Минзәлә Мөхәмәтова. Хазиналар һандығы
Туған телем халҡыбыҙҙың бөтә тарихын, мәҙәниәтен, матурлығын һаҡлаусы, уларҙы быуындан быуынға тапшыра килеүсе хазиналар һандығын хәтерләтә миңә.
Халҡыбыҙ борон-борондан үҙ телен нисегерәк тә ҡәҙерләй, нисегерәк тә һаҡлай белгән шул. Шул хаҡта әллә күпме мәҡәл-әйтемдәр ҙә ижад иткән ул: «Телһеҙ кеше – ярты кеше», «Теле барҙың – юлы бар», «Телен һаҡлаған – башын һаҡлар». Был тәрән мәғәнәле, аҡыллы һүҙҙәр бер нисә телде бутап һөйләшеүсе, дөрөҫөрәге, ул телдәрҙең береһен дә, шулай ук үҙен дә ихтирам итмәүсе ҡылансыҡ бәндәләргә ҡағыла. Һуңғы ваҡытта, минеңсә, ундайҙар кәмегәндән-кәмей, аҙайғандан-аҙая. Сөнки хөкүмәтебеҙ, дәүләт етәкселәре Башҡортостанда йәшәүсе һәр милләт балаһын үҙ туған телендә уҡытыуға ныҡлы иғтибар бирә башланы.
Яҙыусыларыбыҙ ҙа туған тел тураһында береһенән-береһе һәйбәт әҫәрҙәр ижад итә, әҙәби-публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. Икенсе төрлө әйткәндә, улар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың юлын уңышлы дауам иттерә.
Ә бит яҡташ шағирыбыҙ, бер уйлаһаң, үҙ халҡы, үҙ туған теле өсөн күпме ҡыйынлыҡтар, кәмһетелеүҙәр кисергән. Шуға бәйле бер ваҡиғаны яҙып китмәй булдыра алмайым.
Бер ваҡыт яҙыусыларҙы элекке КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына саҡыралар. Көн тәртибендә – йәш шағир Рәми Ғариповтың «Туған тел» тигән «милләтсел» шиғырын тикшереү.
Шағирыбыҙҙың ғорур ҡиәфәте минең күҙ алдымда шулай һынлана: Рәми ағай киң маңлайлы, бөҙрә сәсле башын юғары күтәргән, күҙҙәренән осҡондар сәсрәй. Һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырмай. Уның бер яуабы залдағыларҙың иҫендә бигерәк тә ныҡ ҡала:
— Пушкин батша заманында ла үҙенең рус телен данлап шиғыр яҙған бит. Ни өсөн әле мин үҙемдең башҡорт телен данлап яҙмаҫҡа тейешмен?! Халҡым алдында минең намыҫым саф. Ә «Туған тел» шиғырынан баш тартырға уйламайым!
Заманында Рәми Ғарипов кеүек халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарына эшләргә, һөйләргә, милләттәштәре менән ысын күңелдән аралашырға мөмкинлектәр бирмәү арҡаһында, туған телебеҙ юҡҡа сыға яҙҙы. Шул арҡала йәмғиәтебеҙҙә рухи яҡтан зәғиф, маңҡорт кешеләр күбәйҙе. Башҡорт булып та, үҙ туған телендә һөйләшә, уҡый-яҙа белмәгән, башҡорт булып та, ситтә бәхет, оҙон аҡса эҙләп йөрөп ғүмер үткәргән, ҡарт көнөндә, бик теләһә лә, тыуған Башҡортостанына ҡайта алмағандар ишәйҙе. Ошо турала Рәми Ғариповтың шәкерте, дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев «Халҡыма хат» тигән шиғырында, борсолоп, шулай тип яҙа:
Туғанынан яҙған –
ярты етем,
Туған теленән яҙған –
мең етем,
Телде тоҙаҡларлыҡ
ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, уян,
милләтем!
Туған телебеҙ – халҡыбыҙҙың хазиналар һандығы һәр ҡайһыбыҙҙы белемле, аҡыллы, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй. Минең бөтә хыялым – киләсәктә туған тел мөғәллимәһе булып, ошо һандыҡты асып, ундағы хазиналарҙы, ысын рухи хазиналарҙы, балаларға йомарт өләшеү.
Минзәлә Мөхәмәтова,
Салауат районы, Лағыр ауылы