Гөлназ Ҡотоева. Тормош терәге

Посвящения

Азатлыҡҡа ынтылған ҡош кеүек,
Дөрөҫлөк тип типте йөрәге,
Беҙҙең быуын өсөн һүҙе – алтын,
Шиғырҙары – күңел терәге.

Уның юлы йондоҙһоҙ төн булған,
Ялт-йолт йәшнәп ҡуйған йәшене,
Ә Ерем бит һыуһап ямғыр көткән,
Көткән ямғыр – кеше йөрәге.

Шиғырҙары йылы тамсы уның.
Хәҡиҡәтте асҡан тамсылар,
Һәр кем күңелендә уның һүҙе
Яңы донъя, тормош астылар.

«Умырзая йыры» – ус төбөндә,
Бөтә күңелемде йылыта.
Әйҙәй яңы бейеклектәргә ул,
Йырлата ла, ҡайсаҡ илата.

Гөлназ Ҡотоева