Фәнзил Санъяров Заманыбыҙ шаңдағы

Иле барҙың кеме юҡ...

Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен...
Рәми Ғарипов

Пушкин, Туҡай кеүек оло таланттарҙың бөйөклөгө һәм әсе яҙмышы хаҡында уйланып, егерме ике генә йәшлек шағир Рәми Ғарипов ана шундай шиғри юлдар яҙған. Белдеме икән йәш шағир үҙен дә шундай уҡ ижади бейеклектәр көтөүен, шиғриәтен халҡының юғары баһаларын һәм үҙенең түрә ағайҙар тарафынан һуғылып-ҡағылып, йән-тән ғазаптары күреп йәшәрен? Белдеме икән, үҙен аямайынса ҡанундарға ҡаршы көрәшеп, ғәҙеллек-сафлыҡ өсөн яғалашып, бер саҡ йөрәккәйенең ярылып бик иртә тибеүҙән туҡтарын? Р. Солтангәрәевтең заманында: «Шағирҙар йыш ҡына үҙҙәренең яҙмышын алдан әйтеп ҡуялар шул», тиеүендә оло хаҡлыҡ ятамы икән?
Белдеме икән? Белмәй булмағандыр, һиҙенгәндер.
1974 йыл. Университеттың дүртенсе ҡаты. Беҙгә, абитуриенттарға, август айының яҙмышты хәл итер көндәре. Эргәмә ҡуйы бөҙрә сәсле, мыҡты кәүҙәле ағай килде. Өҫтөндә таушала төшкән костюм, зәңгәргә аҡ юл төшкән тоноҡ күлдәк, ҡара галстук. Мөләйем, асыҡ йөҙ, ниндәйҙер уйсан, моңһоу күҙҙәр. Хәл-әхүәл һорашып, минең исем-атты, эскән һыуҙы һорашҡас, ағай:
— Ҡустым, Арҡауылдан Салауат исемле егетте таба алмаҫһыңмы? – тине.
Ағайға нишләптер яҡшылыҡ ҡылырға теләп, «Мин хәҙер», – тинем дә «һә» тигәнсе егетте табып та килтерҙем.
Һуңынан дуҫ янына килеп: «Кем булды һуң әле, йөҙө ифрат таныш», – тим.
— Аһ, Рәми Ғарипов таһа...
Рәми Ғарипов?.. Мин тәҙрә эргәһенә йүгереп килгәндә, шағир юҡ ине инде.
Шул ҡысҡа минуттар шағирҙың йөҙ-ҡиәфәтен, буй-һынын хәтеремә оҙаҡҡа ҡалдырҙы. Күҙ алдымдан китмәй шағир, ҡаршымда ғына торған кеүек...
Рәми ағай яҡты донъяла ни бары 45 кенә йыл йәшәй. Ғүмер араһы 1932 – 1977 йылдар эсенә һыйған. Йондоҙ ғүмереләй бик яҡты балҡый ҙа, атылып, тағы сағыуыраҡ балҡып һүнә. Ә бына халыҡ күңеленә мәңгелек йыр булып инеп ҡалды шағир. Бының өсөн ни бары егерме йыл самаһылай ғына ижади ғүмер ҙә еткән дә баһа. Шағир үҙе иҫән саҡта «Йүрүҙән», «Таш сәскә», «Һабантурғай йырҙары», «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» исемле шиғырҙар китаптарын күрә. Үҙе үлгәндән һуң «Йондоҙло уйҙар», «Умырзая йыры», «Ҡайтыу» («Возвращение») шиғри йыйынтыҡтары ташҡа баҫыла.
Халҡым күңеленә инеп ҡалырҙай әҫәрҙәре хаҡында фекер йөрөтһәк, иң беренсе сиратта – туған тел һәм халҡы тураһындағы шиғырҙар улар.
Мин шуға аптыраным: башҡорт халҡы йыйындарының береһендә егеттәрҙең барыһы ла Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын хәтеренә төшөрҙө. Уны белмәгән, яттан тәьҫирләнеп һөйләмәгән кеше юҡ ине.

...Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ.

