Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,
Көнөм – эштә, әштә – төндәрем.
Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,
Таштан ҡаты, ятһам мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям инде: ул көн килеп етер,
Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:
Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң, һин эшлә емереп!
Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,
Дошманыңдың йәне туңғанын.
Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһын,
Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.