Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Заман шарттарына Рәми ҡулайлаша белмәне. Тормошта ул практик түгел, романтик ине. Уны совет власына ҡаршы тип ғәйепләргә маташһалар ҙа, ошо ҡоролоштоң юғары идеалдарын шағир үҙенең һәр күҙәнәгенә тиклем һеңдергәйне. Байтаҡтар байлыҡ артынан ҡыуғанда, ул идеялар менән йәшәне. Утыҙынсы йылдарҙың яланғас энтузиазм рухы уға сәңгелдәктән үк ҡағылғайны. Рухи байлыҡты барыһынан өҫтөн күреүсегә йәшәүе, әлбиттә, еңел булманы. «Юҡ, инәкәй, мин байлыҡҡа ҡарап, ҡорманым шул үтер юлымды» тигән Рәми мөхәббәттә лә шул ҡарашын яҡлай.

Ошоға бәйле Мостай Кәримдең Рәми Ғарипов хаҡында әйткәне хәтергә килә: «Көнкүреш мәшәҡәттәренән ул азат уҡ булмаһа ла, шуларҙан өҫтөнөрәк торҙо, шикелле... Донъя көтөү йәһәтенән ул егәрлеләрҙән түгел ине... Әммә ул эшлекһеҙ түгел, ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп, зауыҡланып, ярһып башҡарыр кеше ине. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны – әҙәбиәт, башҡарған мөҡәддәс хеҙмәте шиғыр булды. Дәрүишерәк тәбиғәтле ине ул Рәми. Татарҙың бөйөк Туфаны, йәғни Рәми Ғариповты энекәшем тип яратып, юғары баһалаған Хәсән Туфан, балҡарҙарҙың бөйөк улы Ҡайсын Кулиев ана шундай ойотҡонан, шундай тоҡомдан ине. Улар өсөн донъя – фани, шиғриәт – мәңгелек».

Бындай шәхестең яҙмышы, ғәҙәти самаларға һыймаған булмышы хаҡында һүҙ алып барыу ҡайһы саҡта уны идеаллаштырыу һымаҡ күренергә лә мөмкин. Ләкин Рәми Ғариповтың тормошон бәйән иткәндә бер генә ваҡиғаны ла уйлап сығарманым, бары тик уның шиғырҙары, көндәлектәре, хаттары, яҡындарының һәм замандаштарының хәтирәләре нигеҙендә бәйән иттем.

Тормош ҡайһы саҡта шундай шәхестәр тыуҙыра, уларҙың рухи сифаттары, изге маҡсаттары, йәшәү рәүештәре үҙҙәрен аяуһыҙ ысынбарлыҡтың көнкүреш ығы-зығыларынан нисектер юғарыраҡ итә һымаҡ.

Рәми Ғариповты Хоҙай нәҡ шундай заттарҙың береһе итеп яратҡайны. Ләкин ул һис бер гонаһһыҙ йән, идеаль герой түгел ине, әлбиттә. Ундай хәлдәр тормошта, ғөмүмән, бармы икән? Рәми ҙә хаҡһыҙ һүҙҙәр әйткәне, хата эштәр эшләгәне өсөн үкенгәндер. Соҡсона башлаһаң, ғәйептәр табыла ул. Ләкин кешеләрҙең етешһеҙлектәренә ҡарағанда уларҙың матур яҡтары мине нығыраҡ тарта. Әҙәм балаһы яҡтылыҡҡа ынтылыусан бит.

Дәрүишерәк тәбиғәтле шәхестәргә был аяуһыҙ тормошта йәшәүе айырыуса ҡатмарлы. Ғәҙелһеҙлектәр юлын ҡамаһа ла, Рәми ижад ритмын юғалтманы. Ләкин бындай шарттарҙа йөрәк ритмын һаҡлауы ҡыйын. Шағир бер генә китабын да үҙе төҙөгәнсә, боҙолмаған, таралмаған, таланмаған хәлендә күрә алманы.

