Әмир Моратов. Уны һағынғанда

Близкие и земляки

Үкенесле булды уның яҡты донъянан китеүе. Рәшит Ниғмәти ағайға булған һағышыбыҙ һүрелеп тә өлгөрмәне, уға Рәмиҙе юғалтыу өҫтәлде. Һағыштарыбыҙ әрнеүле. Шуға ла һәр беребеҙ тигәндәй, уның менән осрашыуҙар, күрешеүҙәр хаҡында хәтирәләр яҙыу өсөн ҡәләмгә тотона...
Рәмиҙе мин үҙен күрмәҫ элек үк яҡшы белә инем. 1950 йылдың ахырына ҡарай балалар йорттары директорҙарын һәм завучтарын Өфөгә бер айлыҡ курсҡа йыйҙылар. Лекциялар тыңлайбыҙ, баш ҡалалағы балалар йортоноң, мәктәп-интернаттың алдынғы эш тәжрибәләрен өйрәнәбеҙ, төрлө осрашыуҙарға йөрөйбөҙ. Миңә 1-се һанлы интернат-мәктәптә айырыуса йыш булырға тура килә: бында элекке уҡытыусыларым Йәмилә Саҡаева, Маһира Хәсәновалар эшләй, ҡәйнешем, ҡусты-һеңлеләрем уҡып йөрөй. Улар дәрестә йәки түңәрәк шөғөлдәрендә булғанда, китапханаға инеп, уҡыусылар көсө менән сығарылған ҡулъяҙма әҙәби журналдарҙы рәхәтләнеп уҡыйым. Аҙаҡ күренекле ғалим һәм әҙип булып киткән Ғайса Хөсәйенов, Рәйес Низамов, Рифғәт Алғушаев, Рәшит Насиров һәм башҡаларҙың өйрәнсек шиғырҙары, хикәйә, нәҫерҙәре ҡыуандыра. Һирәкләп Рәмиҙең ихлас тойғоло шиғырҙары осрай. Мин уларҙы, күңелгә бик ятышлы булған өсөн, ҡабат-ҡабат уҡып сығам. (Һуңынан белдем: был ҡулъяҙма журналдарҙың редакторы Рәми Ғарипов булған икән.)
Мине мәктәп-интернаттың Яңы йыл байрамына ҡунаҡ итеп саҡырҙылар. Элек ошо мәктәпте тамамлаған вуз студенттары, сәнғәт училищеһының уҡыусылары килде. Рафаэль Сафин (аҙаҡ шағир һәм драматург булып танылды) менән Бәхти Ғайсин (һуңынан халыҡ артисы) баянда уйнанылар, ул саҡта 6–8-се кластамы уҡып йөрөгән Рамазан Йәнбәковты йырлаттылар. Кисәне алып барыусы Рәйес Низамов тантаналы тауыш менән: «Иптәштәр, «бабай»ҙан ҡотлау хаты килде!» – тип белдергәс, бөтәһе лә ҡотороп ҡул саба башланы. Рәйес, конверт эсенән бер ҡағыҙ сығарып, шиғыр менән яҙылған ҡотлауҙы ҡысҡырып уҡыны. Мин, аңын-тоңон белмәй, эргәмдә ултырған ҡәйнешемә текәлдем, Хөснитдин: «Рәми Ғариповты беҙҙә «бабай» тиҙәр. Хәҙер Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡып йөрөй», – тип аңлатып бирҙе. Ҡарттар һымаҡ төпкөр уйлап, үтә ауыр һөйләшеүе, йөрөш-торошо өсөн ошо ҡушаматты сәпәгәндәр икән.
Ә шулай ҙа Рәми тураһында күп мәғлүмәттәрҙе беҙҙең курста психология фәненән уҡытҡан Чанышева апайҙың лекцияларынан белдем. Үҫмерҙәр психологияһы тураһында һөйләгәндә, берәй оригиналь миҫал килтерергә булһа, тота ла Рәмиҙең интернаттағы тормошонан берәй эпизодты иҫкә ала ине. Уның мөкиббән китеп авиация менән мауығыуын да шунда ишеттем.
Рәми, мәктәп-интернатҡа уҡырға ингәс, рус теленән өлгәшә алмай ыҙалана икән: диктант яҙғанда күпләп хаталар ебәрә. Уҡытыусы уны класында икенсе йылға ултыртып ҡалдырыу менән янай. Шағир исемен күтәргән Рәми быны ауыр кисерә.
— Һуң, апай, миңә ни эшләргә инде? Кәңәш бирегеҙ. Мин шундай кеше: барыһын да булдыра алам! – тип ярһый. Уҡытыусы уйланып тора ла:
