Нияз Мәжитов. Тарихты шиғырлап

Близкие и земляки

Рәмиҙе мин мәктәп йылдарынан уҡ беләм, ә ғүмеренең һуңғы егерме йылын яҡындан аралаштыҡ, дуҫ булдыҡ. Хатта 1967 йылда уны үҙемдең археологик экспедицияма саҡырҙым, бергәләп ике ай буйы бер һыныҡ икмәкте бүлештек, бер көрөшкәнән сәй эстек. Шуға күрә мин Рәмиҙе бер аҙ беләмен тип әйтергә хаҡлымын. Хәтирәләремдең иң көслөләренең береһе шул: ул бик сабыр, баҫалҡы, бер ваҡытта ла һөйләгән кешене туҡтатмаҫ ине, кешегә иғтибарлы һәм мәрхәмәтле булды. Кешенең кем булыуына ҡарамаҫтан, уға бер ваҡытта ла оҡшарға, ярамһаҡланырға, яраҡлашырға тырышманы, һәр саҡ үҙенең тейешле баһаһын, абруйын белеп, үҙ аллы булып ҡала белде. Күңеленә ятҡан кешене генә дуҫ, яҡын итте, ә уға оҡшарға тырышыусыларҙы дуҫтарынан айырыр ине. Ошо фекеремде һүҙемдең башында уҡ әйтеүҙе хуп күрҙем. Беҙ бер-беребеҙҙгә оҡшарға тырышып йәшәмәнек, мөнәсәбәттәр үҙенән-үҙе урынлашты, үҫеште.
Шуға күрә ошо иҫтәлектәрҙе яҙғанда уйҙарым яңылышмаһын ине, хәҙерге йәштәргә, киләсәк быуындарға бөйөк шағирыбыҙҙың яҙмышына бәйләнгән ваҡиғалар һәм уның үҙенә генә хас булған ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәрҙе, йылдар йоғонтоһона бирелмәйенсә, еткерә алһам ине, тигән уй борсой. Рәмиҙең яҡты иҫтәлеге минән шуны талап итә.
Рәмиҙе тәү башлап 1948 йылдың сентябрендә, ауылдан Өфөгә, 9-сы интернат-мәктәптең 8-се класына уҡырға килгәс күрҙем. Ул инде бында 8-сене бөтөрөп, ҡалала, мәктәптә үҙ кеше булып өлгөргәйне. Мәктәп йылдарындағы бер йыл йәш айырмаһы үҙен һиҙҙертә, шунлыҡтан Рәмиҙәр беҙҙең өсөн ҙур ағайҙар булып күренде. Ул йылдарҙа беҙҙең мәктәптә талантлы егеттәр, ҡыҙҙар күп уҡыны, ә Рәми үҙенә генә хас ҙур талант эйәһе булды. Минең өсөн ул мәктәп кисәләрендә үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттергән тәүге шағир ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә: уның китап кәштәһендә матурлап яҙылған тиҫтәләгән ҡалын дәфтәрҙәре ятыр ине. Аҙаҡ ишетеп белеүемсә, был дәфтәрҙәргә Рәми үҙ шиғырҙары менән бергә халыҡтың төрлө ижад өлгөләрен йыйып, теркәп барған. Башҡорт халҡының тел ижадына булған тойғо һәм ҡыҙыҡһыныу шағирҙа ана шул мәктәп йылдарында уҡ формалаша. Миңә, мәҫәлән, уның ошо йылдарҙа яҙылған дәфтәрҙәрендә (бәлки тәүге студентлыҡ йылдарында) «Урал батыр», «Аҡбуҙат» кеүек эпостарҙың тулы варианттарының булыуы мәғлүм. Һуңынан, 60-сы йылдарҙа, төп эшем буйынса эпостар менән ҡыҙыҡһына төшкәс, Рәми үҙендә был әҫәрҙәрҙең тулы текстарының булыуын әйтеп, дәфтәрҙәрен файҙаланырға бирҙе. Рәмиҙең шиғырҙары халыҡ ижады шикелле ябай, образлы тәфсирләүҙәргә һәм рифма өсөн ҡулланылған яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙең бөтөнләй булмауы менән уҡыусыларҙы үҙенә тартып тора. Был ябайлыҡ, әлбиттә, ҙур талант билгеһе һәм уны үҫтереүҙә ана шул мәктәп йылдарында уҡ халыҡ ижадын йыйып өйрәнеүе Рәмигә ҙур бер стимул булғандыр, тип уйлайым.
Экспедицияла йөрөгән көндәрҙә миңә Рәми менән башҡорт халыҡ ижады (эпостар, легендалар, әкиәттәр, геройҙар) тураһында йыш ҡына һөйләшергә тура килде. Һөҙөмтәлә шуны белдем: ул башҡорт халыҡ ижадының бөтә байлығын, тарихын, үҙенсәлеген бик тәрән, күп белгән кеше булып сыҡты. Шул саҡта «Ниңә Рәми ғалим булып китмәне икән?» – тип уйлап ҡуя инем. Рәмиҙе тулыраҡ күҙ алдына килтерә торған тағы бер нисә хәтирә. Тәүгеһе – беҙҙең мәктәптән ул бер үҙе аэроклубҡа уҡырға йөрөнө. Һәм уны тамамланы. Күрәһең, шағир күңеле ҙур бейеклектән парашют менән төшкәндә кешенең нәмә тойоуын белгеһе килгәндер. Икенсе хәтирә мин университетты, ә Рәми Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын бөтөрөп, Өфөлә йәшәгән 1957 – 1958 йылдарға ҡайтып ҡала. Шулай бер ваҡыт Рәмиҙең Ленин урамынан оло улы Салауатты елкәһенә атландырып ултыртып һәм ике аяғы менән муйынын ҡосаҡлаттырып көлөп китеп барғанын күрҙем. Өфөлә ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер кисерәм, ләкин ошондай итеп барған кешене башҡаса күргәнем булманы. Был миҫалдар менән мин Рәми тормошто күптәргә хас булмаған тойғо менән яратты, аңланы һәм уға шатлана белде, тип әйткем килә.
Алтмышынсы йылдарҙа беҙҙең аралар яҡынайҙы. Дуҫлаштыҡ, тиһәм дә гонаһ булмаҫ. Быға, бәлки, күрше булып йәшәү ҙә булышлыҡ иткәндер. Ул саҡта Рәми башҡорт һәм татар халыҡтарына танылған шағир ине инде. Ләкин, үкенескә ҡаршы, талантлы шағир булып донъяға килгән Рәмигә был танылыу тормошта яҡшылыҡ килтермәне. «Ул – милләтсе, партия, хөкүмәт юлына ҡаршы сыға», – тигән ярлыҡтар Рәми менән йәнәш, ә күп осраҡта алдан йөрөнө. Шағирҙың ғорур характерын «һындырып», «үҙ кеше», йәғни түрәләрҙең ҡоло – «һарай» шағирына әйләндерергә тырыштылар. Рәмиҙе бала кеүек саф күңелле, намыҫлы кеше итеп белгәнгә күрә, был фажиғәле күренештең кемдәрҙер тарафынан яҡшы ойошторолған мәкерле эш икәнлегенә һис тә шикләнерлек түгел ине, минеңсә. Ижад кешеһенә, бигерәк тә шағирға, күңел тыныслығы кәрәк, ә уны Рәмигә бирмәнеләр. Нигеҙҙә, шағирҙың тура һүҙлелеге, бәлки, талантының күптәргә оҡшамауы һәм көнләшеү тойғолары сәбәп булғандыр. Мәҫәлән, ул саҡта Өфөлә Рәмигә ҡаршы кампания менән партияның Башҡортостан өлкә комитетының секретары Т. И. Ахунйәнов етәкселек итә, уның ҡушыуы буйынса эшенән ҡыуҙылар, эш бирмәйҙәр, шиғырҙарын баҫтырмайҙар, тигән хәбәр күп йөрөнө. Ошо хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә мин ышанам, сөнки бөтә түрәләр, шул иҫәптән мин эшләгән СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы етәкселәре, партияның идеология әлкәһен «етәкләп» алып барыусының бармаҡ сиртеүенән ҡурҡып йәшәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт әҙәбиәтенең ул саҡтағы яҙмышын үҙ ҡулында тотҡан Мостай Кәрим кеүек шағирҙар ҙа, Рәмиҙе төрлө ғәйепләүҙәрҙән, мыҫҡыллауҙарҙан һаҡлап алып ҡала алманы. Бәлки, теләмәгәндәрҙер ҙә, тигән уй тыуа торғайны.
Һөҙөмтәлә, шағир йылдар буйы эшһеҙ ятты, ә өс балалы ҙур ғаиләнең берҙән-бер икмәк табыусыһы Надежда Васильевна булды. Шуныһы ғәжәп: Рәми үҙенең кисерештәрен, уй-тойғоларын кешегә белдереп барманы, тормошонда бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтары булмаған кеше кеүек күренә торғайны. Ул «тыныслыҡ»тың ысын мәғәнәһен, баһаһын мин тулыһынса аңлайым: тормош юлдашы Надежда Васильевнанан уңды Рәми, ул терәк булды, сабырлыҡ өҫтәне. Ана шул ауыр ваҡытта Рәми менән минең ара яҡынайҙы.
Хәтеремдә, байтаҡ ҡына эшһеҙ ятҡандан һуң, Рәмиҙе яңы тыуған «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына яуаплы секретарь итеп саҡырҙылар. Уның нисек шатланғанын белһәгеҙ ине! Осоп йөрөгәндәй булды, журналдың данын, тиражын арттырыу өсөн тырышты. Журналды «Башҡортостан ҡыҙы» тип түгел, «Урал ҡыҙы» тип атауҙы хуп күрҙе. Һаман шул элекке ғәйепләүҙәр арҡаһында шағир журнал редакцияһында оҙаҡ эшләй алманы һәм тағы ла күп ваҡытҡа эшһеҙ ҡалды. Әлбиттә, Рәмиҙең бер ваҡытта ла буш ултырғанын күрмәнем, бөтә ваҡытын шиғырға бирҙе. Был осраҡта «эшһеҙ ҡалды» тип әйтеүем – рәсми рәүештә бер ерҙә лә эшкә алмауҙарын ғына күҙ уңында тотоуым.
Шундай күңелһеҙ көндәренең береһендә, 1967 йылдың майында мин Рәмигә үҙем менән археологик экспедицияға йөрөп ҡайтырға тәҡдим иттем. Ул ризалашты, һәм, шулай итеп, ике айлыҡ сәйәхәткә сығып киттек. Юлыбыҙ Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле, Борай, Мишкә райондары аша үтте. Күп тапҡыр ямғырға эләктек, машиналарыбыҙ батып ултырҙы, кәрәк тотоп ер ҡаҙыныҡ, археологик ҡомартҡылар эҙләнек, тапҡанын тикшерҙек.
Экспедиция тормошоноң үҙенсәлектәренең береһе шул: яланда етәксе лә, лаборант та бер хоҡуҡта. Шуға күрә Рәмиебеҙ ҙә беҙ эшләгән бөтә эште эшләне. Ундағы хәтирәләрҙең бер нисәһен әйтмәй булдыра алмайым.
Бер мәлде көн буйы йөрөнөк тә машина менән Танып йылғаһы буйына килеп туҡтаныҡ. Тамаҡ туйҙырып алғас, һуңлатып ҡына йоҡларға яттыҡ. Бер аҙ йоҡлағандан һуң, серәкәйгә уянып китеп ҡараһам, Рәмиҙең юҡлығын күрҙем.
Тороп эҙләй башланым һәм аптырап киттем. Ни күҙем менән күрәйем, Рәми һыуҙа ҡондоҙ һымаҡ рәхәтләнеп йөҙә. Ә ваҡыт таңғы 4 – 5 тирәһе... Рәмиҙең «Кәкүк» исемле шиғырындағы «Кәкүк, кәкүк, үпкәләмәм, аҙ бирһәң дә ғүмерҙе, бар ҡайғыһын, бар шатлығын татып китәм был ерҙең» тигән шиғри юлдарын уҡығанда, йәки ошо йырҙы ишеткәндә һәр ваҡыт миңә ана шул таң һыҙылып килгәндәге һыу инеп йөрөүе күҙ алдына килә.
Икенсе бер хәтирәм Яңауыл районы Ямаҙы ауылы менән бәйләнгән. Ауыл тирәһендә археологик ҡомартҡыларҙы эҙләү бер нисә көнгә һуҙылғанын белгәс, Рәмиҙең тәҡдиме менән урта мәктәптә туҡтарға булдыҡ. Баҡһаң, Рәмиҙең Мәскәүҙә Әҙәбиәт институты буйынса дуҫы, ҡәләмдәше – туғандаш татар халҡының күренекле шағиры Илдар Юзеевтың атаһы мәктәптә директор булып эшләй икән. Хужа беҙҙе бик хөрмәтләп ҡаршы алды, кистәрен дуҫтарса йылы һөйләшеүҙәр булды. Ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң мин Рәмиҙең Илдарға ҡарата йылы хәтирәләр, фекерҙәр йөрөтөүенә инандым. Беҙҙең бындай осрашыуҙар күп булды. Уларға шаһит булараҡ, мин Рәмиҙе бөтә кешеләргә лә, мари, удмурт, татар, рус йәки башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, тиң ҡарауына инандым. Ундай кеше, теләһә лә, «милләтсе» була алмай.
