Марс Закиров. Хуш бул. Күҙ алдымда

Посвящения

ХУШ БУЛ
Егерме йыл инде ҡышҡы кистә
Тыуған көнөң яңғыҙ иҫләйем.
Һуңғы тапҡыр айырылған саҡта
Ҡулың болғап, ашығып
киткәйнең.
Бөгөн кемдер ишек шаҡый
һымаҡ,
Ишетелгән кеүек тауышың.
Ишек асыҡ, Рәми, ин тиҙерәк,
Ташып бара сикһеҙ һағышым.
Егерме йыл инде, һағынһам,
Шиғырҙарың ҡыҫам түшемә.
Тыныс йоҡла, февраль һалҡын
була,
Хуш, Рәми, хуш бул, өшөмә!

КҮҘ АЛДЫМДА
Һин йырланың Ҡаратауым, тиеп,
Йүрүҙәнгә ҡарап моңландың,
Һабан турғайына хайран ҡалдың,
Шиғырҙарың уҡып ҡыуандың.
Күҙ алдымда, артҡа тарап ҡуйған
Тулҡын-тулҡын ҡара сәстәрең,
Күҙ алдымда, иген баҫыуы янғас,
Өҙгөләнеп түккән йәштәрең.
Күҙ алдымда, тигеҙһеҙлек, тиеп,
Нәфрәтләнеп хәбәр һөйләүең.
Шиғырҙарың йырға һалам, тиеп,
Аҡрын ғына йырҙар көйләүең.
Күҙ алдымда, тупрағыма, тинең,
Минең изге йәшем түгелгән.
Күҙ алдымда, һиндә генә, тинем,
Аҡыл менән хыял үрелгән.

Марс Закиров