— Фадеевтың «Молодая гвардия»һын бер хатаһыҙ итеп тулыһынса күсереп яҙһаң, иптәштәреңә тиңәлерһең, – ти.
Рәми дәрестән ҡалған бөтә ваҡытын роман һынлы әҫәрҙе күсереп яҙыуға арнай. Көн етмәгәс, төндә лә яҙынып ултыра, ял, каникул көндәрен дә шуға сарыф итә. Ниһайәт, күсереп бөтә! Хәҙер класта рус теленән диктантты, изложение һәм иншаны унан да шәп яҙған уҡыусы булмай. Өҫтәүенә, һүҙлек запасы артып, теле шымарып ҡала. Ундағы ихтыяр көсө ана шулай барлыҡҡа килгән, Рәмиҙең «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Студент көндәлеге»н уҡығанда, уның белем алыуҙағы ныҡышмалылығына тағы хайран ҡалаһың...
Интернат-мәктәптә һуңғы сығарылыш имтихандары бара. Ошондай көсөргәнешле көндәрҙә Рәми ҡапыл ғына юҡҡа сыға ла ҡуя. Эҙләйҙәр – таба алмайҙар. Һорашалар – берәү бер ни белмәй. Тәрбиәсеһе, тәжрибәле педагог, ниҙер һиҙенеп, тимер юл вокзалына төшөп китә. Йәүкәләй торғас, Рәмиҙең тауар вагонына эләгеп Силәбе яҡтарына олағыуын асыҡлай. Пассажир поезы менән артынан ҡыуып, бер станцияла тегене тотоп ала.
— Ни ҡыланыуың был, Рәми? Имтихандарыңды оноттоңмо әллә? Бөтә яҙмышыңды селпәрәмә килтерәһең бит, тилекәй! – тип үкһей тәрбиәсе...
«Тилекәй», хәсрәт тулы моңһоу күҙҙәрен алыҫтарға төбәп:
— Их, мөхәббәт!.. – тигән бер генә һүҙҙе һығып сығара.
Ә дыуамаллығының сәбәпсеһе, Чанышева апайҙың баһалауынса, һылыулығы менән әллә ни айырылып тормаған бер ҡыҙ икән.
Булғанмы бындай хәл Рәмиҙең тормошонда – һуңынан һорашҡан да, хәтерләүселәр табылманы. Әммә мин, булғандыр, тип уйлайым: тәүәккәллек – Рәмигә хас сифат...
Үҙен биш йылдан һуң ғына, ул «Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләгән осорҙа, күрергә насип булды. Нәҡ мин күҙ алдына килтергәнсә, ябай, һөйкөмлө, итәғәтле, аҙ һүҙле ине ул. Тартыныуһыҙ, еңел генә танышып киттек. Йәш айырмаһы ҙур ғына булһа ла, холҡобоҙ ҙа, донъяға ҡарашыбыҙ ҙа тап килеште, шикелле. Мин Өфөгә килгән һайын, күрешмәй ҡалмайбыҙ. Ул, берәй редакцияла минең «үтмәй» ятҡан шиғыр, очерктарымды осратһа, уларҙы алып, үҙе эшләгән гәзит йәки журналда баҫтырып сығарыр ҙа, һөйөнсөләп, миңә хат ебәрер ине.
(Йәйә эсендә булһа ла хәтергә алып китәйем әле: ул миңә ҡайһы саҡта «аҙаш ағай» тип тә өндәшер, хатында ла шулай яҙыр ине. Эш былай килеп сыҡты. Урамда икәүләп китеп барғанда, Рәми ҡапыл туҡтаны ла: «Беҙ аҙаштар ҙа баһа, ағай!» – тине. «Нисек? – тим, аптырап. – Икебеҙ ике төрлө исем йөрөтәбеҙ ҙә инде». «Йә, үҙ исемеңде йыш-йыш ҡабатлап әйтеп ҡара әле», – ти. Әйтеп ҡараһам, «Рәми» килә лә сыға. Ул сабыйҙарса кинәнеп көлә.)
Үкенескә, уның эскерһеҙ дуҫлыҡ бөркөп торған ҡәҙерле хаттарын да, автограф менән бүләк итеп биргән китабын да һаҡлай алманым шул: ул вафат булғандың икенсе йылында хәйерһеҙ бер ҡазала – донъям янып киткәндә харап булдылар.
Үкенесле лә һуң был донъя. Ана, Рәми һынлы Рәми халҡы өсөн әсенеп, диңгеҙҙәй ярһып йәшәне лә мәңгелеккә – киләсәккә китеп барҙы. Ә һағыштарыбыҙ арта ғына...

Әмир Моратов