Туған теле, халҡы өсөн шағир янып-көйөп йәшәй. Шәхси тормошон һәм ижадын туған телде һаҡлау һәм кешеләрҙә милли аң уятыуға арнай. Заманында Рәми Ғарипов үҙе лә «Туған тел»де бар ерҙә һөйләп йөрөр булған. Ҡағылып-һуғылып йәшәүҙәре ана шунан башланалыр ҙа инде.
Рәшит Солтангәрәев иҫтәлектәренән йәнә шул мәғлүм: 1971 йылдың ноябрендә шағир телевидение аша сығыш яһай. Тапшырыу әҙерләнгәндә, комитет бер строфаны һыҙып ташлай. Рәми Ғарипов тота ла эфирға:
Батшаларға башын эймәгәнде,
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ, –
тип заманы өсөн хәтәр һүҙҙәр уҡый. Эҙһеҙ ҡаламы ни ундай баш китәрлек һүҙҙәр? Шағир ҙа эшһеҙ-ашһыҙ ҡала, ҡара көндәр килә. Әҫәрҙәре баҫылмай, китаптары онотҡанда бер, исем өсөн генә сығарыла.
Тик әйтәһен әйтеп ҡалырға тырыша шағир. Әлеге шул тел хаҡында, ил-ер хаҡында.

...Тел асҡысы – ил асҡысы,
Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ.
Ҡаштан яҙған, күҙҙән яҙып,
Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ...
Һай, таш булмаһа, таш булма,
Аң ғына бул телеңә.
Аң булмайса туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә,
Бер түңгәк һин иленә...

Ҡобайыр бит был. Салауаттан һуң башҡорт әҙәбиәтендә һирәк осрар ҡобайыр. Халыҡ күңеленә еткерер һүҙҙәрҙе сәсәндәрсә ҡобайырһыҙ әйтеп буламы ни? Ә бит күптәр, бөгөнгө әҙәбиәттә аҡһаҡал булып йөрөр ил ағалары, ваҡытында Ғариповты иҫкелектә ғәйепләмәгәнме ни?
Һуңғы ваҡытта шәхес культы тураһында күп уҡыныҡ, белмәгәнебеҙ юҡ. Был хаҡта ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ бер-береһен уҙҙырып ярыша. Ә алтмышынсы йылдарҙа шул уҡ тарихсы «генералдар», оло әҙиптәр ни турала яҙҙылар, һөйләнеләр – иҫләйҙәрме үҙҙәре?
Рәми Ғарипов иһә 1961 йылда уҡ «Табыныу» («1937») поэмаһын ижад итә.

...Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл...
Ниңә хәҙер һинең яманат?
Юҡ, туйҙан һуң дөңгөр ҡағыу түгел,
Килер быуынға был – Аманат.

...Был вәхшәтте халыҡ онотмаһын,
Онотмаһын килер быуындар.
Ерҙә тағы берәй Алла тыуһа,
Ул Алланы ерҙән ҡыуһындар.

Тәхеткә килер тағы бер батша мәлендә үк ана ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән кешеләргә өндәшкән шағир. Тыңлайһы, ҡолаҡ һалаһы ине лә бит. Юҡ шул. Тәхеткә ултырттыҡ та табына башланыҡ. Ул аңһыҙ табыныу бөгөнгө көн харабаларына еткермәнеме ни беҙҙе? Үҙенең бер шиғырында Рәми Ғарипов шундай юлдар яҙа:

Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир – шаңдағы ул замандың
Һәм көсө лә уның халҡында.

