МАТУРЛЫҠ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Үтер йылдар,
Үтер күп быуаттар
Һәм асылыр яңы донъялар.
Беҙҙең тормош,
Беҙҙең әкиәттәр
Тарих биттәренә оялар.
Был тарихты уҡып, киләсәктә
Рәхәтләнеп, бәлки, көлөрҙәр?..
Ә кем белә,
Бәлки, беҙгә кире
Ҡайтыр өсөн һағынып йөрөрҙәр?
Һағынмаһалар ҙа,
Һоҡланырҙар:
— Ниндәй көс, – тип, – ниндәй батырлыҡ!
Шул батырлыҡ –
Беҙҙең матурлыҡ та,
Ә бит ҡабатланмай матурлыҡ!