Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла,
Булһын һүҙең айныҡ та.
Һүҙ – әҙәмгә йыуаныс та,
Ҡыуаныс та, байлыҡ та.

Булһын һүҙең ғазаплы ла
Халҡың тарихы һымаҡ.
Булһын һүҙең башын эймәҫ
Батыр (ы)рухы һымаҡ.

Һирәк булһын – зирәк булһын,
Сәбен яҙа уҙмаһын,
Уйын-көлкө – барыһы булһын,
Тик ғәмһеҙлек булмаһын.