Тамара Ғәниева. Шағир йөрәге

Посвящения

Эй яҡында ғына һайрай ҡошсоҡ,
Бер шағирҙың, ахыры, йөрәгелер.
Балтик ярҙарынан илгә ҡайтҡан
Салауаттың, бәлки, бүләгелер.

— Кем һин, ҡошсоҡ, ҡайһы шағир моңо,
Иҫтәлеккә Бабич йыры мәллә?
Сулпыларын көйгә сайҡалдырған,
Һандуғастай Ырғыҙ ҡыҙы мәллә?

Сут-сут-сут...
түгелә лә ҡошсоҡ...
Зәңгәр нурға күмелә болон-туғай.
Сеү!
Ҡояштың нуры сыңлап китә,
Атылып менә күккә һабантурғай,
Һин булдыңмы әллә,
Рәми ағай?..

Тамара Ғәниева