Әлбиттә, шағирҙар, ғөмүмән, ижадсылар яҙмыш тарафынан яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән шәхестәр. Ғүмерҙәренең күпме көнөн һәм төнөн улар уйҙары менән генә ҡалып яңғыҙлыҡта үткәрә. Быныһы – булмыштарының айырылғыһыҙ бер сифаты. Ләкин Рәми Ғарипов йылмайып ҡул һуҙырға, ихлас күрешергә, ашыҡмайынса аралашырға яратты. Ул бала йәнле, туған йәнле, дуҫ йәнле шәхес ине. Ғүмере буйы фекерҙәштәр эҙләгән, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, яҡшы ниәттәр берҙәмлеге тураһында хыялланған шағирҙы уҡыусыларынан айырыуҙан да ҡатыраҡ язаның булыуы мөмкинме? Уның йәшәйеше халҡы менән бәйләнештә генә дауам итә ала бит.

Рәми Ғариповтың иң яратҡан миҙгеле – яҙ, иң яратҡан сәскәһе – умырзая, иң яратҡан тәбиғәт күренеше – ағым һыу, иң яратҡан ҡошо һабантурғай ине. Былар барыһы ла яңырыу билдәләре, донъяның өр-яңынан йәшәреү миҙгеленең шиғри тамғалары. Шағир был яҡты донъяларҙан киткәс, әйтерһең дә, яңынан тыуҙы. Үлеменән һуң үлемһеҙлеге башланды. Шағирға арнап күпме кисәләр үткәрелде, әҫәрҙәре мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, төрлө сәхнәләрҙә яңғыраны. «Туған тел» кластарҙа хөрмәтле урын алды, ул шиғыр сабыйҙы шиғриәт донъяһына индереүсе тылсымлы асҡысҡа әйләнде.

Тура һүҙе, аҫау холҡо, тоғролоғо һәм ғорурлығы өсөн нахаҡҡа байтаҡ рәнйетелһә лә, Рәми Ғарипов кешеләрҙең рәхмәтен дә күп ишетте, ватандаштарының уға булған ихтирамын тойҙо. Ошоларҙа ныҡлы таяныс тапты. Ләкин Рәми Ғариповҡа лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәттәрҙең күбеһе ул үлгәндән һуң килде. Эйе, шағирҙың ижады үҙенә ҡарағанда бәхетлерәк булды. Ошо һүҙҙәрҙе яҙҙым да һағайып ҡалдым. Былайтып әйтеү шағирҙың ижадын уның үҙенән нисектер айырыу түгелме? Рәми Ғариповтың үлеменән һуң уның икенсе ғүмере -үлемһеҙлеге башланды. Шағир йәшәйешенең тәүге өлөшө ҡырҡ биш менән сикләнһә, артабанғы булмышы милләтенең йәшәйеше менән билдәләнә. Хәҙер халыҡ шағиры туған халҡы менән айырылғыһыҙ бер бөтөн. Донъяла башҡорт халҡы бар икән, Рәми Ғарипов та буласаҡ, шағир уның күңелендә, аңында, рухында йәшәйәсәк. Икенсе яҡтан Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәр милләттең көс-ҡеүәтен арттыра, зиһененә нур өҫтәй, ҡарашын киңәйтә. Уның кеүек азаматтар илдең ҡанаттарын үҫтерә, донъяларҙы яҡтыраҡ итә.

Рәми Ғарипов башҡорт шиғриәтенең үҫешенә бик ҙур өлөш индерҙе. Айырыуса лирикабыҙҙың фәлсәфәүи уйланыуҙар менән байыуында, эстетик камиллыҡҡа ирешеүендә уның әҫәрҙәре яңы этапты тыуҙырҙы. Бабичтарҙан килгән ысын ил тойғоһо Рәми шиғырҙарында артабан үҫтерелде. Туған телдең яҙмышы үтә хәүефле йылдарҙа башҡорт ерлегендә бер яңғыҙы тиерлек уны яҡлап ҡыйыу күтәрелде, һүҙҙе ҡәҙерләргә саҡырып оран һалды. Үҙенең ижадында ул туған телдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ потенциалын иң сағыу балҡыта алған һүҙ оҫталарының береһе булды.

Башҡорт шиғриәтенә Рәми Ғарипов нимә өҫтәне тигән һорауға, йыйып ҡына әйткәндә, Рәмиҙе өҫтәне, үҙе оло бер донъя, азамат шәхес булған Рәмиҙе өҫтәне, тип әйтке килә. Әҙәбиәткә ул үҙе булып килде, үҙен бирҙе, үҙен фиҙа итте. Фиҙаҡәрлек – уның холоҡ ҡылығындағы төп сифат. Шағирҙың ижадын, тормошон уның тантаналары менән фажиғәләре, осоштары менән ҡыйралыштары берлегендә генә аңларға мөмкин. Шағир һәм шәхес булараҡ Рәми Ғарипов бүлгеләнмәне, ҡыйратырға тырышҡандарында ла тарҡалманы, ваҡланманы. Маҡсаттары, яҙған һүҙе һымаҡ, үҙе лә көслө, тоғро булып ҡалды.

