Линә Шәүәлиева. Шәхестәребеҙ төйәгендә
Данлы Салауат яҡтары... Мәшһүр батырыбыҙ Салауат, мәшһүр шағирыбыҙ Рәми тыуған ерҙәр, Әй, Йүрүҙән буйҙары, данлы Янғантау! Шунлыҡтан һәр саҡ күңелдәрҙе арбап, йөрәктәрҙе үҙенә саҡырып торған яҡ! 2001 йылдың май аҙағында гимназия-интернаттың бер төркөм уҡыу алдынғылары менән Салауат яҡтарына юлландыҡ.
Йылдар үткән һайын Салауат, Рәми образдары халҡыбыҙҙың күңелендә тәрәнерәк уйыла бара, яңы, йәш быуын үҙен Салауат, Рәми улдары, ҡыҙҙары итеп ҡабул итә. Бөтә быуын балалары өсөн дә мәңгелек маяҡ булған Салауат, Рәми әле күптәрҙе уйландырыр, рухландырыр, яңы үрҙәргә әйҙәр.
...Шағир әйтмешләй, тәбиғәттең кәләш кенә сағы... Бөтә тирә-яҡ сағыу йәшел төҫтә. Күк салт аяҙ. Ярҙарына ҡайтырға ашыҡмаған йылғаларҙы күҙәтеп бара торғас, Әлкәгә еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Бер аҙ арыған да кеүек инек, ләкин изге ергә аяҡ баҫыу менән хәл инеп киткәндәй булды. Хатта сәй ҡайнағансы, беҙҙе ҡаршылаған Эльмира Заһиҙуллина менән күрше Шағанай ауылынан әйләнеп ҡайтырға булдыҡ. Һөйләүҙәре буйынса, Салауаттың ҡатыны Әминә тап ошо ауыл ҡыҙы булған. Тимәк, Салауат был ерҙәрҙе һыбайлы ла, йәйәү ҙә арҡылыға-буйға йөрөгән. Ә бөгөн ауылдың иң ҡалҡыу урынында Салауатҡа һәйкәл ҡуйылған. Алдында сәскәләр...
Ҡайтышлай өлкә ауылындағы Салауат музейында булырға өлгөрҙөк. Был музейға нигеҙ һалыусы Тархан Заһиҙуллин инде гүр эйәһе булған. Хәҙер уның эшен килене Эльвира Заһиҙуллина дауам итә. Бер тин алмайынса, түләүһеҙ. Һәр изге эштең дауамы булырға тейеш. Эльвира кеүек түләүһеҙ эшләргә теләүселәр булырмы киләсәктә? Шул тиклем ҡомартҡы юҡҡа сыҡмаҫмы? Борсолдора...
Ә иртәнсәк беҙ өлкә мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары менән осраштыҡ. Ваҡыт аяуһыҙ. Осрашыу ҡыҫҡа, ләкин фәһемле, тулҡынландырғыс булды.
Алда беҙҙе Малаяҙ көтә ине. Ҙур ҡыҙыҡһыныу, тулҡынланыу кисереп, Салауат музейына аяҡ баҫтыҡ. Беҙҙе унда, туғандарын көткәндәй, бик йылы ҡаршы алдылар. Салауаттыҡы тип фаразланған ҡылыс һәм эйәрҙе, «З, Б, И» хәрефтәре тамғаланған, утта ҡыҙҙырып келәймә һуға торған тимерҙәрҙе, 1773–1775 йылдарҙан бирле һаҡланған документтарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, йөрәктәребеҙ тетрәнде. Бай ҙа, йөкмәткеле лә экспозициялар. Тархан ағай һәм уның улы Айрат Заһиҙуллиндар тарафынан эшләнгән һоҡланғыс картиналар Салауаттың тулы образын кәүҙәләндерергә булышлыҡ итә. Салауат тураһында брошюралар, фотографиялар алып, беҙ юлыбыҙҙы Янғантауға табан дауам иттек.
Унда иң хәтерҙә ҡалғаны 999 күтәрмәле Янғантау банҡыстары буйлап төшөү булды. Төшөүен төшөлдө, ә бына кире менеү еңелдән булманы. Ләкин берәү ҙә үкенмәне: Йүрүҙәнде күрҙек, фотоға төштөк. Ер аҫтынан сыҡҡан быуҙарҙа тирләп-бешеп ултырған дауаланыусы апай-ағайҙарҙы күрҙек.
