Рәмилә Иҫәнғолова. Телем бар!

Посвящения

Күҙ алдымда телдәр гөлләмәһе,
Төрлө-төрлө, сағыу ярайһы.
Ә мин – ябай ғына башҡорт ҡыҙы,
Берәм-берәм һайлап ҡарайым:
Бына – Гете, Шиллер һөйләшкәне,
Ә тегеһе – Туҡай һүҙҙәре,
Байрон теле, Тагор һәм Навои –
Шундай матур яңғырай үҙҙәре.
Мин түгелме Пушкин шиғырының
Һәр һүҙенә ғашиҡ булманым?
Телдәр тулы гүзәл гөлләмәгә
Ҡарайым да, ҡарап туймайым,
Һәр ҡайһыһы иҫ китәрлек күркәм,
Йор һәм нәфис, тапҡыр һүҙгә бай.
Ләкин иң һәйбәтен мираҫ иткән
Яҡташтарым Кинйә һәм Бикбай.
Тиңдәше юҡ ошо мәшһүр телдә
Яуға өндәп сапҡан Салауат.
Саф башҡортса сәскә күңеленән
Рәми ағай яҙған аманат.
Күҙҙең яуын ала сәскәләре –
Гөлләмәлә төрлө ғилем бар,
Эйе! Әллә ниндәй тылсымдарға
Алмаштырмаҫ туған телем бар!...

Рәмилә Иҫәнғолова