ТӨШТӘР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә...

Тик әсәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
— Ҡайтҡан, имеш, – тиеп һөйләй-һөйләй,
Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы.

Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы – бер үк төш:
— Хәс элекке төҫө... Кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш...

Тере микән әллә, йөрөй микән
Сит илдәрҙә генә тилмереп?
Әллә инде уйлап ҡуя микән:
«Булһа ине, тиеп, бер күреп?..»

Изге төштәр!.. Һис бер юрау, яуап
Табалмайһың һин был төштәргә.
Тик, теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә...

Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл! –
Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән...
Инде беҙ кермәһәк ине шулай
Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә!