Мәүлит Ямалетдинов. Тыуған көнөңә

Посвящения

Ошо ыҙғыр февраль көндәренең береһендә, 12 февралдә, башҡорт халҡының улы Рәми Ғарипов донъяға килгән... Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә тиҫтәләрсә йылдар буйына йөҙҙәрсә шағирҙар әйтә алмаған тойғо-һүҙҙәрҙе яҙып өлгөрә һәм ҡалдыра. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен бөйөк рус шағиры А. Пушкин әҫәрҙәре кеүек өйрәнеүсе, тикшереүсе башҡорттар булырмы икән?

Календарҙан эҙләп маташмағыҙ
Аҡ донъяға килгән көнөмдө –
Тыуған көнөм минең көн дә булыр,
Һаҡлаһағыҙ туған телемде.
Белешмәнән ҡарап эҙләмәгеҙ
Был донъяға килгән йылымды –
Тыуған йылым йыл да ҡабатланыр,
Һаҡлаһағыҙ тыуған илемде.

Мәүлит Ямалетдинов