Ирек Кинйәбулатов. Үҙе тере саҡта

Посвящения

Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин,
Ниңә яңғыҙ, тулған ай һымаҡ?
Р. Ғарипов

Үҙе тере саҡта һанланманы,
Ҙур танылыу көткән киткәнен.
Килде даны, бары көтөп тороп
Күҙҙәге йәш кенә кипкәнен.

Иҫән саҡта күптәр урап уҙҙы,
Оранына ҡолаҡ һалманы.
Аңларһығыҙ әле, тиеп китте,
Уға башҡа сара ҡалманы.

Исеме бит хәҙер телдән төшмәй,
Күптәр ятҡа һөйләй һүҙҙәрен.
Ул халҡының ғына түгел, гүйә
Халыҡтың да асты күҙҙәрен.

Тик шуныһы сәйер: хәҙер уның
Гөлтләп киткәс даны ялҡындай,
Һәр береһе, имеш, йән дуҫ булған,
Бик күп булған, имеш, яҡындар...

Ирек Кинйәбулатов,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты