Рамазан Шәғәлиев. Һандуғас

Посвящения
Рәми Ғариповҡа

— Башҡа урын бөткәнме ни
Һиңә, ҡошсоҡ, һайрарға,
Зыяратта һайрап, кемгә
Уйлайһың һин ярарға?

— Кемгәлер ярауҙан түгел
Минең бында булыуым,
Иртә-кисен өҙгөләнеп,
Таштан ташҡа ҡуныуым.

Бында йоҡлаған шағирҙың
Һүҙенә көй көйләйем.
Күңелендә киткәндәрен
Илгә йырлап һөйләйем!

Рамазан Шәғәлиев