Фирҙәүес Бәширова. Икенсе осрашыу

Близкие и земляки

1991 йылдың 16 авгусында Башҡортостан һәм Татарстан республикалары араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был – туғандаш ике илдең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, бер-береһенә таянып эш итеүен юғары дәрәжәлә нығытып ҡуйыу өсөн ҡул бирешеү ине.
Рәсми килешеүҙең барлығы-юҡлығына ҡарамай, башҡорт менән татар – ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, һуңғы һынығына тиклем бүлешеп йәшәгән ике халыҡ. Айырым шәхестәр йәки төркөмдәр тарафынан араға таяҡ тығыу, болғатыу теләген иҫәпкә алмағанда, ябай кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, ғәйәт юғары дәрәжәлә тиер инем мин.
Байтаҡ йылдар буйы Татарстанда йәшәп, әҙиптәре менән ижад эштәрен, әлеге көндә Татарстан Президенты аппаратында милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлегендә хеҙмәтемде башҡарғанда ла мин был ҙур тарихлы халыҡтарҙың бер-береһенә ихтирам тоям, шуға һөйөнәм.
Татарстан китап нәшриәтендә: «Рәми Ғариповтың йыйынтығын әҙерләйбеҙ, һин ярҙам итеп ебәрерһең инде», – тигәс, был һөйөнөсөм тағы ла артты. Башҡорттоң «Һабантурғайы», ваҡытында «һүтелмәгән ҡаты бер төйөнө»нөң моңло, хисле шиғырҙары татар уҡыусыһына барып етәсәге шатландырҙы.
Йәйге таңдарҙа Урал үҙәндәренән күтәрелгән томан бөҙрәләрен, йыр үҙәгенән таралып сыҡҡан ҡурай моңон күңелендә һендереп үҫкән Бшҡортостан шағирҙары хискә ғәжәп бай. Рәми Ғариповҡа был айырыуса хас. Уның шиғыр юлдарында гүзәллеккә табыныу, ғәжәпләнеү, әрнеү, һөйөү, ярһыу тулып ята, ут яна:

«...Барлыҡ донъя балҡып китер ине
Тик ут йыйған минең йөрәктән!.. –

ти ул «Ут хаҡында йыр» шиғырында.
Был шағирҙың күңел донъяһы ни ҡәҙәр ярһыу булһа ла, хистәре шиғыр юлдарына тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ иләге аша иләнеп, уй тирмәненән үткәреп һалынған.

...Япраҡтарҙы һары алды инде,
Ел шаулатып түкмәҫ, тимәгеҙ, –
Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе
Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ.

Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде,
Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, –
Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының
Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ.
(«Ғүмер»)

Р. Ғариповтың ғүмер буйы йөрәген һыҙлатҡан бер нәмә – был милли телдәрҙең аяныс хәле, киләсәктәге яҙмышы. Уның фаразы: тел бөтһә, ил бөтә, тимәк, халыҡ бөтә. Ҡолаҡтарҙы наҙлай, иркәләй торған яғымлы башҡорт телендә ошо шиғырҙы Рәми ағайҙың һалмаҡ ҡына уҡығаны иҫтә.

...Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
(«Туған тел»)

Бынан утыҙ йыл элек яҙылған был юлдар өсөн ваҡыт үлсәүе юҡ. Ошо уҡ осорҙа ижад ителгән:

...Донъяла һәр йөрәк
Тик теләй бер теләк;
Иҫтә тот, заман, ныҡ:
Ул теләк – Азатлыҡ!
Азатлыҡ!
Азатлыҡ! –

тигән юлдарҙы уҡығас, авторҙы ваҡытында рәсми органдарҙың аңлап бөтөрмәүе аңлашыла, әлбиттә.
Заман ҡалыптарына һыйыша алмай бәргеләнеүе – уның һабантурғай тураһындағы шиғырында. Һабантурғай – ул үҙе:

Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай...
...Йә атылып күккә менә уҡтай,
Йә йомолоп ергә төшә туптай...

