Радик Хәкимйән. Ғүмерҙәр төрлө-төрлө

Посвящения
Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә

Ерҙә мәңге йәшәмәйбеҙ,
Китәбеҙ һуңғы юлға,
Берәүҙәр китә иртәрәк,
Берәүҙәр һуңлабыраҡ.

Ҡай берәүҙәр оҙаҡ йәшәп,
Ҡартайып донъя ҡуя,
Ләкин ғүмерҙәре ҡыҫҡа –
Уларҙы онота донъя.

...Кешеләр төрлө булғандай,
Ғүмерҙәр төрлө-төрлө,
Берәүҙәр быҫҡып һүнәләр,
Берәүҙәр мәңге тере!

Радик Хәкимйән
1977 йыл, март