Муса Сиражи. Яныу

Посвящения
Рәми Ғарипов иҫтәлегенә

Ул тиҙ китте...
Быҫҡыманы сөнки –
янды.
Аҙ ваҡытта ләкин Ул күп йәшәп ҡалды.
Быҫҡыманы, янды...
Шуны талап итте
выжданы.
Төтәтергә түгел,
Яҡтыртырға янды
Донъяны.
Ул метеор һымаҡ атылды –
Күк йөҙөндә яҡты эҙ
ҡалды.
Ергә түгел,
Гүргә түгел, шағир Күңелдәргә беҙҙең юл
алды...
Күҙ алдымда – йондоҙ
юлдары,
Йөрәгемдә – шиғри
моңдары...

Муса Сиражи