә-һүҙ мәғәнәһен аңлатырға керешәм.
Улар Рәмиҙең аҡылына, фекер тәрәнлегенә хайран була. Башҡа милләт кешеләре уның шиғырҙарының руссаға тәржемә ителмәүенә, шул арҡала уларҙы уҡып ҙур кинәнес кисерә алмауҙарына үкенес белдерә. «Литературная газета»ла Яков Серпин тәржемә иткән шиғырҙарҙы күрһәткәс, уларҙа ҡыҙыҡһыныу тағы ла көсәйә төштө. Был шиғырҙарҙы ижадка килгәнендә үк яҙғанлығы, ә Рәмиҙең ижадының ифрат бай булыуын ишеткәс, күп милләтле совет уҡыусыһының ошондай байлыҡтан мәхрүм ҡалыуына уларҙың асыуы килде.
Халыҡтарҙы яҡынлаштырыуҙа, үҙ-ара аралаштырыуҙа Рәми бик күп эш башҡарҙы. Ул Ғүмәр Хәйәм, Абай, Коста Хетагуров, Михаил Лермонтов, Сергей Есенин, Рәсүл Ғамзатов, Михаил Дудин шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итте. Ул был эшкә шул тиклем етди ҡараны. Һәр юлды ҡырылмаһа-ҡырҡ ҡат үҙгәртте, туған телдә кәрәкле фекерҙе бирерлек һүҙҙе тапмайынса туҡтаманы. Ысынлап та, «Елкән» шиғырын уҡыйһың да: «Был шиғырҙы М. Лермонтов башҡортса яҙғандыр», тигән фекергә киләһең.
Уның талантлы ижады республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булыуына мин бик шатмын. Ышанам: Рәми Ғариповтың тормошо, ижади мираҫы кешеләрҙе изге эшкә гел әйҙәп торасаҡ.

Әсғәт Әшрәпов,
Ҡаҙағстандың дәүләт премияһы лауреаты,
Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
1992 йыл