Рәми ағай өсөн шиғырҙарының төҙөлөшө, төҙөлөш ҡағиҙәләренең боҙолоуы әллә ни әһәмиәтле түгел. Уға әҫәренең эстәлеге, көсө, ҡеүәте мөһим. Хәреф һанап, уның ижадынан сүп эҙләп ултырған хеҙмәткәрҙәргә эсе боша, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырыша. Йыйынтыҡты татар теленә тәржемә иткәндә Асия Минһажева ла бындай «етешһеҙлектәргә» осраған һәм уларҙы бик отошло итеп эшкәрткән, йә оҫта ғына урап үткән. Әммә һәр шиғырҙы тойоп, күңеле аша үткәреп эш иткән, башҡорт теленең үҙенсәлеген бирә алған.
Башҡорт менән татарға тылмас кәрәкмәй. Әммә һәр халыҡта уның үҙенә хас, тәржемә ителмәй торған һүҙҙәре була. Р. Ғариповтың әҫәрҙәрендә улар һанап бөтөргөһөҙ. Шундай һүҙҙәрҙе шиғырҙың эстәлегенә аһәңле итеп биреү тәржемәсене байтаҡ уйланырға, баш ватырға мәжбүр итә.
Ҡыҫҡаһы, йыйынтыҡ әҙер. Өҫтәлемдә, ҡулъяҙмаларҙан тыш, Р. Ғариповтың Өфөлә нәшер ителгән биш йыйынтығы таралып ята. Тәҙрәнән «нурлы Ҡазан»дың билбауы – Ҡазан йылғаһы күренә. Ҡар, боҙ аҫтынан сылтыр-сылтыр һыу аҡҡанын ишеткән кеүекмен. Әйтерһең дә, күҙгә күренмәй генә ғүмер аға. Ҡаршымда, ҡул һуҙырлыҡ ҡына ваҡыт йыраҡлығында, ә ул егерме ете йыл, Рәми ағай Ғарипов тора...
1967 йылдың йәйе. Силәбе әлкәһендә татар-башҡорт әҙәбиәте аҙналығы иғлан ителә. Был төбәктә йәшәгән милләттәштәренә ҡайнар сәләмдәрен, йор һүҙҙәрен, шиғырҙарын тейәп тәғәйенләнгән көнгә Башҡортостан менән Татарстандың күренекле әҙиптәре юл ала. Урындағы М. Йәлил исемен йөрөткән татар-башҡорт әҙәби берләшмәһе ағзаһы булараҡ, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау төркөмөнә мине лә ҡыҫтырғандар. Был турала белгәс, минең, әле юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөһәм дә, аңды-тоңдо белмәгән ауыл балаһының, тулҡынланыуымдың сиге-самаһы ҡалманы. Шулай булмай һуң. Беҙ үҫкән заманда уҡытыусы, яҙыусы кеүек зыялылар аңыбыҙға әүлиә булып һеңгән ине бит. Уларҙы ер йөҙөндә йәшәүсе ғәҙәти кешеләр итеп танығансы миңә әле күпме йәшәйһе булған. Исемдәрен дәреслектәрҙән, китаптарҙан уҡып белгән яҙыусыларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрергә, ҡул биреп күрешергә насип булырға торһон да тулҡынланма, имеш...
Бына ҡунаҡтар килеп төштө. Урынлаштылар. Унан уларҙы ике төркөмгә бүлделәр. Һәр төркөмгә әҙәби берләшмәбеҙҙең ағзаларын ҡушып, башҡорт, татарҙың ойошоп йәшәгән төбәктәре Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарына ебәрҙеләр.
Ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәтле Уралдың йөҙөк ҡаштары – уның зәңгәр күлдәре. Шуларҙың береһе – Арғаяш күле. Машинала Силәбенән ни бары бер сәғәтлек юл. Йәшел бәрхәттәй үлән менән ҡапланған ярҙа байрамға йыйылған халыҡ ҡунаҡтарҙы алҡышлап ҡаршыланы, уларға шунда уҡ һүҙ ҙә бирҙеләр. Шиғыр бәйгеһе башланды.
Гөлдөр-гөлдөр күкрәк тауышлы Кәтибә Кинйәбулатова апай, дәрте күҙҙәренән бәреп торған, йор һүҙле Әнғәм Атнабаев, «ер минеке» тип ныҡ баҫып йөрөгән Назар Нәжми ағайҙар өсөн мин, әлбиттә, бала-саға ғына инем. Ошо шаулы йомғаҡ-төркөм эсендә тауыш-тынһыҙ, ашыҡмаҫ хәрәкәтле, һис ни дәғүәләмәүсе Рәми ағайҙың ғына миңә ҡарашы башҡараҡ булды.
Урта буйлы, яңынан булмаған ер төҫөндәге костюм кейгән ағайҙың кеше күҙенә иң башта Ағиҙел тулҡындары кеүек сәстәре аҫтында маңлайындағы ярылып ятҡан тәрән бураҙналар ташлана. Шул бураҙналарҙы «һөрөп, еңеп» сыҡҡандан һуң ғына уйсан ҡараштарға тап булаһың. Бер аҙҙан уйсанлыҡ араһында ниндәйҙер бер арыу ғәләмәте сағылып киткәнен күрәһең.
Сығыштар тамамланғас, бер аҙ ял иткәс, Рәми ағайҙың тәҡдиме менән беҙ байтаҡ ҡына күл буйлап һөйләшеп йөрөнөк. Әңгәмәнең дилбегәһе, әлбиттә, уның ҡулында булды.
Талғын ғына һыу ағышын хәтерләткән ошо һөйләшеү күпме эске ут, уй тәрәнлеге, шул уҡ ваҡытта күңел әрнеүе менән һуғарылғанын һуңынан ғына аңланым. Ул сағында оялыу-тулҡынланыу аңды ауында тотһа ла, һиҙемләү барыбер үҙенекен эшләй ине. Шуға күрә, шағирҙың эше, тормошо, уйҙары тураһында ентекләп һораштым, үҙем яуап таба алмаған ҡайһы бер нәмәләргә ҡарашын әйтеүен үтендем. Рәми ағай һөйләй барҙы, һүҙен шиғырҙары менән иҫбатланы. Уйҙарыңды тормошҡа ашырыу, һәр саҡ көрәшеп йәшәү арыттырғанын шул саҡта аңлағайным мин.
Беҙ йөрөгән ерҙән әллә ни йыраҡ түгел бер ташландыҡ өйҙө күреп, Рәми ағай «Емерек өй» тигән шиғырын уҡыны. Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһенә ҡағылғас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын сығарырға йыйыныуҙарын әйтеп, уның эшенән ситтә ҡалмаҫҡа өндәне.
Ҡыҫҡаһы, ғәжәп киң күләмле, йәш кешегә фәһем бирерлек, матур, эскерһеҙ әңгәмә ине был. Тормош тәжрибәһен байтаҡ тупларға өлгөргән был кешенең ошо сәғәттә маҡсаты ла шул булғандыр. Сөнки һуңынан күҙәтеүемсә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, халҡының ынйыларын эҙләү, бөртөкләп йыйыу уның матур сифаттарының береһе икәнен аңланым.
Төш ауышыуға ҡарамаҫтан, көн ҡыҙыуы мыҫҡаллап ҡына кәмене. Рәми ағай, һыу керәм тип, яр буйлап тағы ла йыраҡҡараҡ китте. Кире әйләнеп килгәндә, ҡулында еләк япраҡтары ине. Япраҡтарҙың ике матурырағын һайлап миңә һондо ла: «Ҡолаҡтарыңда алҡа урындары бар бит, шунда ҡуй әле», – тине. Шулай итеп, бер миҙгелгә мин алҡалы булдым. Ҡолағымда – еләк япраҡтары, комсомол значогына һап-һары һоло башағы беркетелгән. «Тәбиғәт балаһы һин, Фирҙәүес, – тине шул саҡ Рәми ағай. – Яҙ, яҙ, йәме. Үҙебеҙгә ҡайт». Шунан:

Ҡолағыңа еләк япраҡтарын
Алҡа итеп, бәлки, таҡмамын.
Тик яңынан ул көн килер булһа,
Ул көндө мин кире ҡаҡмамын...—
тигән юлдарҙы яттан уҡыны.

Әҙәби аҙналыҡ тамамланды. Р. Ғарипов Өфөгә ниндәй уй-йөктәр тейәп ҡайтҡандыр, миңә ҡараңғы. Ә миндә шағирҙың бик үк яйлы булмаған тормошо тураһында борсолоу, әрнеүгә ҡушылып яҡты иҫтәлеге, ҡултамғаһы ҡуйылған ике шиғыр китабы ҡалды.
Асия Минһажеваның наҙлы ҡулдарынан Р. Ғариповтың ҡулъяҙмаһын алыу минең был шағир менән яҡындан икенсе тапҡыр осрашыуым булды инде. Силәбе, Ҡазан. Күңелдә, минән һорап тормайынса, бынан егерме ете йыл элек тыуған әрем тәме кеүек әрнеү. Шағир яҙмышы өсөн әрнеү. Нимә был? Ошо хәлемде һаман аңлай, асыҡлай алмайым. Тимәк, тағы йәшәйһе, уйланаһы, эҙләнәһе бар. Хәсән ағай Туфанға, Туҡайға ғашиҡ Р. Ғарипов Ҡазанға юҡҡа ғына килмәйҙер. Ҡәрҙәш башҡорт менән татар араһын тағы ла һыу кермәҫлек итеп нығытыр өсөн киләлер.

...Илем, һиндә уйҙарым,
Иртәгәңдә уйҙарым!.. –

тигән һүҙҙәрен тормошҡа ашырыр өсөн киләлер.

Фирҙәүес Бәширова,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Ҡазан ҡалаһы