Сафура Миһранова. Ул йәшәргә өйрәтә

Близкие и земляки

Яҡташыбыҙ Рәми Ғарипов беҙҙең Мәсәғүт педагогия училищеһына йыл һайын килә торғайны. Сөнки бер нисә йыл уның әсәһе, Урал ҡустыһы ғаиләһе менән Мәсәғүттә йәшәне. Рәмиҙең туғандарына килеүен әҙәбиәт түңәрәге ағзалары белешеп торалар ҙа, студенттар менән осрашыу өсөн педучилищеға саҡыралар ине. Ул ҙур теләк менән килә торғайны. Бер тапҡыр ул шағир Әсхәл Әхмәтҡужин менән, ә бер нисә тапҡыр яҡташыбыҙ шағир Тимер Йосопов менән бергә булдылар.
Был осрашыуҙарҙа студенттар шағирҙы шатланып, аяҡ өҫтө баҫып хөрмәтләп, йыр менән ҡаршы ала һәм йыр менән оҙата ине.
1975 йылдың 9 майында ла, район үҙәгендә Еңеү байрамы айҡанлы демонстрациянан һуң, педучилищеның ҙур залында Рәми Ғарипов һәм Тимер Йосопов менән осрашыу кисәһендә студенттар шағирҙарҙы «Шайморатов генерал» йырын йырлап ҡаршы алды һәм, осрашыу тамамланғас, шул йыр менән оҙатып ҡалды. Бындай аралашыуҙарҙа Рәми Ғарипов үҙен бик ябай, дуҫтарса тота ине. Ғәҙәттә, осрашыуҙарҙың тәүге рәсми өлөшөндә һүҙ шағирға бирелә, ул башҡорт әҙәбиәте тураһында ҡыҫҡаса һөйләгәс, үҙенең яңы шиғырҙарын уҡый, ә студенттар уның шиғырҙарын уҡыуын ҡат-ҡат һорап ҡул саба...
Осрашыу тантанаһының икенсе өлөшөндә әҙәбиәт түңәрәге ағзалары яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерә, үҙебеҙ сығарған гәзиттәрҙе күрһәтә, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала... Ә Рәми бөтәһенә лә ҙур теләк менән яуап ҡайтара, кәңәштәр бирә, йәштәр менән иркенләп һөйләшә.
Ошо осрашыуҙарҙан ҡалған тәьҫораттар, йолалар әле лә дауам итә беҙҙә. Әҙәбиәт түңәрәге ағзалары етәкселегендә педучилищела халыҡ шағирына арнап кисәләр үткәрелә, студенттар уның шиғырҙарының күбеһен яттан белә, уларҙы кисәләрҙә, концерттарҙа сығып һөйләй. Бөйөк яҡташыбыҙ Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады беҙҙең студенттарҙы, буласаҡ уҡытыусыларҙы, тормошто тәрән аңларға, ҡәҙерен белеп йәшәргә, халыҡҡа ихлас күңелдән хеҙмәт итергә өйрәтә.

Сафура Миһранова,
Мәсәғүт педагогия училищеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы