Рәми халыҡ күңелендә

Рәми Ғариповтың ижады ла, йәшәйеше лә халыҡ өсөн һәм халыҡ менән бергә булды. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә ул бик күптәрҙең яҙмышына тонотолмаҫлыҡ вакиғалар бүләк итә алды. Бәғзеләрен ижадҡа әйҙәне, бәғзеләре менән бер парта артында белем алды, кемдер өсөн ул ағайға әйләнде, әммә барыбыҙ өсөн дә ул, тәү сиратта, башҡорттоң иң талантлы шағирыбулып ҡалды. Халыҡ үҙенең ҡаһарман улының ижадын бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай һәм уның ижады аша үҫеп килгән йәш быуынға тел һәм ил ҡәҙерен аңлата. Сайттың был бүлеген беҙ “Рәми халыҡ хәтерендә” тип атаныҡ һәм республика халҡына бик мөһим тәҡдим мөрәжәғәт итәбеҙ: әгәр ҙә һеҙҙең ҡулда шағирҙың тормошона һәм ижадына бәйле булған ҡәҙерле иҫтәлектәр һаҡлана һәм улар әлегә донъя күрмәгән икән,(мәҫәлән, фотокарточкалар, хаттар һ.б) зинһар, беҙҙең менән бәйләнешкә инегеҙ. Тап ошо бүлек Рәми Ғарипов ижады аша халыҡ менән туранан-тура аралашыу өсөн булдырылды. Бәйләнеш өсөн телефон – 89273090830.

Сайтҡа иң тәүге бүләкте – Рәми Ғариповтың әлегә билдәле булмаған хаттарын – беҙгә филология фәндәре кандидаты, РФ-ның һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы Әнисә Муллағолова тапшырҙы. Оло ҡыуаныс һәм сикһеҙ рәхмәттәр менән һеҙҙең иғтибарға ғалимә, журналист Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолованың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

Бөтә бейеклектән бейек Рәми ағай

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижады менән 1970 йылдар аҙағында таныштым. Шунан алып әҙип шиғриәте күңелемә һеңде. Уның:

Кеше кешеләргә кәрәк булһын,

Бер ерҙә лә артыҡ булмаһын.

Эшләгәндә янып эшләһен дә

Ял иткәндә көлһөн , йырлаһын!

тигән поэтик юлдары тормош девизыма әйләнде. 1980 йылдар уртаһында миңә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыу бәхете тейҙе. Рәйес Түләк, Рәмил Дәүләтҡолов, Ғәбиҙулла Зарипов, Рәйсә Ҡунаҡбаева (Илешева), Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Фәниҙә Исхаҡова, Ғәлиә Кәлимуллина, Рәйсә Абдуллина һ.б менән бер осорҙа белем алдыҡ. Барыбыҙ ҙа Рәми ағай ижады менән ысын мәғәнәһендә "ағыуланған" инек ( Был ғүмер буйы дауам итә!). Әҙип шиғырҙарын алмаш – тилмәш ятҡа һөйләгән, хатта бәхәсләшкән саҡтар ҙа булды. Авторҙың:"Балаларым – күҙем ҡаралары, Балаларым – йөрәк яраларым" тигән шиғри юлдарынан Рәйес Түләк сағыу полемика тыуҙырып, аҙағынан философик дәрескә тиң сығыш яһағаны ла хәтерҙә. Ул, десант хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан, беҙҙән олораҡ егет, һәр нәмәгә асыҡ ҡарашлы, конкрет, төплө фекерле һабаҡташыбыҙ ине.

Ә Рәми ағай хаттары миңә нисек килеп эләкте һуң? 1987 йылда Республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыта башлағас, яҙыусы Хәкимйән ағай Зариповты осраттым. Ул ошо мәктәптә эшләгән улы Рөстәм менән килене Мәҙинәгә йыш килде. Етмәһә, уҡытыусылар өсөн төҙөлгән йортта беҙ уның балалары, ейәндәре менән күрше генә йәшәнек. Шуға Хәкимйән ағай менән табындаштар ҙа булғыланыҡ. Минең аспирант саҡтар... Яҙыусы менән әҙәбиәтсе осрашһа, һүҙ үҙенән – үҙе ялғана бит. Баҡтиһәң, Хәкимйән ағай Рәми Ғариповтың яҡын дуҫы булған... Ул төрлө хәтирәләре менән шағир шәхсиәтен – булмышын күңелемдә тергеҙеп- көсәйтеп ебәрҙе ...Ваҡыт үткән һайын Рәми ағайҙың гражданлыҡ һәм ижад ҡаһарманлығын нығыраҡ аңланым, рухи бейеклеген тәрәнерәк төшөндөм.Ул мәлдәге художество гимназияһында, Пушкин әйтмешләй:"Урыҫ рухы бында, урыҫ еҫе" ине. Шунда, туған телебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙҙе йәйелдереү эшенең башында торғанымда, Рәми Ғарипов һәм Сергей Есенин ижадындағы уртаҡлыҡтар буйынса асыҡ дәрестәр бирҙем. Ҡайһы саҡ ике әҙип ижадын ике уҡытыусы йәнәш тә алып барҙыҡ. Шуға ул алым бинар дәрес тип аталыр ине... Иң иҫтә ҡалғаны: БИРО – ға белемде камиллаштырыу курстарына килгән 63 уҡытыусыға мәктәп – интернаттың тамаша залында дәрес биреү булды. Ул ваҡыттағы мәғариф министры Сәбилә Сөләймәнова һәм БИРО – ла туған телдәр бүлеге етәксеһе Зилә Яппарова менән осрашһаҡ, был ҡыйыу аҙымды хәтерләп алабыҙ. Туған телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һөйөү уятыу өсөн ул саҡта Рәми ағай әҫәрҙәре өҫтәл китабыма әүерелде. Уны белгән шәхестәр менән осрашыуҙар, әҙәби – музыкаль саралар ифрат ярҙам итте. 10 йыл эсендә был мәктәптә Рәми Ғарипов нарыҡлаған "Әсәм теле – сәсән теле" сәскә атты. Шулай уҡ БДУ – ның Нефтекама филиалында ла башҡорт филологияһын етәкләү, ҡатмарлы төбәктә рухиәт сиҙәмен аҡтарыу – күтәреү минең иңгә төштө. Остазым Роберт Байымов: "Һеҙ – Баймаҡ ҡыҙы. Тормош тәжрибәгеҙ ҙә, хеҙмәт тәжрибәгеҙ ҙә етерлек. Филиалда башҡорт рухын, башҡорт филологияһын күтәрергә кәрәк" – тип ебәргәйне. Кафедра  мөдире булараҡ ниндәй генә кәртәләргә юлыҡманым. "На всякого заведующего есть свой завидующий" – тиҙәр бит, баҙап ҡалманым, үҙ Башҡортостанымда йәшәйем. Мин бер тапҡыр ҙа күрмәгән, әммә атылған йондоҙ кеүек сағыу ижадлы Рәми ағай юлымда маяҡ булды! Уның яҙмышына ла төньяҡ – көнсығыш төбәк халҡыма яңы һулыш өрәйем. тип Өфөнө ҡалдырыу, баш ҡалаға яңынан ҡайтыу яҙғанын, әммә бында ҡолас йәйеп ҡаршы алмағандарҙы ла иҫтә тоттом... 12 йылға яҡын аҫыл дәүер, йәғни философтар күҙлегенән ҡарағанда – ғүмеремдең бер циклы ғәйнә ырыуы халҡы араһында үтте. Матур һәм файҙалы үтте, ҡуйылған маҡсат бойомға ашты! Тик оптимизация елдәре беҙҙе лә урап үтмәне. Нефтекамала гуманитар факультетыбыҙ ябылды... Күпме зиһен көсө һалынғайны, кафедраға ғилми кадрҙар әҙерләнгәйне, фәнни – методик база булдырғайныҡ..

Асырғаныс, өнһөҙ иңрәү ҡатыш юғалтыу булды был... Баш зыңҡыны, йөрәк шартлап ярылырҙай булды... Әммә түҙҙем, һәр ваҡыт үҙемдән көслөрәк булырға тырыштым. Хоҙай бер ҡапҡаны япһа, икенсеһен аса, тиҙәр бит. Яңы юлдар ярҙым, сөнки Белинский әйткәнсә: “Әҙәбиәт – ул тормош дәреслеге. Шул шәп дәреслек миңә өмөт, хыял, хеҙмәт тәме һ.б төшөнсәләрҙе аңлатты, алғыш – ҡарғыш – балҡыштарҙы нисек үткәрергә, хаҡ менән нахаҡты нисек айырырға өйрәтте. Көтөлмәгәнлектәр шаңҡытһа ла, ҡурҡытманы. Сирек быуатлыҡ ғилми – педагогик эш сыныҡтырғайны. Рәми ағай ҙа хикмәтле көстө төрлө китаптарҙан тапҡан бит! Эҙләндем. Йәш быуынды ла, үҙемдең улым менән ҡыҙымды ла, Рәми ағай китаптарынан рухи ныҡлыҡҡа, теләһә ниндәй ҡатмарлы ситуацияла ла ебемәҫкә, юғалып ҡалмаҫҡа, Хоҙайға һыйынырға өйрәттем.

Бала сағымда, совет заманы булһа ла, ауылыбыҙҙа диндарҙар күп ине. Шуларҙың береһе, Динислам олатай Мөхәмәтҡолов: "Ҡөрьәндә тыуғандан алып ләхет таҡтаһына ятҡанға тиклем ғилем өйрән тиелә, ҡыҙым!" – тип ҡабатлағаны ла хәтерҙә. Күңел бушлығын китап менән тултырыуҙан да һәйбәте бар микән?!! (Ана бит махсус операцияла ҡатнашҡан ир – егеттәребеҙ ҙә гуманитар ярҙам эсендә "Ағиҙел" журналы һандарын, төрлө китаптар алып нисек ҡыуанды!..)

Шулай аҡ өмөттәр менән 2013 йылда, ҡат – ҡат конкурс үтеп Өфөгә, БР- ҙың Мәғариф министрлығына әйҙәүсе белгес булып килдем. Рәми ағай әйткәнсә, янып эшләнем “Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр конкурсының 15 йыллығын үткәреү тура килде миңә. Шуға арнап китап та сығарҙым. Гран – при бүләге өсөн Нефтекамалағы эшҡыуар Аладдин Самедовты йәлеп иттем. Еңеүсе ир – бала шул йыл тәү тапҡыр “тимер толпарға" – велосипедҡа ултырып ҡыуанды.

Ул мәлдәге министрыбыҙ Әлфис Ғаязов был ҙур сараның юғары кимәлдә үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бер аҙҙан "Юлдаш"каналының ул саҡтағы баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаева саҡырыуы буйынса радиожурналист эшенә тотондом. Тапшырыуҙарымды ишеткән Мәҙинә Зарипова үҙенә саҡырып Рәми ағайҙың хаттарын миңә тапшырмаһынмы!?!Ҡайһылары ҡәләм менән, бәғзеһе, ҡараға манып перо менән яҙылған. Улар Хәкимйән Зариповҡа төбәлгән. 1950 йылдар башында Ҡазан студентына Мәскәүҙән Рәми дуҫы яҙған. Төҫ ташлаған, хатта күпмелер юйылған юлдар... Әммә 20 йәшлек егеттең фекер тәрәнлеге ярылып ята... 70 йылдан һуң хаттар йәмәғәтселеккә етте. “Ағиҙел" журналында урын алған яҙмаларҙы шунда уҡ фольклорсы ғалим – ғөләмәләр үҙ итте. Быға фәнни конференциялағы сығыштар миҫал. Айырыуса, йәштәр өсөн фәһемле тәрбиә сығанағы булырына иманым камил. Илде, телде, халыҡ ижадын яратыу өлгөһө улар! Һәм "Бөтә түбәнлектән бейек, бөтә бейеклектән бөйөк" мөхәббәткә ҡарата илаһи мөнәсәбәт сағыла уларҙа! Юрист – прозаик булып танылған Хәкимйән ағай ҙа, уның улы Рөстәм дә,  был хаттарҙың ҡәҙерен ныҡ белгән, һаҡлаған. Улар донъянан киткәс, килен кеше Мәҙинә Зарипова , үрҙә әйткәнсә, был ҡомартҡыларҙы миңә тапшырҙы. "Ҡулланыу сараһын күрегеҙ," – тине. Мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары журналда баҫылған хат юлдарын тәрбиә эшендә урынлы файҙаланырҙар, тигән өмөттәмен. Һәм Рәми Ғарипов образын кино сәнғәтендә һынландырыуҙа тәүге бураҙнаны уңышлы ярған  сценарист, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатоваға рәхмәтлемен. Уның менән һөйләшеп, был аманатты Азамат Рәми улы Ғариповҡа тапшырабыҙ. Ҡасандыр "Балаларым – күҙем ҡаралары" тип өҙгөләнгән Атайҙың ҡул һәм күңел йылыһы булып барып етһен улар.

ӨФӨ, 2023, 28 МАРТ.

  • 2023RamiZaripov-hattar - 0052.jpg
  • 2023RamiZaripov-hattar - 0053.jpg
  • 2023RamiZaripov-hattar - 0052.jpg
  • 2023RamiZaripov-hattar - 0050.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0001.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0002.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0003.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0004.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0005.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0006.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0007.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0008.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0009.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0010.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0011.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0012.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0013.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0014.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0015.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0016.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0017.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0018.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0019.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0020.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0021.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0022.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0023.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0024.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0025.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0026.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0027.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0028.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0029.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0030.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0031.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0032.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0033.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0034.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0035.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0036.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0037.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0038.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0039.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0040.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0041.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0042.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0043.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0044.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0045.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0046.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0047.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0048.jpg
  •  Гарипов - Хаттар - Зарипов Хаким - 0049.jpg