Тойғон. Иҫкә алам

Посвящения
Рәми Ғариповҡа

Шиғыр итеп яҙыр был осрашыу
Ырымбурҙа булды яҙ айы.
Вокзал...
Перрон...
Эңер...
Тиҙ танышып Китеүҙең дә була үҙ яйы.
Һүҙ ҡуйыра.
Теге кеше һорай:
(Яуапты мин юрый һуҙамын.)
— Нисек йәшәй унда яҡташыбыҙ –
Рәми атлы шағир-уҙаман?
Яуап табып ҡара.
Бер нигеҙһеҙ
Һорау бирелмәйҙер буп-бушҡа.
Был күптәнге йола:
Шағирҙарҙы
Яҡын күреп һанау яҡташҡа.
Ошо бер һүҙ күпкә өҫтөндөр ул
Һәр бирелгән баһа-хаҡтарҙан;
Хаталанып әйтһә, әгәр кеше:
— Сыҡҡан ул, – тип, – беҙҙең яҡтарҙан!
Юҡҡамы ни хатта Назар Нәжми
(Ҡайҙан уға бындай уй килгән?)
Бөйөк Пушкинды ла Миңештелә
Тыумаған тип ихлас үкенгән...
Бәхет булыр бәхетһеҙлек, ахыры,
Шиғыр яҙыу...
Күңел һағайҙы.
Яҡташ, тиһәм, иҫкә алам һәр саҡ
Рәми атлы шағир ағайҙы.

Тойғон