ҺАҒЫШ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин диңгеҙҙең оло зәңгәр шауын,
Сал тауҙарҙың ап-аҡ тынлығын
Яратһам да, ниҙер етмәй миңә,
Йәнем тоя ниҙер юҡлығын...

Аҙашҡан бер бойоҡ ҡолон һымаҡ,
Баҫып торам диңгеҙ ярында.
Тауға бағам: ниндәйҙер бер бушлыҡ
Был мәңгелек тауҙар ҡарында.

Кипаристар елдән һығылғанда,
Ҡыштырҙашҡан саҡта банандар,
Күҙ алдымда аҡ ҡайындар шаулай,
Тәлгәштәрен һуҙа баландар...

Етмәй миңә бында умырзая,
Мәтрүш сәскәһенең хуш еҫе,
Алҡаланған арыш баҫыуҙары,
Ысын йәйе, ысын ҡыш төҫө.

Мин уларҙың моңон, һүҙен беләм,
Үҙ телемдә улар һөйләшә.
Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр,
Тик, тыуған ер, йәшә, мең йәшә!..