Өсөнсө хәтирәм Рәмиҙең афористик һүҙҙәре менән бәйләнгән. Беҙ ике ай буйы һәр ваҡыт консерваланған ит ашаныҡ. Йыш ашаһаң, бындай ит тиҙ ялҡытыуы күптәргә билдәле. Беҙ, археологтар, быға өйрәнгәнбеҙ инде, артыҡ иғтибар итеп бармайбыҙ. Экспедициянан һуң 4 – 5 йыл үткәс, ошо иттән Рәмиҙең нисек ялҡыуын белдем. Рауил Бикбаевтың һөйләүе буйынса, 70-се йылдарҙың башында Рәми уға: «Консерва итен күрһәм, – Ниязды, Ниязды күрһәм, ит консерваһын иҫкә төшөрәм», – тип әйткән.
Бер кисте Рәми миңә: «Экспедиция тураһында бер әҫәр яҙырға булдым әле», – тип әйтеп һалды. Ләкин был темаға беребеҙ ҙә башҡаса ҡайтманыҡ, телгә алманыҡ.
Әлбиттә, беҙҙең төп эшебеҙ һәм һөйләшеү темабыҙ – археология, Уралдың боронғо тарихы, башҡорт халҡының боронғоһо һәм уның барлыҡҡа килеү тарихы ине. Археология фәненең үҙенсәлеген күп кенә кешеләр аңлап етмәй. Рәми ҙә шулай булырмы икән, тигән уй башта мине бик борсоно, ләкин шикләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Эҙләп тапҡан төрлө ҡомартҡыларға ул балаларса һоҡланып, шатланып ҡараны. Боронғо ҡәлғә – ҡала – тауҙарҙың урҙарын, соҡорҙарын, йәшәү урындарын аҙымлап үлсәр ине һәм табыштарҙы, төшөп китер ҙә ватылыр тигәндәй, ҙур һаҡлыҡ менән генә ҡулында тотор ине. Уралдың һәр мөйөшөндә боронғо тарихи ҡомартҡыларҙың күп булыуы уны аптырата төшкәйне, шикелле. Сөнки Рәмиҙең ҡарашында һоҡланыу ҙа, ғәжәпләнеү ҙә һиҙелә ине. Ләкин ошо ҡомартҡыларҙың боронғо тарихын тикшереүҙәге һәм уларҙың боронғо башҡорттар менән бәйлелегенә һис тә шикләнмәне. Тапҡан ҡомартҡыларҙы эпостарҙағы Урал, Сура батырҙар йәшәгән осорҙарҙағы тормош күренештәре менән сағыштырып ҡарағаны ла булды. Боронғо башҡорттар тураһында һөйләгәндә мин: «Башҡорттар тураһында тәүге яҙма мәғлүмәттәр тик IX–X быуаттарҙа ғына осрай башлай. Ләкин халыҡтарҙың ойошоу тарихы күп быуаттарҙы үҙ эсенә ала һәм шуға күрә башҡорттар IX–X быуатҡа тиклем үк киң Уралда ҙур ил итеп йәшәгән булырға тейеш», – тигән бер фекер әйткәйнем. Рәми көтмәгәндә минең фекерҙе күтәреп алды: «Ә һин беләһеңме, шулай булмаһа, башҡорттар иленә монголдар ҙур яу менән килмәҫтәр ине һәм шул яу ваҡытында хатта Алтын Урҙаның ханы Бәрке Уралда һәләк тә булмаҫ ине», – тип өҫтәп ҡуйҙы. Һуңынан хәҙерге Учалы районы Әүеш ауылы эргәһендәге тау башында Бәрке хандың ҡәбере булыуы һәм уны барып күреүе менән фекерен нығытып ҡуйҙы.
Ғөмүмән, ошо экспедиция ваҡытында ямғырлы йәки үтә эҫе көндәрҙә төрлө эш эшләткәнебеҙ өсөн, башҡа кешеләрҙән бер ҙә айырып ҡарай алмағанлығыма һуңынан Рәми алдында эстән генә оялып, үкенеп йөрөнөм. Ул миңә үпкәләйҙер, мине әрләйҙер, тип уйландым, төрлө фекерҙәр йөрөттөм. Шағирҙың миңә яуап итеп уйлаған уйҙарын, үҙе мәрхүм булғас ҡына, «Ҡала-тауҙар», «Археолог дуҫҡа» тигән шиғыры аша белдем. Дуҫтары араһында мин генә археолог булғанға, ул шиғыр һис шикһеҙ миңә бағышланғанына һәм экспедиция тәьҫораттары йоғонтоһонда яҙылыуына бер ниндәй ҙә шик булырға тейеш түгел. Шиғырҙан күренеүенсә, Рәми профессиональ археологтың һәр табышты тарих бите итеп уҡырға тырышыу үҙенсәлеген яҡшы аңлаған. Был фекерҙе ул:

