БАШҠОРТОСТАН

Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.
(Сит илдән ҡайтышлай)

Башҡортостан сиген үтеү менән,
Тыуып-үҫкән ергә етеү менән.
Нур тулғандай була күңелгә.
Йыр тыуғандай була күңелдә.

Йәшел бәрхәт төҫлө еркәйгенәм.
Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәйгенәм
Иркәләй бит талған күҙемде,
Иркәләй бит арыған йөҙөмдө.

Югереп сығыу менән ҡайындарым,
Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым.
Күреү менән күген Уралдың,
Күҙҙәремә йәштәр үралды...

Уйнаҡлашып саба, ана, тайҙар...
Уйға килә яугир олатайҙар —
Илен улар тиккә һөймәгән.
Илем тиеп, тиккә көймәгән!

Башҡортостан — беҙҙең Бөркөтостан,
Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!..
Башҡортостан — йөрәк ҡағышым,
Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!

һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен,
һинһеҙ зиһенем ҡалай йәшнәһен!
Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,
Башҡа ергә башым эйелмәҫ...

Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың,
Ары торһон йәннәт-ожмахтарың.
Башҡортостан — тыуған төйәгем,
Һиндә ятһын ятһа һөйәгем!..