Зөһрә Ҡотлогилдина. Һандуғас таңы

Посвящения

Теләр инем бары һин һайрауҙы,
Киткән саҡта теге донъяға.
Р. Ғарипов

Һин киткәндә, һалҡын ҡыштар ине,
Һайраманы инде һандуғас.
Әй туҙынды февраль бурандары,
Күктәренә, ергә һыймағас.

Яҙҙар еткәс, Ағиҙелдең ярын
Төйәк итте шөңгөр һандуғас,
Өҙгөләнеп, ярһып талпынды ул,
Үҙенә тиң моңдо һағынғас.

Һин дә ерҙә шулай сәсәй-сәсәй
Йырҙарыңды йомарт өләштең,
Һәр ҡыяҡтың телен аңлап, тойоп,
Тәбиғәттең көйөн көйләштең.

Яҙҙар һайын һандуғас йырынан
Моңға тула һинең тирә-йүн.
Әллә был ҡош һинең йырҙы отҡан,
Әллә был ҡош һинең йөрәгең?..

Зөһрә Ҡотлогилдина