Археолог дуҫым – ҡәберлектә,
Бына йәнә. ергә иңкәйҙе:
Ҡатын-ҡыҙҙың ынйыларын эҙләп,
Эҙләйҙер ул тыуған илкәйҙе, –
тигән һүҙҙәр менән белдергән.

Миңә бигерәк тә башҡорттарҙың меңәр йылдар буйы Уралда ерле халыҡ булып формалашыуын, төрлө һәләкәттәргә һәм һынауҙарға дусар ителһәләр ҙә, үҙ аллы булып ҡалыуҙарын, артабанғы үҫеүен шиғри юлдар менән биреүе оҡшай. Тарихты шиғырға һалыу өсөн төрлө археологик ҡомартҡыларҙы күреү йәки яҙма документтарҙы уҡыу аҙ, уның өсөн башҡорт халҡының үткән яҙмышын йөрәк һулышы аша тойорға кәрәк. Шуға күрә шағир былай тип яҙа алған:

Ҡала-тауҙар, ҡәлғә тауҙар булып,
Һаман ҡалған халҡым телендә,
Һундар, Сыңғыҙхандар, Батыйхандар
Күпме ҡан ағыҙған илемдә!

Тағы килгән яу өҫтөнә яуҙар –
Уралынан башҡорт китмәгән,
Илен түгел, хатта телен ташлап,
Европаға табан үтмәгән...

Ҡала-тауҙар ергә тигеҙләнгән,
Теҙләнмәгән бары башҡортом.
Йәйләүҙәрҙән, тирмәләрҙән ҡайтып,
Тағы ҡорған ҡәлғә – таш йортон...

Бәркехандың таш ҡәбере ята
Әле булһа Әүеш тауында.
Ул, Урҙаның һуңғы ханы булып,
Ҡәбер тапҡан үҙенең яуында...

Ҡырҡ йылдан да күберәккә һуҙылған фәнни тикшеренеүҙәремдең төп йөкмәткеһе ошо шиғырҙа әйтелгән фекерҙе иҫбатлауға ҡайтып ҡалған. Мин уны хәҙер генә аңланым. Ә Рәмиҙә алдан күреүсәнлек, һиҙенеү иҫ киткес ҙур булған. Бөйөк шағирҙың саф, яҡты иҫтәлеге алдында мин теҙләнеп баш эйәм.

Нияз Мәжитов,
тарих фәндәре докторы, профессор