Муйылдар, муйылдар, муйылдар
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Муйылдар, муйылдар, муйылдар,
Муйыл йылы булып, ул йылдар
Йөрәгемә минең уйылған –
Күмгәйнем мин һине муйылға...
Әле һаман аға ул йылға,
Тик муйылдар инде ҡойолған.
Йәшлек үтмәҫ булып тойолған...
Нисә йылдар үтте ул йылға.
Күңелем юҡ һинән туйынған,
Тик ашманы уйым бойомға...