Төҙөүсенән. Надежда Ғарипова

Иле барҙың кеме юҡ...

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Бына Шағир хаҡындағы хәтер китабының аҙаҡҡы битен асаһығыҙ. Ер йөҙөндәге һәр кеше – үҙе бер роман, тиҙәр бит. Ә Рәмиҙең ҡыҫҡа ғына ғүмере ифрат тәрән йөкмәткеле, киң ҡоласлы эпик әҫәргә тиң ине. Был китапҡа шул бөйөк һәм фәһемле ғүмерҙең замандаштары күңелендә уйылып ҡалған айырым-айырым мәлдәренең ҡыҫҡа-ҡыҫҡа сатҡылары ғына йыйып алынды. Ә ул сатҡыларҙы һирпкән дөрләү уттың төп янғыны мәңгелеккә минең йөрәгемдә ҡалды һәм ул һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә бәғеремде һыҙлатып, үҙем менән бергә генә китәсәк... Әммә Халыҡ Шағирына халҡыбыҙ улдарының һәм ҡыҙҙарының үҙ ҡулынан яҙылған бөтмәҫ-төкәнмәҫ ил һөйөүен, уның ауыр яҙмышы өсөн ил әрнеүен дөрөҫ сағылдырған йыйынтығыбыҙ халыҡ улы Рәми Ғариповҡа, уның ижадынан ҡала, иң ҙур һәйкәл буласаҡ, тип уйлайым. Шуның өсөн иҫтәлектәрҙең һәм башҡа ихлас яҙмаларҙың авторҙарына – аҡһаҡал-уҙамандарҙан алып мәктәп йәшендәге үҫмерҙәргә тиклем бөтә замандаштарыбыҙға ҡайнар рәхмәтемде белдерәм. Материалдар йыйышыуҙа, китапты әҙерләшеүҙә әүҙем ҡатнашҡан шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаға ифрат рәхмәтлемен. Бигерәк тә Рәмиҙең фекерҙәш йән дуҫы һәм талантлы ҡәләмдәше, әүәлдән үк беҙҙең ғаилә дуҫыбыҙ Йыһат Солтановҡа рәхмәтем ҙур – был китапты төҙөүҙә ул миңә ныҡ ярҙам итте. Шул уҡ ваҡытта, Рәми рухына тоғролоҡ һаҡлап, әйтеп үтеүҙе бурысым һанайым: Йыһат Солтановтың ижади яҙмышының да заманында нәшриәттә бер юлы алты китабы быуылып ҡалған йән дуҫы Рәмиҙекен ныҡ хәтерләтеүе бик хафаландырта мине. Халҡыбыҙҙың зыялы улдарына һәм ҡыҙҙарына үҙҙәре иҫән сағында уҡ тейешле иғтибар итеү, игелек эшләү фарыздыр. Рәми яҙмышы беҙгә ошо йәһәттән дә изге һабаҡ булһын.

Надежда Ғарипова