Ирек һөйөр халҡынан илһам алып, шағир замандың шаңдағына әүерелде, ул шаңдаҡ алыҫтан нур сәсеп, яҡтылыҡ һибер, халҡына хаҡ юл күрһәтер көскә әүерелде. Салауат, Бабич, Вәлидиҙәр кеүек, Рәми Ғарипов та диңгеҙҙәй халыҡтың тере тамсыһы.
Кем уйлаһын, тере Рәми менән бер-ике минутлыҡ ҡына осрашыу һәм ул уҡыған, уны патриот итеп тәрбиәләгән уҡытыусылары, тәрбиәселәре менән аралашып йәшәүҙе... Улай ғына ла түгел, һөйөклө ҡатыны Надежда Васильевна менән дуҫлашып, теләктәш булып китерҙе, ҡыҙы Гөлнара менән биш йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотошоп бергә эшләп йөрөрҙө.
Бөгөнгө ысынбарлығым шулай – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында халҡыбыҙға, башҡорт теленә хеҙмәт иткән көн... Был үҙенә күрә бер ғорурлыҡ та һәм, һис шикһеҙ, оло яуаплылыҡ та. Беҙ, беренсе сиратта, Рәми, уның яҡты рухы алдында яуаплы. Әммә эшебеҙ, уй-хыялыбыҙ менән ялҡынлы шағир алдында йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Коллектив хәстәрлеге менән ҡуйылған һәйкәлдән, Пушкин әйтмешләй, кеше һуҡмағы өҙөлмәй, мәрмәр плита өҫтөндә – Рәми яратҡан сәскәләр гөлләмәһе. Тиҫтә йылдан ашыу арҙаҡлы шәхестәребеҙ, шағирҙы һәм интернатты данлаған авторҙарыбыҙ һәр йыл Рәми Ғарипов премияһына лайыҡ була. Быйыл гимназияла өс ай дауамында халыҡ шағирының 70 йыллыҡ юбилейына арналған күп төрлө саралар уҙғарыла. Уларҙың иң сағыуҙары: республика гимназия һәм лицей уҡыусыларының фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм, әлбиттә, шағирҙың юбилей кисәһе.
Ҡыуанысым сикһеҙ, сөнки гимназиябыҙҙа уҡыусылар, педагогтар Рәми рухы менән йәшәй, һәр кем шағирҙы үҙенсә аса, аңлай, фәлсәфәһен өйрәнә.
XI «В» класы уҡыусыһы Эльвира Солтанова үҙ шиғырында бына нимә ти:
...Өмөт тулы наҙлы, йылы ҡараш
Белем усағына әйҙәне.
«Яҡшы ҡыҙ һәм батыр егет бул!» – тип,
Фән тауына беҙҙе өндәне.
Туған телгә, илгә, ғәзиз ергә
Һин халҡымда һөйөү уяттың.
Рәхмәт һиңә, бөйөк Рәми ағай.
Яҡты киләсәккә юл астың!
Яңы уҡыу йылында Силәбенән уҡырға килгән Гөлиә Әхмәтова ла «Осрашыу» шиғырында үҙенең балаларса эскерһеҙ уй-хыялын асып һала:
...Рәми ағай һынын күргән һайын:
— Һаумы, ағай! – тип өндәшәм.
— Сәләм! – ти ул. – 1-се интернаттанмы?
— Эйе, – тим мин, – һеҙ уҡыған,
Һеҙҙең исем, рухтан дан алған йорттан!
Һеҙҙе, ағай, мин бик хөрмәт итәм,
Һәм яратам бала сағымдан.
— Ярай, – ти ағай. – Тап төшөрмә
Ошо йортҡа, шунда үҫкән ҙур ғаиләгә.
Белем, илһам алып, илгә таяныс булып,
Таралырға яҙһын ғаләмгә!
VIII класс уҡыусыһының диалогка ҡоролған шиғырының ҡайһы бер кәмселектәрен ситкә ҡуйып тороп, ысын күңелдән әйткән һүҙҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел, минеңсә. Унда «йәш һәм таныш булмаған быуындың» ихласлығы асыҡ сағыла. Туған телен, Башҡортостанын яратҡан, Рәми рухында тәрбиәләнгән быуын улар.
Гимназия-интернатыбыҙға инеү менән Рәми Ғариповтың ҙур портреты ҡаршылай. Уның эргәһендә балалар ҡулы менән яһалған календарь эленгән. Йыртылмаған биттәре аҙайған һайын, йөрәктәребеҙ йышыраҡ тибә, тулҡынланыуҙарыбыҙ көсәйә бара. Үҙең иҫән саҡта күрелмәгән ҡәҙереңде белеп, рухың яҡтырып, күңелең ҡыуанып ятһын, шағир!

Фәнзил Санъяров,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты директоры,
филология фәндәре кандидаты