Рауил Бикбаев. Рәми. Шағир тураһында китап. – Өфө, Китап, 2007. – 616 бит.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов хаҡында үҙе тере саҡта, бигерәк тә вафат булғанынан һуң байтаҡ яҙылһа ла, уның бай мираҫы әлегә махсус өйрәнелмәгән. Шағирҙың тормош һәм ижад юлы хаҡындағы был китапта Рәми Ғариповтың рухи донъяһы, бай миҫалдарға нигеҙләнеп, төрлө яҡлап байҡала.