Сәғит Фәйзуллин. Бергә-бергә

Близкие и земляки

Рәми ҡайыны

1968 йылдың октябрь айы ине. Комсомол район комитеты, геү килеп, ВЛКСМ-дың 50 йыллығына әҙерләнә. Был бөтәбеҙгә лә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте.
Бындай ҙур байрамға әҙерлектә ваҡ нәмә юҡ тип иҫәпләнек. Партияның район комитетының беренсе секретарынан, уның бөтә хеҙмәткәрҙәренән башлап, һәр кемгә яуаплы эш йөкмәтелде.
Партия район комитетының беренсе секретары Мөхәмәтдинов Радил Ҡийәметдин улы тантаналы ваҡиғаны үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлде. Көнөнә икешәр мәртәбә йыйып алып кәңәштәр бирҙе. Ә комсомолдың район комитетының беренсе секретары Риф Вахитов көнө-төнө ойоштороу эштәре менән мәшғүл.
Тантаналы ултырышҡа сит әлкәләрҙән, республикаларҙан, Өфөнән, үҙебеҙҙең райондан сыҡҡан, ләкин район комсомол тормошона бәйләнеше булған өлкән һәм йәш быуын кешеләрен бөтәһен дә саҡырырға ҡарар ителде. Улар араһында минең ауылдашым, класташым, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауыр, ғазаплы көндәрҙе бергә кисергән иң һәйбәт серҙәшем, 1959–1961 йылдарҙа райондың иң ҙур хужалығы «Һарғамыш» совхозының комсомол етәксеһе, ул ваҡытта уҡ халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған Рәми Ғарипов та бар ине.
Тантаналы йыйылышта комсомолдың район комитетының беренсе секретары Р. Вахитовтың ялҡынлы сығышынан һуң, ҡунаҡтар ҙа трибунаға сығып матур телмәрҙәр тотто. Ә минең дуҫым Рәми дәртләнеп-ялҡынланып йәштәргә, комсомолға арналған шиғырҙарын уҡыны.
Шул уҡ көндө район үҙәгенең ял итеү баҡсаһында ҡунаҡтар иҫтәлеккә 50 төп ҡайын ағасы ултыртты. Рәми ҙә йәш үҫенте алып, тыуған тупрағына «төртөп» ҡуйҙы. Был эште ул шундай ихлас башҡарҙы, ағас ултыртмай ине ул, ә шиғыр яҙа ине.
Рәми ултыртҡан ҡайын беҙҙең район үҙәгендәге баҡсала әле шаулап үҫә! Шуны әйтер инем: Рәмиҙең ҡайын ағасына мөхәббәте айырыуса көслө булды. Бик күп шиғырҙары аҡ ҡайынға бағышланған бит.
Киске мәжлестә Рәми үҙен кәрәгенән тыш иркен тотто. Унда ҡатнашыусыларҙы шиғыр донъяһына алып китте. Үҙенең шиғырҙарын ярһып-ярһып уҡыны, ҡул саптылар, маҡтау һүҙҙәре ҡысҡырҙылар.
Әммә маҡтау һүҙҙәрен ул бер ваҡытта ла яратманы. Әле лә төҫө боҙолоп-боҙолоп алды (миңә ҡаршы ултыра ине), өҫкә ҡарап һаман һөйләүен дауам итте:
— Мине милләтселектә ғәйепләйҙәр! Мин ниндәй милләтсе булайым инде! – тине көлөмһөрәп, шунан бөҙрә, хатта бик бөҙрә сәстәрен һыйпап ҡуйҙы. – Ҡатыным – мәрйә, Мәскәү мәрйәһе, инәйемдә иһә өләсәйем яғынан мәрйә ҡаны бар, атайыма ла татар ҡаны ҡушылған. Үҙемдә – интернациональ ҡан. Шиғырҙарымда тыуған ергә ғорурлыҡ, халҡым теленә дан йырлайым. Шағир йөрәген һәм шиғыр аңламағандар ғына миңә милләтселек «дәрәжәһе» бирергә тырыша! – тине һәм үҙенең мәшһүр «Туған тел» шиғырын уҡыны. Көслө ҡул сабыуҙар тулҡынында, йылмайып, урынына ултырҙы.
Йәнәшәмдә урын алған «Янғантау» санаторийының баш врачы Аҡбашев Рәшит Шиғәбетдин улы миңә ҡарап:
— Сәғит Хужыевйч, Янғантауҙа ял итеүселәр менән осрашыу ойошторайыҡ, хәтәр шағир бит, – тип үҙенсә һығымта яһап ҡуйҙы.
Икенсе һәм өсөнсө көндәрҙе күп осрашыуҙар, ялҡынлы телмәрҙәр, шиғыр байрамы һәм һорауҙарға яуаптар менән үткәрҙек. Малаяҙ урта мәктәбендә, Малаяҙ интернат-мәктәбендә, өлкә, Арҡауыл ауылдарында, Янғантауҙағы осрашыуҙар бигерәк тә яҡты хәтирә ҡалдырҙы. Булған һәр мәктәптә Рәмиҙе почетлы пионер итеп, муйынына ҡыҙыл галстук таҡтылар; пионерҙар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән бергә фотокарточкаға төшөү, уҡыусыларҙың үҙҙәре әҙерләгән концерттарын һоҡланып ҡарау – быларҙың бөтәһе лә матур бер хәтирә булып иҫтә ҡалды. Был осрашыуҙар тураһында Рәми үҙе лә тулҡынланып, ҡанатланып һөйләй торғайны.
Рәми ҡайыны баҡсала ғына күкрәп үҫмәй. Уның ҡайыны күңелдәребеҙҙә тамырланған һәм ул бер ваҡытта ла хәтфә япраҡтарын ҡоймаясаҡ.

Икмәк урынына «Таш сәскә»

Өфө ҡалаһына командировкаға килеү менән «Башкирия» ҡунаҡханаһына урынлаштым да, ҡала урамдарын, магазиндарын, таныш һәйкәлдәрҙе, өйҙәрҙе ҡарап йөрөп киләйем тип, урамға сыҡтым.
Йәйҙең көҙ менән күрешкән сағы ине, шикелле. Көндәр матур шулай ҙа. Ленин урамындағы «Главпочтамт» алдында ҡултыҡ аҫтына гәзит-журналдар ҡыҫтырған да, кемделер көткәндәй булып Рәми баҫып тора.
Ҡосаҡлашып күрешеү менән ул миңә:
— Ни елдәр ташланы баш ҡалабыҙға? – тип һораны.
— Кәңәшмәләр тип йөрөйбөҙ, – тинем.
— Кәңәшмәләр, кәңәшмәләр һәм тағы ла кәңәшмәләр, – тине лә, етди төҫ менән:
— Әйҙә, беҙгә киттек, сәй эсеп, һөйләшеп ултырырбыҙ, – тип, атлай ҙа башланы.
Үҙе нимәгәлер риза түгел, кем менәндер һүҙгә килгәндәй тойолдо. Совет урамына табан төштөк тә, партия өлкә комитеты йорто эргәһенән үтеп киттек. Рәми миңә яҡыныраҡ килде лә:
— Оло, бөтмәҫ-төкәнмәҫ серле кәңәшмәләр йорто шул инде! – тине, эйәге менән генә ишара яһап. Миңә ҡыйын булып китте. Сөнки мин дә ул ваҡытта (1958 йылдар ине) йәш коммунист – партияның Учалы район комитетында эшләп йөрөгән яуаплы хеҙмәткәр инем. Бер аҙ һөйләшмәй барҙыҡ. Ул нимә уйлағандыр, уныһы минең өсөн ҡараңғы, әммә мин үҙемдең йәшлек дуҫымдың, замандашымдың, донъя күреп өлгөргән шағирҙың фекерен, әйткән һүҙҙәрен мейе аша үткәреп, төрлө уйҙарға сумдым.
Фрунзе урамында ике ҡатлы ағас йорттоң сарҙағындағы бер бүлмәлә Рәми үҙенең Мәскәүҙән алып ҡайтҡан иптәше Надя һәм бер улы менән йәшәй ине. Бары бер бүлмә – дүрт стена. Стенала түшәмгә хәтле эшләгән шкафтар. Матур эшләнгәндәр.
Эш урыны ла, йоҡлау урыны ла, кухня ла шул бүлмәлә ине.
Икәүләп килеп кергәс, тағы ла ҡыҫтауыраҡ булып киткәндәй тойолдо.
— Һаумы, Сәғит, – тип күреште Надя, башҡортсалап. Өс-дүрт йыл эсендә Надя ла арыу ғына башҡортса һөйләшергә өйрәнгәйне. Мин хатта аптырап: «Здравствуй», – тип иҫәнләшкән булдым. Рәхәтләнеп көлөп алдыҡ. Беренсе тапҡыр 1955 йылда улар икәүләп Мәскәүҙән ҡайтҡан йылды осрашҡайныҡ.
— Рәми, икмәккә барып кил, – тине Надя. – Үҙем бара алманым баланы ҡалдырып. – Ул Рәмигә лә башҡортса өндәште.
Әлеге гәзиттәрҙең береһен алды ла Рәми, икмәккә тип сығып китте. Надя өҫтәл әҙерләгән арала, мин шкафтар буйлап китаптар теҙмәһен ҡарай башланым. Ниндәй генә авторҙың китаптары юҡ! Иҫ китмәле!
Бер ни тиклем ваҡыттан Рәми күтәренеп ҡайтып керҙе. Надя арты менән торған килеш Рәмигә:
— Икмәгеңде өҫтәлгә телеп ҡуй, – тине.
— Надя, бында телерлек икмәк юҡ бит әле!
— Нимә булды?
— Ҡара әле, ҡара?! Икмәк урынына мин һеҙгә «Таш сәскә» алып ҡайттым! – тип, ғорурлыҡ менән, ҙур ҡыуаныс менән һөйләргә тотондо. – Ленин урамындағы «Китап» магазинына керһәм, «Таш сәскә»не һатып яталар, күп кенә итеп алдым да икмәккә аҡса ҡалманы.
Рәхәтләнеп, былай ҙа бәләкәй бүлмәне тултырып, яңғыратып көлөштөк. Ә сәй эсергә Надя барыбер икмәк тапты.

Бурҙар һәм шиғырҙар

Ауылда булып, Өфөләге мәктәбебеҙгә ҡайтып барған саҡ.
Таутөмән станцияһына килеп төшкәндә, бер-беребеҙҙе танырлыҡ түгел инек. Өҫтәге еңел генә костюмдар ҙа, аяҡтағы туфли эстәре лә, сәс араһы ла, муйын, ҡулдар, биттәр – ҡарарлыҡ та түгел, күмер саңына буялғанбыҙ. Күҙҙәр генә ялтырай. Рәми миңә, мин Рәмигә ҡарап оҙаҡ ҡына хайран ҡалышып көлөшөп торҙоҡ.
Бысранғанға бик иҫебеҙ китмәне, шикелле. Сөнки, ҡайһылай булһа ла, Өфөгә яҡынланыҡ. Үҙебеҙҙе уҡытҡан, ашатҡан, кейендергән, тәрбиәләгән интернатыбыҙға ҡайтып етәбеҙ.
Рәми миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла:
— Һин бигерәк ныҡ бысранғанһың, – тип минең өҫтө ҡағырға кереште.
— Үҙеңде ҡара, үҙеңде! – тип мин асыуланыбыраҡ өндәштем.
— Мин шаярып әйтмәйем!
— Мин дә!
Мин үҙемдең етешһеҙлектәрҙе әйткәнде яратмай торғайным. Ә ул, бәлки, яҡшы ниәт менән өндәшкәндер. Ҡағындыҡ, һуғындыҡ та ныҡ итеп, тос итеп бәйләнгән ҡапсыҡтарҙы елкәгә һалып вокзалға табан атланыҡ...
1949 йылдың август аҙаҡтары. Көндәре лә, төндәре лә беҙҙең кеүек егеттәр өсөн сыҙарлыҡ. Дүрт-биш сәғәт күмер тейәлгән вагон башында килеп өшөмәгәнде, хәҙер төнгә табан, августың һалҡынсараҡ төнөнә беҙ бирешмәйбеҙ инде!
Рәми буйға минән күпкә бәләкәйерәк булһа ла, һәр саҡ аяҡтарын һоноп-һоноп атлап, алдан йөрөй торғайны. Әле лә алдан атланы.
Яҡ-яҡҡа ҡарана-ҡарана, тимер юлы рельстары аша һикерә-һикерә, мин дә уның артынан ҡалманым.
Шулай ҙа бәхет бөтөнләйгә юҡ түгел! Беҙҙе вокзал алдында ла, вокзал эсендә лә бер кем дә «ҡаршыламаны». Аллаға шөкөр! Бер-беребеҙгә ҡарашып, аңлашып алдыҡ кеүек. Вокзал эсендә лә тынлыҡ, тик, «касса» артындағы бер апайҙың күҙҙәрен һис тә беҙҙән алмай тексәйеп ултырыуы, һәр хәрәкәтебеҙҙе күҙәтеп тороуы, әллә йәлләп, әллә шикләнеп беҙгә һүҙ ҡушыуы икеләндерҙе лә, уйландырҙы ла кеүек. Рәми ҡапсығын эскәмйәгә ҡуйҙы ла «Расписание» тип яҙылған бәләкәй генә таҡтанан Өфөгә китәсәк поездарҙың ҡасан килеүен ҡарай башланы.
— О-о, бында көтөргә лә көтөргә! – тине әкрен генә, үҙенең ентекле итеп һөйләргә өйрәнгән тауышы менән.
— Нисек көтөргә лә көтөргә? – тинем, ишетһәм дә, ҡайтанан һорап.
— Өс-дүрт сәғәтһеҙ поездар булмаҫ бында!
— Ярай, улайһа, дауай, бер ерҙә, исмаһам, биттәрҙе йыуып, әҙерәк ятып ял итеп, ойоп алырбыҙ! Вокзал ҙур – кешеләр юҡ, буламы? – тинем дә ҡапсыҡтарҙы бер-береһенә текәтеп һалып ҡуйҙым.
— «Мендәрҙәр» булды, «һике» бар, түлкә «һике»нең төбө тишек бит әле, – тине Рәми, йылмайып. Ул таҡталары тишелеп бөткән топчандарға күрһәтте.
Мин ипләп кенә менеп яттым, ә Рәми кеҫәһенән ҡәләмен, блокнотын сығарҙы ла, насар ғына янған утҡа ҡарап нимәлер һөйләнде һәм яҙырға тотондо. Аҙаҡтан икебеҙ ҙә матур ғына йоҡлап киткәнбеҙ. Кассир апайҙың:
— Эй, бәһлеүәндәр, егеттәр, тороғоҙ, паровозығыҙ хәҙер килә, – тигән тауышына уянып, ырғып торҙоҡ.
Ҡапсыҡтарҙы күтәреп алһаҡ, икеһенең дә аҫты бысаҡ менән киҫелгән.
— Вәт, мәлғүндәр! – тип һүгенеп алды Рәми.
Уның әрләшкәндә, әсенеп әрнегәндә әйтә торған һүҙе шул була торғайны.
Вокзалда һаман да икебеҙ генә. Тиҙ генә нимәләребеҙ бурҙарға оҡшағанын барлап сыҡтыҡ.
— Ярты литр банка менән ҡаймаҡ юҡ, йәймәләр юҡ! Вот, мәлғүндәр! Шиғырҙарым яҙылған ике блокнотым юҡ. Шиғырҙар яҙылған блокноттар уларға ниңә кәрәк булды икән? – тип Рәми киҫелгән урынды тарттыра биреп бәйләп ҡуйҙы. – Һинең нимәләрҙе сәлдергәндәр?
— Минең дә ҡаймаҡ юҡ. Ниғмәти менән Сәләм юҡ, йәймәләр ҙә юҡ!
Өфөгә барып еттек. Өфө вокзалынан күтәрелеп, Карл Маркс урамы буйлап атланыҡ интернатҡа.
— Бурҙар өсөн ҡаймаҡ менән йәймә кәрәктер инде, ә шиғырҙар яҙылған блокноттар, Сәләм менән Ниғмәти ниңә кәрәк булды икән? – тип ҡарашып, аптырап, көлмәҫ урында көлөп, йылмаймаҫ урында йылмайып, байтаҡҡа еңеләйгән ҡапсыҡтарҙы һелкетә-һелкетә интернатҡа ҡайтып кергәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.

Сәғит Фәйзуллин