Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә
Яҙ яҙа шиғырҙарын;
Ел ҡәләме елеп йөрөй,
Һирпеп ҡояш нурҙарын.
Яҙ шиғырын, илһамланып,
Уҡый ҡоштар, йылғалар.
Хатта, иреп, тау-таштар ҙа
Күҙ йәше ағыҙалар!..
Яҙ – йырсы ул, яҙ – рәссам ул,
Төрлө моң, өн, буяу ул.
Яҙ йоҡламай, ижад итә,
Һин дә, шағир, уяу бул!