Зөһрә Сәлимйәнова. Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!

Иле барҙың кеме юҡ...

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында шағирҙың 70 йыллыҡ юбилейына әҙерлек йәйҙән үк башланды тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина менән тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Динә Әмир ҡыҙы Шәймырҙина етәкселегендә утыҙлап уҡыусы былтыр май аҙағында Салауат районында сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр үҙ алдарына ике маҡсат ҡуйҙы. Беренсеһе – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 250 йыллығына әҙерләнеп, уның тыуған яғында булырға, район үҙәгендәге музей менән танышырға, бала сағы эҙҙәренән үтергә, материалдар тупларға. Икенсеһе: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылға барырға, музейын күрергә, уны белгән яҡташтары менән осрашып һөйләшергә.
Ике маҡсаттарын да тормошҡа ашырып, бик күп тәьҫораттар менән ҡайтты уҡыусылар Салауат батыр һәм халыҡ шағиры төйәгенән.
Инде быйылғы уҡыу йылы башланғас, гимназияла 20 ноябрҙән Рәми Ғариповҡа арналған өс айлыҡ иғлан ителде. Ошо ваҡыт эсендә асыҡ дәрестәр, төрлө саралар уҙғарылды. Һәр класс стена гәзите сығарҙы, альбомдар биҙәне. Рәми Ғарипов шиғырҙарын һөйләү буйынса конкурс үткәрелде. Шағирға арнап яҙылған шиғырҙар, хаттар араһында ла бәйге ойошторолдо. Кластарҙа иншалар яҙылды. «Мөғжизәләр яланы»нда уҡыусылар Рәми Ғариповтың ижадын бик яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. «Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!» исеме менән үткән әҙәби-музыкаль кисәлә шағирҙың тормош иптәше Надежда Васильевна һәм ҡыҙы Гөлнара ла ҡатнашты.
Февраль – Рәми Ғариповтың тыуған һәм үлгән айы. Шуға күрә лә был көндәрҙә гимназияла айырыуса күп саралар уҙғарылды. Алтыһында, мәҫәлән, шағир ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла ғалимдар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа бик ҡыҙыҡлы докладтар әҙерләп сығыш яһаны. Һигеҙендә драматург Наил Ғәйетбайҙың «Төн» спектакле күрһәтелде. Уны сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамова ҡуйған. Артистка етәкселек иткән драма түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусылар килештереп уйнаны. Бигерәк тә X «Г» класы уҡыусыһы Вилдан Шакировтың сығышын оҡшаттылар. Сәхнәлә Рәми Ғарипов образын күрһәтер өсөн Вилдан шағирҙың әҫәрҙәрен, көндәлектәрен уҡып сыҡҡан. Был ролде бик тулҡынланып һәм етди итеп башҡарҙы. Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә гимназияла йомғаҡлау кисәһе булды. Унда шағирҙың 70 йыллыҡ юбилейы айҡанлы башҡарылған эштәрҙе баһалап, еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Рәми ағайға арнап шиғыр яҙған уҡыусылар араһында «Йәншишмә» гәзитенең әүҙем авторҙары һәм хәбәрселәре Ләлә Аҡсурина, Ирина Ҡаһирова һәм Ләйсән Ҡасимоваларҙың булыуы ла беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы.
Кисәлә шулай уҡ гимназия үҙенең яңы лауреаттарын ҡотланы. 1991 йылдан башлап мәктәптә Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә бындай маҡтаулы исемгә шағирҙар араһынан Рауил Бикбаев, Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Тимер Йосопов, Тамара Ғәниева, Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов һәм тормош иптәше Надежда Ғариповалар лайыҡ булғайны. Лауреаттар уҡыусылар араһынан да йыл да тиерлек билдәләнә килә. Быға тиклем Гөлнара Хәлфетдинова, Айһылыу Абдуллина, Ләйсән Мусина, Нурзидә Ғәлләмова һәм Илһам Ямғурсиндарға шағир исемендәге премиялар бирелгәйне. Ә быйыл был маҡтаулы исем гимназияның иң әүҙем уҡыусылары араһынан Рафаэль Ғәйнуллинғд (X класс) һәм «Төн» спектаклендә Рәми ролен башҡарыусы Вилдан Шакировҡа (XI класс) тапшырылды. Ә өлкәндәрҙән шағир премияһын композитор Роза Сәхәүетдинова менән яҙыусы Ғәзим Шафиҡов алды.
Яҙыусының тыуған көнө үтеү менән юбилейға арналған саралар тамамланмай әле. 14–15 февралдә бер төркөм әҙиптәр Рәми Ғариповтың тыуған яғы Салауат районына юлланасаҡ. Район үҙәге Малаяҙҙа һәм тыуған ауылы Арҡауылда кисәләр, осрашыуҙар уҙғарыласаҡ. Ун бишендә гимназиянан утыҙлап кеше Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылына барасаҡ. Терәк мәктәбе һаналған был белем усағында ла Рәми Ғариповҡа бағышланған кисә үткәрелеп, һуңынан концерт күрһәтеләсәк.
Бөтә был эштәрҙе ойоштороуҙа XI класс уҡыусыһы Рафаэль Ғәйнуллиндың өлкәндәргә ярҙамы бик ҙур. Ул синтезаторҙа ла, гитарала ла, пианинола ла уйнай. Рәми Ғариповтың шиғырҙарына көйҙәр ҙә яҙған. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зәкинә Ислам ҡыҙы Хисамова; Гөлсирә Фәрит ҡыҙы Шаһиева, Фәниә Тимерғәли ҡыҙы Ғәлиналар күп тырышлыҡ һалған.
5 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 70 йыллыҡ юбилейына арналған хәтер кисәһе буласаҡ.
Әлбиттә, бындай саралар үтә лә китә. Ә шағир ижады – мәңгелек. Беҙ уға алдағы көндәребеҙҙә лә гел генә йыш-йыш мөрәжәғәт итеп торасаҡбыҙ: шатлыҡта ла, ҡайғыла ла. Ул беҙҙең менән, аҙаҡ балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ менән килер йылдарға бергә атлап барасаҡ. Сөнки ул мәңге киләсәк шағиры булып ҡаласаҡ. Юҡҡа ғына был хаҡта үҙе лә шулай тип яҙмаған бит:

КИЛӘСӘГЕМ! АС ҺИН ИШЕГЕҢДЕ!
МИН ҠАЙТТЫМ БИТ!.. БЫЛ МИН – РӘМИ.

Зөһрә Салимйәнова