Әмир Юлдашбаев. Халҡыбыҙға ниҙер ҡалдырһаҡ ине

Близкие и земляки

Халыҡтың ҙур шәхестәрен күрергә, аралашырға насип булған ябай кешеләрҙең өҫтөнә етди яуаплылыҡ төшә. Уны аҡылың еткәнсә аңларға тырышырға, һис юғында наҙанлығың, тупаҫлығың менән рәнйетмәҫкә, хәтереңдә ҡалғандарҙы боҙмай башҡаларға еткерергә бурыслыһың.
60-сы йылдар аҙағында беҙ, Мәскәү юғары уҡыу йорттары студенттары, байтаҡ күренекле кешеләребеҙ менән осрашып йәшәнек. Бик ихлас эшләп килгән ойошмабыҙ – яҡташлығыбыҙ ҙа булды.
Рәми ағай кеүек ылғый нур һәм сафлыҡ төйөнсәге булған кеше хаҡында яҙыуы ҡыйын. Беҙҙең кеүек аҙ һанлы халыҡ араһында быуатына бер-ике тапҡыр килеп, өҫтәүенә бағымһыҙ халҡыбыҙҙың фажиғәле яҙмышына йәне әсеүҙән түҙә алмай һуғышып, көрәшеп, иртә донъя ҡуя ундай шағирҙар.
Ғәҙәттә, Рәми ағай Мәскәүгә килеүе менән үк беҙҙе, МДУ-ға шылтыратып, үҙе килеп таба торғайны. Ул килеү менән йыйылышырға тырышабыҙ, Переделкино янына барабыҙ. Тышҡы яҡтан бик ябай һөйләшеүҙәребеҙҙең эске мәғәнәһе бик фәһемле булыр ине. Яҙмышының, Надя еңгәйгә мөхәббәтенең ошо Переделкино менән ни тиклем бәйле булыуын һөйләгәндәре күңелемә уйылып ҡалған. Бер барыуҙа беҙҙе Б. Пастернактың ҡәберен күрһәтергә алып китте. Кәмһетелеп, рухы өҙгөләнеп үлгән был бөйөк талант, аҡыл һәм намыҫ эйәһенең ҡәбере ул саҡта бик-бик ябай ине. Иҫемдә дөрөҫ ҡалһа, ҡәберендә исеме уйылған ҙур булмаған гранитмы, мәрмәрме таҡта. Рус ауылы зыяратындағы кеүек ағас кәртә, кескәй генә таҡта эскәмйә һәм быяла банкаға тығылған сәскә шәлкеме. Рәми ағай ҡәбергә ҡарап: «Уның зыяраты бер ниндәй ҙә ауыр хистәр уятмай. Ошолай ҡалһын ине», – тине.
Йәйҙең ҡояшлы көнө, тирә-яҡта рус тәбиғәте тип танылған ғәжәп күренеш. Рәми ағай яҙыусылар ижад йортоноң бер бәләкәй таҡта верандаһында йәшәй. Был тирә-йүнде лә, был аласыҡты ла Рәми ағай бик үҙ итеп, кинәнеп, ҡәнәғәтләнеп йәшәй ине. Һис шикһеҙ, башҡорт шиғриәтенә алтын тамсылары тамып торған көндәре булғандыр. Беҙҙе бында йәшәп ижад иткән башҡа яҙыусылар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы. Рәми ағай: «Төрлөһө бар. Доризо тигән бер шағир йәшәй. Ҡайһы бер популяр йырҙар уның һүҙҙәренә яҙылған. Тик бер ҡылығы яҡшы түгел: беҙгә, әҙ һанлы халыҡ яҙыусыларына, үҙе лә һиҙеп етмәҫтән, өҫтән аҫҡа ҡарай. Ундай ғәҙәт ныҡ таралған», – тине.
МДУ-лағы бер мәжлесебеҙ ныҡ иҫтә ҡалған. Күңелебеҙ күтәренке бер заман ине. Әҙип Мөхтәр Әүәзовтың улы Морат етәкселек иткән ҡаҙаҡ йәштәр ойошмаһы менән бергә гөрләшеп, МДУ клубында, башҡа юғары уҡыу йорттарында кисәләр үткәрә башлағайныҡ. Рәми ағай килеп төшкәс, тиҙ генә байтаҡ башҡорт студенттарын йыйып, бөгөнгө көндә бөтә ил генә түгел, бөтә донъяны шаулатҡан мәсьәләләр хаҡында нотоҡтар, шиғырҙар һөйләп, Рәми ағайҙы тыңлап, сәйе менән мәйен дә онотмай, мәжлес ҡорҙоҡ. Ҡурайсыларыбыҙ ҙа, хәҙер профессор, ә ул саҡта аспирант Камил Вәлиев (Зәки Вәлидиҙең бер туған ҡарындашы Сара инәйҙең улы), Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһы студенты Спартак Ильясов кеүек йырсыларыбыҙ ҙа бар. Рәми ағайҙың кәйефе бик күтәренке булды. «Һабантурғай йырҙары» китабына шундай һүҙҙәр яҙып бүләк итте: «Әмир, күңелеңдә булған оло байлығыңды ғүмер буйына һаҡлаһаң ине, бергәләп һуғышһаҡ ине, аҙ ғына булһа ла халҡыбыҙға үҙебеҙҙән ниҙер ҡалдырһаҡ ине. Рәми. 8.III–1965». Әлбиттә, Рәми ағайҙың бындай һүҙҙәренә үҙемде лайыҡ тип иҫәпләмәйем. Ул беҙҙең һәммәбеҙҙе шулай итеп күрергә теләй ине. Шуға күрә шағирыбыҙҙың был һүҙҙәрен йәштәребеҙгә ҡайтарып бирергә бурыслымын.
Ул көндө Рәми ағайҙы ҡайтарманыҡ, МДУ-ла ҡалдырҙыҡ, иртәгеһенә мәжлес дауам итте. Кәштәмдә үҙе кисә бүләк иткән китабы янында мин һәр саҡ үҙем менән йөрөтә торған «Таш сәскә» китабын күрҙе лә, ҡулына алып, унда ла яҙҙы: «Әмир туған, мыныһындағы (автор орфографияһы) бер шиғыр «баш төҙәтергә» ярай. Шул иртәләр ҙә ҡәҙерле был донъяла. Онотма. Рәми. 9.III–1965. МГУ».
Һине онотасағыбыҙ юҡ, Рәми ағай. Халҡыбыҙ күпме йәшәһә, шул тиклем уның күңел түрендә булырһың.
Рәми ағай, әлбиттә, «Туған тел» шиғырын күҙ уңында тота ине, сөнки ул башҡорт телен кәмһетеп ҡараусыларҙың да, үҙ телен онотоу юлындағы башҡорт йәштәренең дә «башын төҙәтерлек», башын айнытырлыҡ шиғыр.

Әмир Юлдашбаев,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты