Факиһа Туғыҙбаева. Ул ҡояшҡа китеп бара ине. Һинең тауыш

Посвящения

УЛ ҠОЯШҠА КИТЕП БАРА ИНЕ...

Ул ҡояшҡа китеп бара ине,
«Имеш, берәү – донъя күсәре,
Батшаларға баш бирмәгән була», –
Ярандарҙың ташты үстәре.

Йырлай-йырлай атлауында булды,
Арттан килеп аяҡ салдылар.
Үҙ-үҙеңдән баш тарт!
Идеалдарын
Ҡорбан байрамында салдылар.

Ни тамаша?
Ниндәй ҡыҙыҡ унда?
Иҫ китерлек тағы ни ҡупҡан?
Ҡояшына китеп барған саҡта
Батырғандар ергә тубыҡтан.

Буйһынманы!
Һынды...
Һуңғы тапҡыр
Ҡулын юғарыға ул һондо.
Дошмандары дуҫҡа әйләнделәр,
Бары ҡояш уны юҡһынды...
Ул ҡояшҡа китеп бара ине...


ҺИНЕҢ ТАУЫШ
1987 йылдың 6 октябрендә Башҡортостан радиоһы аша Рәми Ғарипов үҙенең «Табыныу» поэмаһын уҡыны: 1969 йылда ижад ителгән был әҫәрҙе шағир магнит таҫмаһына яҙып ҡалдырған. Һүҙ башында ул, был поэма бер ҡайҙа ла баҫылмаған, ихтимал, баҫылмаҫ та инде, тине.

Һөйләнең дә тындың, Рәми ағай,
Һөйлә әле, һөйлә яңынан,
Һинең йылмайыуҙы юҡһынамын,
Һинең тауышыңды һағынам.

Шау-шыу ғына беҙҙең йыйылыштар,
Ығы-зығы ғына беҙҙең көн.
Һинең аҡыл, һинең тауыш кәрәк,
Һин бит кәрәк, ағай, шул тиклем.

Дуҫтың боғаҙынан дуҫы ала,
Поэзия иле бик сәйер.
Бәғзеләр бит һинең кеүек ғорур,
Ә бәғзеләр һорай гел хәйер.

Кәмемәне әле һатлыҡ йәндәр,
Бихисап бит һатлыҡ тәндәр ҙә,
Матурлыҡты белмәй ҡалыр инем,
Һине белмәй ҡалһам әгәр ҙә.

Һөйләнең дә тындың, Рәми ағай,
Тауышыңды тыңлау – бер байрам.
Беҙгә һин ҡалдырған аҡыл менән
Аҡты ҡараларҙан айырам.

Факиһа Туғыҙбаева,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты