Нур Ислам. «Телгә алыр улар мине лә...»

Иле барҙың кеме юҡ...

2002 йылдың 14 февралендә Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылда мәшһүр әҙиптең хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды.
Салауат районы хакимиәте башлығы Харис Шәрәфи улы Һаҙыев кисәне асып, шағирҙың ауылдаштарын ҙур юбилей.
менән ҡотланы һәм ҡыҫҡаса Рәми Ғариповтың биографияһы менән таныштырҙы.
— Залда ултырған ололар, ауылдаштары Рәми ағайҙы күреп, йәш быуындар уның шиғырҙары, ижады аша ишетеп белә. Үҙенең ижады менән мәшһүр шағир башҡорт әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ мираҫ ҡалдырҙы. Беҙ уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ, – тине ул.
X. Ш. Һаҙыев Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм уның етәкселегендә килгән делегация ағзалары, танылған шағирҙар менән таныштырҙы. Уларҙың барыһын да һәм Рәми Ғариповтың тормош иптәше Надежда Васильевнаны, шағирҙың улы Азаматты, энеһе Урал һәм килене Фәниә Ғариповтарҙы, һеңлеһе Мөршиҙә апайҙы ауыл халҡы алҡышлап ҡаршы алды. Артабан һүҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа бирелде:
— Хөрмәтле арҡауылдар, Рәми Ғариповтың яҡташтары! һеҙҙең күҙҙәрегеҙгә ҡарап, уны ни тиклем хөрмәт итеүегеҙҙе аңлайым. Мостафа ағай Кәрим бер кисәлә: «... Ғабдулла Туҡай ошо ваҡытта нишләр ине?» – тигәйне. Мин дә бөгөн шундай һорау бирәм: «Рәми Ғарипов ошо ваҡытта нишләр ине?» Мәшһүр шағирыбыҙ шиғриәткә, халҡыбыҙға, туған телебеҙҙе үҫтереүгә оло үрнәк булып ҡала. Рәми Ғариповтың 70 йыллығына иҫтәлек итеп, башҡорт телендә сыҡҡан иң ҙур әҙәби китап алып килдем. Унда Салауат Юлаев шиғырҙары ла, Рәми Ғариповтың ижад емештәре лә баҫылған.
һүҙ шағирҙың тормош иптәше Надежда Васильевнаға бирелә. Ул Рәми Ғариповтың шиғырҙарын башҡорт телендә уҡып, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Өфө ҡалаһы 1-се һанлы башҡорт гимназияһы директоры Фәнзил Бүләк улы Санъяров шағирҙың ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп былай тине:
— Бөгөн Рәми Ғарипов исемен йөрөткән башҡорт гимназияһы халҡыбыҙға 17 яҙыусы һәм шағирҙы биргән. Шуның өсөн беҙ ҙә ошо кисәлә ултырырға хаҡлыбыҙҙыр, тип уйлайым. Мин 770 бала һәм уларҙы уҡытҡан 120 уҡытыусы исеменән һеҙгә күп сәләм алып килдем. Беҙ һәр ваҡыт уҡыусыларыбыҙҙы Рәми рухында тәрбиәләргә тырыштыҡ һәм маҡсатыбыҙға ирештек, тип әйтер инем.
Рәми ағайҙың иң яратҡан шәкерттәренең береһе, Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты шағир Тимер Йосопов шиғырҙарын уҡыны, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
— Хөрмәтле Арҡауыл халҡы! Мин күп урында сығыш яһаным, ләкин бындағы һымаҡ тулҡынланғаным юҡ ине, – тине ул. – Урал менән беҙ бер мәлде Рәми ағайға бесән сабыштыҡ. Бер аҙ эшләгәс, мин Рәмиҙән, йә нисек, арыу ғына саптыммы, тип һораным. Ул бик маҡтап: «Эйе, бер кәзәлек саптың», – тигәйне. Шунда рәхәтләнеп көлөшкәйнек...
Шағирҙың бер туған энеһе Урал Йәғәфәр улы хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә килгән ауылдаштарының барыһына ла рәхмәт белдерҙе. «Рәми ағайҙың мине беренсе тапҡыр уҡырға алып барғаны бөгөнгөләй хәтеремдә уйылып ҡалған, – тине ул. – 1953 йылда беҙҙе, өс ир баланы, инәйем оҙатып ҡалды. Ағайым мине Мәскәүгә алып китте. Ярты уҡыу йылын Мәскәү ҡалаһында үткәрҙем. Ләкин ауырлыҡтар арҡаһында, каникул ваҡытында Өфөгә ҡайтып, интернат-мәктәпте тамамларға насип булды.
Рәми ағай бик уҡымышлы ине. Төндәр буйы шәм яҡтыһында уҡып сығыр ине. Һәр нәмәне үҙенең блокнотына яҙып барҙы. Уның көндәлектәрен уҡыһағыҙ, бөтә донъяһын аңларһығыҙ...»
— Мин Арҡауылға Рәхмәтуллина булып килгәйнем, Ғарипова булып киттем һәм сикһеҙ ғорурланам. 13 йыл Арҡауыл ауылында уҡытырға тура килде, – тине Урал Йәғәфәр улының тормош иптәше Фәниә ханым.
Салауат Юлаев, Ганс Христиан Андерсен исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты, шағир-яҡташыбыҙ Сафуан Әлибай ҙа Рәми Ғарипов тураһында үҙенең иҫтәлектәрен бәйән итте һәм арҡауылдарға «Мөхәббәтем йырҙарымда» исемле йырҙар йыйынтығы менән аудиокассета бүләк итте.
Рәми Ғариповтың инәһе Мәрйәм апайға буласаҡ шағир тыуғанда ни бары 17 йәш кенә була. Ә 28 йәшендә генә 4 бала менән тороп ҡала ул. Колхоз эшендә ал бирмәй эшләгән әсә «За трудовое отличие» миҙалына лайыҡ була.
— Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, өс ағайымды ла уҡытты, икеһе Мәскәүҙә, береһе Силәбелә юғары белем алдылар. Мин китап буйынса уҡып сыҡҡас, Рәми ағайым бик шатланғайны. «Иң беренсе китап һинең ҡулдан үтә, аҙаҡ һин уларҙы кешеләргә таратасаҡһың», – тип дәртләндерә торғайны. Миңә Рәми ағайымдың 50, 60, ә хәҙер 70 йыллығын үткәргәндә ҡатнашырға тура килде. Уның ижадын халыҡҡа еткерергә тырышҡан шәкерттәренә, Өфө башҡорт гимназияһы директорына бик ҙур рәхмәт, – тине Мөршиҙә апай.
З. Биишева, С. Чекмарев исемендәге премиялар лауреаты, танылған шағир Ирек Кинйәбулатов Салауат ерен башҡорт халыҡ Мәккәһенә тиңләне.
— Рәми Ғарипов менән ҡапма-ҡаршы ултырып, бергә «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләргә тура килде, – тине ул.
Рәми ағайҙың оло улы Салауат оҙаҡ йылдар Учалы ҡалаһында элемтә бүлеге начальнигы булып эшләй, «Рәсәй Федерацияһының элемтә оҫтаһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе» тигән абруйлы исемдәргә лайыҡ, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элемтә ветераны. Ҡыҙы Гөлнара – музыка белгесе. Шағирҙың икенсе улы Азамат бөгөн үҙенең улы менән ҡунаҡҡа килгән. Рәссам булараҡ ул да атаһы ижадына яҡын. Ул залда ултырған ауылдаштарына ҙур рәхмәт белдерҙе.
— Еребеҙҙә бомбалар шартлай, кешеләр һәләк була, һуғыштар бара, ә беҙҙә, Урал тауҙары буйында, һиллек, матур тормош. Беҙҙә музейҙар, мәҙәниәт усаҡтары асыла, премиялар булдырыла, Рәми ағайҙың китаптары басыла. Тимәк, уның тыны, ҡаны киләсәк быуындарға етәсәк, әйтер һүҙе аманат булып күсәсәк. Йәнә бер шиғырҙар китабы сығырға тора. Ул беҙгә бик кәрәк. Әгәр ҙә эпостарыбыҙ, йырҙарыбыҙҙы халыҡҡа еткерәбеҙ икән, Рәми Ғариповтың, Шәйехзада Бабичтың һүнмәҫ шиғырҙарын яратып уҡып, үҙ телебеҙҙе нығытабыҙ, – тине 3. Биишева, С. Чекмарев, Салауат Юлаев премиялары лауреаты Ҡәҙим Аралбай. Ул «Ҡаратау тотҡоно» поэмаһы тураһында һөйләне, шиғырын уҡып ишеттерҙе. Артабан һүҙ шағир Риф Тойғонға бирелде. Ул да үҙенең шиғырҙарын уҡыны.
Арҡауыл ауыл хакимиәте башлығы Дамир Ишбирҙин ҡунаҡтарға ауыл халҡы исеменән бүләктәр тапшырҙы. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе концерт программаһы менән биҙәлде.
Мәҙәниәт йортоноң залы халыҡ менән шығрым тулы ине. Тимәк, ауылдаштары ялҡынлы шағир Рәми Ғариповтың ижадына тоғро булып, уның аманатын һаҡлай, уның яҡты иҫтәлеген һәр саҡ йөрәк түрендә тота.

Нур Ислам