Эльмира Сәсәнбаева. Рәми — Хәйәм

Посвящения

Ғүмәр Хәйәм, уйҙарыңды уҡыған саҡ...
Моңһоу күңел тоя кеүек йылы ҡосаҡ.
Рәми ағай, күрешмәнек был донъяла,
Тик был кистә яна беҙҙең уртаҡ усаҡ.

Ер яҙмышы уртабыҙҙа, тирәләшеп
Һыҙланабыҙ. Ҡыуанабыҙ бергәләшеп.
Уртаҡ Ваҡыт миҙгелендә осраштыҡ беҙ
Тойор өсөн көслө рухын иптәштәрҙең.

Ошондай төн кемдәргә һуң килмәй ерҙә?
Күк үҙе лә ынтылалыр кеүек беҙгә.
Йән тулғанда йәш тамһа ла әсендереп,
Ынйы-йондоҙ ғына тама һеҙҙең һүҙҙән.

Мең хәтерҙә балҡый һеҙҙең илһамығыҙ,
Үреләлер мең йөрәккә ҡылғанығыҙ.
Робағиҙар һағыш менән тетрәнгәнгә,
Мәңге дөрләр һеҙҙең рухи йыһанығыҙ.

Эльмира Сәсәнбаева