Зиннәт Әминев. «Йәшәһен сәскәләрең!»

Близкие и земляки

Рәми Ғарипов менән беҙ беренсе тапҡыр 1954 йылда осраштыҡ. Ул Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый ине, ә минең «Ленинсы» гәзитендә эшләп йөрөгән саҡ. Йәйге каникулға ҡайтҡас, Рәми беҙгә бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итте. Редакцияла әҙәбиәт бүлегендә эшләгән шағир Яҡуп Ҡолмой Рәмиҙең шиғырҙарын уҡып сыҡты ла:
— Бик һәйбәт, гәзиттең яҡындағы һандарының береһендә сығасаҡ, – тип ҡуйҙы.
Яңыраҡ ҡына редакцияла эшләй башлағас, Мәскәү һынлы ерҙә, етмәһә Әҙәбиәт институтында уҡыған ысын шағир менән танышыу миңә лә ныҡ тәьҫир итте, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттыра төштө. Әйткәндәй, Рәми менән бер үк осорҙа шунда уҡыған Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов, Шакир Янбаев менән дә шул ваҡыттарҙа танышырға тура килгәйне.
Бәләкәй саҡтан уҡ әҙәби китаптарҙы бик яратһам да, шиғыр тигән нәмәгә артыҡ иҫем китеп барманы, бер ҡасан да үҙем шиғыр яҙып маташманым, уны уҡырға ла әүәҫ булманым. Шуғалыр ҙа, Яҡуп Ҡолмой Рәмиҙең шиғырҙарын бик мауығып, күңел биреп уҡып сыҡһа ла, уларға минең әллә ни иҫем китмәне.
Ә бына икенсе бер осраҡта, мин шиғырҙың нимә икәнлегенә, уның кешегә нисек тәьҫир итеүенә, ысын таланттың ғына бындай шиғыр яҙырға һәләтле булыуына инандым.
Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы бер съезы тамамланғас, республика Министрҙар Советының Ҙур залында әҙәби кисә үткәрелде. «Ленинсы» гәзитенән редакцияла рәссам булып эшләгән Рифҡәт Хисмәтуллин тигән егет менән барҙыҡ. Хәтеремдә, президиумда беҙҙең республика шағирҙары янында Ҡазандан килгән Хәсән Туфан аға ла ултыра ине.
Шиғыр уҡыуҙар башланды. Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Ҡадир Даян, Рафаэль Сафин залда ултырыусыларҙы яңы әҫәрҙәре менән таныштырҙы. Трибунаға Рәми Ғарипов сыҡты ла баҫалҡы ғына тауыш менән: «Утыҙ етенсе» тигән шиғырымды һөйләргә рәхсәт итегеҙ!» – тип залда ултырыусыларға мөрәжәғәт итте һәм артыҡ пафосҡа бирелмәй, ашыҡмай ғына һөйләй башланы. Бөтә зал тып-тын булып, шымып ҡалды. 37–38-се йылдарҙа 11–12 йәшлек малай ғына булһам да, дөйөм хәлде, кемдәрҙең ҡулға алыныуын һәм атылыуҙарын, бөтә илдең «халыҡ дошмандары» менән тулыуын яҡшы хәтерләгәс, был ҡот осҡос дәүер тураһында асыҡтан-асыҡ трибунанан ярып әйтелеүе, бигерәк тә шиғырҙағы:

Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама? –

тигән юлдар миңә ер тетрәүенән дә көслөрәк тәьҫир иткәндер. Залдағылар ҙа шағирҙың һәр һүҙен, һәр һөйләмен тын да алмай тыңлай, ә Хәсән Туфан уң ҡулын ҡолағына ҡуйған да Рәмигә ҡарап ҡатып ҡалған. Мин Туфан ағайҙың да оҙаҡ йылдар Сталин лагерҙарында ултырып ҡайтыуын ишетеп белә инем, шуға ла ошо шағирҙың был минуттағы кисерештәрен яҡшы аңлап, уның ниҙәр тойоуын күҙ алдыма килтерҙем. Рәмиҙең ошо шиғырын тыңлағас, мин беренсе тапҡыр ысын шиғриәттең ниндәй көскә эйә булыуын да, бындай әҫәрҙәрҙең публицистик ҡеүәтен дә, кешеләрҙе «һаҡ булығыҙ!» тип иҫкәртеүсе оран һәм тотош илебеҙ кисергән ҡот осҡос дәүергә ысын хөкөм ҡарары булып яңғырауын да күрҙем.
Кисә тамамланғас, Совет майҙанына сыҡтыҡ. Рәмиҙе осратып:
— Бик шәп шиғыр һөйләнең бит. Нисек батырсылыҡ иттең? – тип һораным, сөнки, Сталин культы фашланып, ил өҫтөндә йылы елдәр өргән осор булһа ла, власть башында һаман да шул тирандың ҡуштандары, уның ҡара ҡанаты аҫтында үҫкән әҙәмдәр ултыра ине.
— Әлләсе, – тине Рәми, йылмайып. – Дөрөҫөн әйткәндә, миңә «Утыҙ етенсе»не һөйләмәҫкә ҡушҡайнылар. Трибунаға бер сыҡҡас, ҡыуып төшөрмәҫтәр әле, тинем дә яттан һөйләнем дә ҡуйҙым. Ни булһа ла булыр. Ашамаҫтар әле.
һуңынан Рәми был шиғыры өҫтөндә эшләүен дауам итте. Һәм 1964 йылда уны поэма дәрәжәһенә еткереп «Табыныу. 1937» тип атаны.
«Ленинсы» гәзитенән «Совет Башҡортостаны» редакцияһына күсеп, шунда секретариатта эшләйем. Рәми Ғарипов та ошо уҡ гәзиттә. Ул мәҙәниәт бүлегендә ине, шикелле. Тиҙҙән миңә Өфөнөң Октябрь проспектында фатир алыу бәхете лә эләкте. Ял көндәренең береһендә беҙгә редакцияла эшләгән өс-дүрт егет килеп инде. Араларында Рәми ҙә бар. Бисәкәй тиҙ генә өҫтәл йыйыштырып, табын ҡороп ебәрҙе. Ул да педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, әҙәбиәтте ярайһы уҡ белә, аңлай. Өҫтәл артында ултырғанда Рәми үҙенең Мәскәүҙә уҡыған йылдары тураһында һөйләп ташланы, әңгәмә барышында һүҙ Владимир Маяковскийҙың фажиғәле яҙмышына күсте. Егерменсе, утыҙынсы йылдарҙағы совет әҙәбиәте, уның айырым вәкилдәре тураһында байтаҡ һөйләштек. Бында бигерәк тә Маяковский ғүмеренең фажиғә менән тамамланыу сәбәптәрен Рәми үҙенсә фараз итте.
— Институтта уҡығанда ла, һуңынан да Маяковский тураһында былай тип фараз итеүҙе минең ишеткәнем юҡ ине, – тип ғәжәпләнде минең ҡатын.
Китапты яратып уҡыу ғына түгел, үҙ китапханамды булдырыу менән мин бала саҡтан уҡ мауыға инем. Хәтеремдә, 1944 йылдың февраль айында армияға китергә саҡырыу ҡағыҙы алғас, өйҙә йыйған китаптарымды ике тоҡҡа тултырҙым да үҙебеҙҙең Шығай ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпкә илтеп бирҙем. Армиянан ҡайтып, Өфөгә күсеп килгәс, йәнә китапхана йыя башланым. Ни тиһәң дә, Өфө – ауыл түгел, бында үҙеңә оҡшаған китаптарҙы табыуы ла еңелерәк, аҡса мәсьәләһе лә иркенерәк.
Рәми беҙгә килеп ингәс тә, иң тәүҙә китап кәштәләренә иғтибар итте. Һуңынан, һөйләшеү тамамланып, егеттәр китергә йыйына башлағас, ул ҡулындағы папкаһынан «Аманат» исемле шиғырҙар йыйынтығын алды ла уға: «Зиннәт ағайым менән Люциә еңгәмә – ошо Аманатта һеҙҙең Шығай шиғриәте лә, күңел йомартлығы ла, кешелек тә һаҡланғандыр...
Рәми. 24.10.1970» –

тип яҙып ҡуйҙы һәм: «Китапханаңдың бер мөйөшөндә бәләкәй генә булһа ла ошо китапҡа ла урын табылыр әле», – тип миңә бирҙе.
Минең китапханала автографлы китаптар байтаҡ, ләкин Рәмиҙең афтографы шулар араһында иң ҡәҙерлеһе.
Бер редакцияла эшләгәс, Рәми менән көн һайын осрашып, әңгәмәләшеп йөрөү ғәҙәти хәл ине. Ул баҫалҡы, ауыр түләк холоҡло, һүҙгә һаран ғына, артыҡ ашығып, осоноп, юҡҡа-барға кеше менән бәхәсләшеп бармай. Шағир тураһында радио йәки телевидение аша һөйләүҙәрен тыңлағанда, һәр саҡ Рәмиҙең мөләйем генә йылмайған йөҙө күҙ алдыма килә һәм 1973 йылдың август аҙаҡтарында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырыу иҫкә төшә.
1968 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләгән саҡта ер алып, ең һыҙғанып баҡса үҫтерә башлағас, емеш-еләк менән бергә күп кенә матур-матур сәскәләр ҙә ултырттым. Йәйҙең һуңғы көндәренең береһе. Күк – салт аяҙ, эҫе. Гладиолус, флокс, лилиә, астра кеүек гөлдәрҙең ҡотороп сәскә атҡан мәле. Кемдеңдер сәләм биргән тауышына әйләнеп ҡараһам, беҙгә Рәми килгән икән.
— Аэропортҡа барҙым да, юл ыңғайында һеҙҙең баҡсаны ла күреп китәйем тип, туҡталдым әле, – тине ул.
Ул көндө баҡсала яңғыҙым ғына инем. Рәми емеш-еләк ҡапҡылап алды, мин йәһәт кенә сәй ҡайнатып ебәрҙем, шешә төбөндә бер-ике йотом шарабы ла табылды шунда.
Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Һүҙ күберәк мәҙәниәт, әҙәбиәт, китаптар тураһында барҙы; Башҡортостан, башҡорт халҡының тарихы, уның яҙмышы тураһында байтаҡ әңгәмәләштек. Рәми тарихты яҡшы белә, теге йәки был мәсьәләгә ҡарата үҙенсәлекле фекер йөрөтә, халҡыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгө яҙмышына борсола. Байтаҡ ҡына ултырғас, Рәми портфеленән машинкала баҫылған ҡулъяҙма сығарҙы.
— Зиннәт ағай, мин боронғо фарсы шағиры Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын башҡортсаға тәржемә иттем әле. Бына улар, – тине лә Ғүмәр Хәйәм әҫәрҙәренең яҙмышы, уларҙың ниндәй телдәргә тәржемә ителеүе, тәржемәселәр тураһында һөйләй башланы. Робағиҙарҙы башҡортсаға тәржемәләргә тотоноу алдынан Ташкентҡа барып, унда Ғүмәр Хәйәм шиғырҙарының үзбәксә, бигерәк тә тажикса сыҡҡан өлгөләре менән танышҡан.
— Таныш егеттәр ярҙамлашты. Үзбәк телендә сыҡҡан китапты уҡып булһа ла, тажиксаны аңлауы мөмкин түгел. Ташкентта йәшәгән бер тажик дуҫ булышты, – тине ул. – Ғүмәр Хәйәм робағиҙарының тажиксаһы менән танышыу бик кәрәк ине. Ғүмәр Хәйәм үҙ шиғырҙарын фарсы телендә яҙған, ә тажик теле фарсы теленә ярайһы уҡ яҡын тора.
Шағир шунда уҡ айырым дәфтәргә яҙылған төрлө телдәрҙәге робағиҙарҙың һүҙмә-һүҙ тәржемәләрен уҡыны ла һуңынан шул юлдарҙың башҡортса нисек яңғырауы менән дә таныштырҙы.
Ғүмәр Хәйәм, уның робағиҙары тураһында һүҙҙе йомғаҡлап, Рәми, башҡортсаға тәржемәнең әле генә уҡып ултырған данаһын алып, тәүге биткә: «Китап ене тейгән, китапҡа мөкиббән киткән Зиннәт ағайға! Оло ихтирам һәм хөрмәт йөҙөнән. Йәшәһен сәскәләрең! Рәми», – тип яҙҙы. «Заманы еткәс, айырым китап булып сығыр әле, шул саҡта ошо һөйләшеүҙәрҙе бер иҫкә алырһың», – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Эйе, әйткән замана килде, бөйөк Ғүмәр Хәйәм робағиҙары Рәми Ғарипов тәржемәһендә башҡортса китап булып сыҡты. Мин уны ҡулыма алыу менән бынан егерме йыл самаһы элек Рәми менән икебеҙҙең ошо шиғырҙар тураһында, бөтә донъя мәшәҡәттәрен онотоп, йотлоғоп һөйләшеп ултырған минуттар күҙ алдына килеп баҫты.

Зиннат Әминев,
журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре