Рәсимә Ураҡсина. Надя еңгәйгә

Иле барҙың кеме юҡ...

Ҡатын-ҡыҙға төшкән бар яҙмышты
Күтәргән һалып ул иңенә.
Яҙмыш арбаһында килеп еткән
Һөйгәненең йыраҡ иленә.

Ай-һай, ҡыйын булғандыр ҙа инде
Килен булып төшөү ят ергә.
Телен иренең теле итеп,
Илен иренең иле итеп,
Хеҙмәт итә алған ул иргә.

Надя еңгәй, тиҙәр уға күптәр, –
Надя еңгәй башҡорт халҡына.
Моңон моңо итеп ошо ерҙең
Төшөнөп бөткән фиғел-холҡона.

Йөрәген дә ысын мөхәббәттән
Һәйкәл иткән Рәми ағайға.
Шағир ҡатыны тигән ауыр яҙмыш
Яҙылған да икән маңлайға...

Һәр шиғырын алтын бөртөгөндәй
Эҙләп табып ала яҙмаларҙан.
Шағир тере яңы һүҙе менән
Көнләшәлер әле яҙмағандар.

Улай-былай тиеп әйтеүҙәрҙән
Үҙгәрмәҫ шул шағир яҙмышы.
Уртаҡ үткән юғалтыу-табышта
Ҡалған шағир, күпме яҙышып!

Надя еңгәй – ул бит Өмөт еңгәй,
Шағир яҙмышы ул – һаҡлағыҙ.
Киләсәккә ҡулын һуҙған саҡта
Үткәндәре өсөн ҡаҡмағыҙ!

Шағир һайлаған яҙмыш,
Яҙмыштарҙан юҡ уҙмыш!

Рәсимә Ураҡсина