Артабан юлыбыҙ Арҡауылға ине.
Арҡауыл... Рәми ағайыбыҙҙың тыуған ауылы... Бына ул тыуған йорт... Ашығып-ашҡынып ҡапҡаны асабыҙ. Ихатала – һәйкәл. Шул саҡ арабыҙҙан кемдер түҙмәй: «Һаумы, Рәми ағай! Гимназияла уҡыған бөтә ғариповсыларҙан, уҡытыусы-тәрбиәселәребеҙҙән һиңә ҡайнар сәләм!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ағайҙың уйсан йөҙө, әйтерһең, кинәт яҡтырып китте, йылмайғандай булды...
Ә йорт эсендә беҙҙе Рәми ағайҙың һабаҡташы, гимназиябыҙҙың элекке уҡыусыһы көтә ине. Ағайҙың халыҡ шағиры тураһындағы хәтирәләре онотолмаҫлыҡ булып йөрәктәрҙә уйылды. Рәми ағайҙың ҡул эҙҙәре ҡалған урындыҡ, һике, сынаяҡ һәм башҡа предметтар инде музей экспонаттарына әйләнгән, ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡланыла. Хатта тәҙрә төбөндә теп-тере гөл дә үҫеп ултыра. Әйтерһең, Мәрйәм апай ҡайҙалыр сыҡҡан да хәҙер килеп инер кеүек...
Ә ихаталағы баҡсаның бер мөйөшөндә Рәми ағай үҙ ҡулдары менән ултыртҡан ҡайын быйыл да йәм-йәшел япраҡ ярып, шаулап үҫә. Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа...
Арҡауыл мәктәбе уҡыусылары беҙ барғанда таралышҡан ине инде. Ә уҡытыусылары йылы аш менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Аралашып, йәнле генә һөйләшеп тә алдыҡ. Бик татыу матур бер ғаилә булып йәшәп яталар. Тик шуныһы күңелде ҡырҙы: мәктәптә иғландар, саҡырыуҙар, күрһәтмәләр башлыса русса яҙылған. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа бер-береһе менән русса аралаша. Быға хатта беҙҙең балалар ҙа иғтибар итте. Хайран ҡалдыҡ. Телем, халҡым, илем, тип йән атҡан Рәми Ғариповтың тыуған ауылында шулай булғас, башҡаларға ни үпкә? Рәми рухы ул уҡыған мәктәптә лә булмағас, ҡайҙа булырға тейеш? Рәмиҙең һыҙланыуҙарын, яныу-көйөүҙәрен, хыял-өмөттәрен, яҡташтары, нисек аҡламаҡсы булаһығыҙ?
Әсенеү һәм әрнеү тойғоһо менән ҡайтыуға табан юл алдыҡ. Оҙата сыҡҡанда берәү, ваҡытығыҙ булһа, Рәми ағайҙың бер туған һеңлеһе, Мөршиҙә апайҙы ла күреп китә алаһығыҙ, тине.
«Хәтирәләр генә ҡалды шул, – тип башланы һүҙен Мөршиҙә апай. – Атайым үлгәс, донъя тотҡаһы булып Рәмил (Мөршиҙә апай шулай атай ағаһын) ағайым ҡалды. Тормош ауырлығы башлыса уға төштө. Китап уҡырға яратты, ижади эш төрҙәрен теләп башҡара ине. Тормошто, кешеләрҙе яратты. Зарланып йәшәмәне. Шулай итеп хәтеремдә ҡалды», – тип бөтөрҙө һүҙен Мөршиҙә апай.
Салауат районында эшлекле, уңған, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Йорттар төҙөк, матур. Ауылдарҙа ҡот бар. Бөтә ерҙә лә беҙҙе киң күңел, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалдылар. Рәхмәт, дустар.
Яратҡан гимназиябыҙға кисләтеп кенә ҡайтып төштөк. Ни бары 36 сәғәт йөрөгәнбеҙ, ә күпме рухи аҙыҡ, күпме ғорурлыҡ, күпме хис-тойғолар менән ҡайттыҡ!
Линә Шәүәлиева