Рәшит Әхтәров. Сәйләнгөлдөң нур-сәскәһе

Посвящения

Мәрҫиә-йыр

Йырлы һүҙҙең милли ҡаһарманы,
Умырзая кеүек юғалдың...
Юғалманың – халыҡ күңеленә
Мәңгелеккә юҫыҡ юл алдың.

Телдә – китек, илдә кәм инек беҙ,
Кеше булып тыуҙыҡ, һин тыуғас.
Эңер ине ян-яҡ, Рәмиебеҙ, –
Көндө көн тип тойҙоҡ, һин тойғас!

Башҡорт рухы, халыҡ уй-хисенең
Нурсәскә һин сәйләнгөлөндә,
Салауат менән ҡатар батыр булып
Торорһоң һин илдең түрендә!

Ил түрендә – Уралында мәрттә,
Барлы-юҡлы ине башҡортом...
Һинән һуң ул – илен, телен тойор,
Үҙен ҡабат ҡойор баш ҡотом.

«Егет йырлар – ҡыҙҙар йыр башлаһа,
Уянасаҡ милләт, үлмәҫ ул!»
Бөгөн күрәм: халҡым үҙен түгел –
Һүҙеңде лә ергә күммәҫ ул.

Берәгәй башҡортомда берәм-берәм
Батырлыҡтар шыта, баш ҡоҫа:
Бахырлыҡтар башҡаларға батһын –
Бахыр булмабыҙ беҙ башҡаса!

Тура һүҙҙең таймаҫ ҡаһарманы,
Әй-Йүрүҙән йәме, – Рәмием –
Ҡара һаҙҙа халҡым аҙашҡанда,
Таңһыҙ төндә беҙгә шәм инең.

Шиғриәттең милли ҡаһарманы,
Кеше булыуҙарҙың үрнәге,
Һин мәңгегә беҙҙең арабыҙҙа –
Юҡ һиндәрҙең, һис юҡ үлмәге!

Рәшит Әхтәров
1987 йыл, февраль