Гүзәл Ғәлиева. Миләш

Посвящения

Ҡырыҫ йәмен миләш сәскәһенең
Шәйләмәй ҙә бәғзе кешеләр.
Ни әйтәһең?
Күпкә матурыраҡ
Күперек муйыл, сирень ишеләр.

...Муйылдар ҙа бына емеш ҡойҙо,
Сирендәр ҙә ҡалған ҡыу булып.
Ҡара көҙҙө биҙәй миләш ҡуҙы,
Ялҡын-шишмә булып урғылып.
Һабаҡтарҙа инде тормош та юҡ,
Ә емеше яулай зиһенде,
Иртә киткән мәшһүр шағирҙарҙың
Үлмәҫ шиғырҙары шикелле.

Гүзәл Ғәлиева