Ялыҡтырҙы, буғай, һине минең
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ялыҡтырҙы, буғай, һине минең
Был тынғыһыҙ күсмә тормошом.
Киттең!.. Бәлки, яҡшыраҡтыр шулай,
Ни күрһә лә күрер бер башым.
Мин донъяны әгәр һинең менән,
Һинең менән генә сикләһәм,
Бөтә хыял, бөтә уйҙарымды
Һинең менән генә бикләһәм,
Нимәгә мин? Нимәгә был тормош?
Юҡ, артыңдан бормам юлымды!
Әгәр миңә юлдаш булалмаһаң,
Һуҙ алмаһаң тоғро ҡулыңды,
Ғәҙәт кенә булһа мөхәббәтең,
Онотһаң һин беҙҙең юл башын,
Ғәмһеҙ булһаң маҡсатыма минең, –
Яңғыҙлыҡ та миңә юлдашым!