Зәйтүнә Заһитова-Әйүпова. Көслө рухлы Өмөт еңгә. Ят сәскә

Иле барҙың кеме юҡ...
Халыҡ шағиры Рәми ағай Ғариповтың хәләл ефете Надежда Васильевнаға

КӨСЛӨ РУХЛЫ ӨМӨТ ЕҢГӘ

Ниндәй төн был?
Ниндәй айлы төн был!
Үлер инем хатта был сакта,
Үлер инем....
Тик мәңгегә түгел,
Бер минутҡа – һинең ҡосаҡта!..
Рәми Ғарипов

Даһиҙарға, бөйөктәргә
Юлдаш булыу ҡаһарманлыҡ,
Һин ялҡынға керерлек шул,
Сапҡан атты туҡтатырлыҡ.

Декабристар ҡатындары
Һыҙаттарын күрәм һиндә.
Шағир кисергән михнәттәр
Төшкән һинең дә иңеңә.

Сит ерҙәргә ереккәндә
Ҡанаттарың күп ҡанаған,
Һин ҡәҙерлеңә булғанһың
Ауыр саҡта тере ҡалҡан.

Ҡасан ысын шағирҙарҙың
Еңел булған тормоштары?!
Уларға баһа бирелә
Йылдар уҙғас, үлгәс бары...

Хәләлдәренә еңелме?
Һин яҡшы беләһең, еңгә!
Һинең күңел байлығыңды
Нимәләр менән тиңләргә?!

Зирәклегең шаҡ ҡатырһа,
Хайран ҡалам аҡылыңа.
Һин шағир күҙҙәре менән
Бағаһың уның халҡына.

Изгелеккә, игелеккә
Бағышланған ғүмер юлың.
Үҙ еренә, үҙ иленә
Ҡайтараһың уның улын,
Әммә күпме ҡаршылыҡтар!
Һин йәшен ҡайтарғыс хас та...
Ҡайҙарға терәп илайһың
Башҡайыңды, Көслө еңгә,
Оло еңгә, Бөйөк еңгә?!
Баҫҡан ерең сайҡалғанда,
Уттар күкте телгән саҡта...


ЯТ СӘСКӘ
О! Ят сәскә! Ҡайҙан килдең?
Ниндәй елдәр ташланы?
Әллә яңылыш килдеңме
Тырнағында ҡоштарҙың?

Ҡарап торам: әллә ысыҡ,
Әллә инде күҙеңдә йәш?
Бирәйем әле бер кәңәш:
Яҙмышыңа буйһон да һин
Ошо тупраҡҡа эйәләш!

Тиҙҙән орлоҡтарың етер,
Унан үҫентеләр китер,
Улар инде ошо ерҙе
Тыуған-үҫкән ере итер.
Һаҡлан тик һыуыҡ елдәрҙән,
Тамырыңды ҡоротмаһын.
О! Ят сәскә! Башҡаларҙан
Нисек юғары тораһың!

Ҡараһаң, күҙҙәр ҡамаша, –
Иң гүзәле бында һиндер.
Ерҙәге матурлыҡ түгел –
Һин йәннәттән килгәнһеңдер.
О! Ят сәскә!

Зәйтүнә Заһитова-Әйүпова