Рәми Ғарипов – аҡыл эйәһе, Рәми Ғарипов – философ – халҡыбыҙҙа фәлсәфәүи фекер үҫешен өйрәнеүсе ғалимдар өсөн шағирҙың уйланыуҙары һәм күҙәтеүҙәре ғәйәт бай материал бирә. 50-70-се йылдарҙа Башҡортостандағы ижтимағи ҡаршылыҡтар мөхитендә ир-азамат шәхестәрҙең үҙҙәренең гражданлыҡ принциптарын, халыҡсан ҡараштарын нисек яҡларға тырышыуҙары, рухи мираҫ, тел яҙмышы өсөн көрәшеүҙәре – республика тарихындағы был мөһим күренештәрҙе лә Рәми Ғариповтың күп яҡлы ижады эшмәкәрлегенән тыш объектив кәүҙәләндереү мөмкин булмаясаҡ.

Шағирҙың ысын яҙмышы, ғүмеренең оҙонлоғо әҫәрҙәренең яҙмышы, ижадының күпме замандарҙа йәшәй алыуы менән билдәләнә. Ижадсы тере сағында ниндәй рәхәттәр күргән, ниндәй ҡайғылар кисергән, ниндәй вазифалар башҡарған, ниндәй дәрәжәләргә ирешкән, зиннәтле йорттарҙа йәшәгәнме әллә башын терәр урын таба алмайынса урамда ҡаңғырғанмы, алтын табаҡтарҙан ашағанмы йәки бер ҡабым ризыҡҡа зарығып, асҡа ҡаҡланғанмы, мөхәббәт ҡосағында наҙланғанмы йәки ғүмерендә аҙ ғына ла наҙ-иркә күрмәйенсә донъя ҡуйғанмы -былар барыһы ла уның үҙе менән китә. Киләсәк быуын өсөн әҫәрҙәргә күскән ҡыуаныстар һәм һыҙланыуҙар, һөйөүҙәр һәм нәфрәтләнеүҙәр, осоштар һәм ҡыйралыштар ғына ҡала. Ләкин ижадсының тормошо хаҡындағы дөрөҫлөктө тулыраҡ белгән һайын, киләсәк быуын уны нығыраҡ аңлай. Рәми Ғариповтың иҫтәлеге алдында бына ошолар хаҡында ла уйландырҙы.

Тормош юлының күп яҡтарын шағир үҙе яҙып ҡалдырған, тәржемәи хәле – уның шиғырҙарында. Рәми Ғарипов һымаҡ лириктың күңеле ижадында бигерәк тә тулы асыла. Быларҙан тыш, уның көндәлектәре бик һирәктәрҙә була торған бай мираҫ. Ошо сығанаҡтарға замандаштарҙың иҫтәлектәре өҫтәлә. Быларҙың барыһын да бер-береһе менән эҙмә-эҙлекле бәйләгәндә генә шағир яҙмышы тигән ҡатмарлы донъяны тулыраҡ аңлай барасаҡбыҙ.

Илдең ғорурлығы, милләттең йөҙөк ҡашы булған Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәрҙе тыуҙырыу, тәрбиәләп үҫтереү һәр ауыл, һәр ҡала, һәр халыҡ өсөн бәхет, мәртәбә. Ләкин уларҙың булыуы менән ғорурланыу ғына етмәй, бөйөктәрҙең хеҙмәттәрен баһалай, ҡәҙерләй белергә, иҫтәлектәрен тыуыр быуындарға тулы килеш еткереү хәстәрен нәҡ үҙ ваҡытында күрергә кәрәк. Ниһайәт, беҙ ҙә рухи мираҫыбыҙҙың ҡиммәтен аңларға, олуғ шәхестәребеҙгә тейешле хөрмәт күрһәтергә өйрәнеп килгәндәй булабыҙ. Бик мөһим, бик ҡыуаныслы һынылыш. Ләкин тынысланырға һис кенә лә сәбәп юҡ. Байтаҡ әҙиптәребеҙҙең мираҫы ентекле иғтибарға мохтаж. Рәми Ғариповтың ижадын да әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе.

Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры

2017