Әнүр Вахитов. Рәми иҫтәлегенә

Посвящения

Һин барҙа мин ғәмһеҙерәк инем,
Тынысыраҡ инем ниңәлер.
Хәҙер көндө кемдер һанай һымаҡ,
Ярһыбыраҡ тибә йөрәгем.

Һәм үҙем дә ҡапыл олоғайҙым,
Ауырая төштө уйҙарым,
Һиңә ҡарап фәһем алғас, белдем
Күпме көнөм бушҡа уҙғанын.

Уйландыра,
Моңландыра хәҙер,
Йөрәгемде бөрә һағыштар.
Исемең менән ғәфү үтенәмен,
Мин юлымда әгәр яңылышһам.

Минең йөрәк һиңә һыя ине,
Һыя ине миңә һинеке,
Һин – илдеке, халыҡтыҡы, әммә
Иң тәүҙә һин, ҡорҙаш, минеке!

Әрләшмәнек, ләкин бәхәсләштек,
Килешмәнек ҡайһы саҡтарҙа.
Ағайым да, туғаным да булдың,
Шуғалыр мин күберәк уфтанам.

Беләм, һинең күңелең киң ине,
Йөҙөң яҡты – донъя шикелле.
Ниндәй яңғыҙ, ауыр саҡтарҙа ла
Йөрөмәнең күңелең кителеп.

Өмөтләнеп, янып йәшәнең һин,
Өмөтөбөҙ, тинек, үҙеңде!
Яҡындарың әммә аңламаны
Эсеңдәге теләк һүҙеңде...

Күрмәгәндәр һине күрҙе ҡапыл,
Күбәйҙе бит, ай-һай, дуҫтарың.
Берәү һиңә ҡулын биргән булған,
Бүтән һуҙған шарап туҫтағын.

Тел һөйәкһеҙ:
Хәҙер бөйөк, тиҙәр,
Булып киттең аҡыл эйәһе.
Әйтер инең:
— Мин тик кеше дуҫы,
Һәм шиғырға башты эйәмен!

Һин юғалғас ҡапыл олоғайҙыҡ,
Ғәмһеҙлектәр, инде хушығыҙ,
Һәр саҡ иҫтә:
Намыҫ күҙе булып
Беҙгә ҡарап тора дуҫыбыҙ!

Әнүр Вахитов
1978 йыл, 17 февраль