Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.

ШАҒИР АМАНАТЫ

Кистәрен офоҡтар тағы ла нығыраҡ зәңгәрләнеп, яҙҙың тәүге һулышы күңелдәрҙе елкендергән миҙгелдә, ярмаланған ҡарҙарҙы аҡтарып, ул сәскәләр эҙләргә ярата торғайны. Кескәй генә аҡһыл сәскәләрҙе ҡулында тотоп, хазина тапҡандай, ҡыуаныр ине. Ғүмере буйы шағир шулай килер яҙҙарына ашҡынды, кешеләргә, ҡарҙарҙы аҡтарып, тиҙерәк сәскә бүләк итергә ашыҡты, кешеләрҙең күңеленән сәскәләр эҙләне. Бәлки, уның иң ҙур хазинаһы ла ҡарҙы тишеп сыҡҡан сәскә менән кешеләр күңеленән бөркөлгән яҡтылыҡ булғандыр.

Рәми Ғариповты күреп белгәндәрҙең күбеһендә, бөтәһенән элек, шағирҙең сабыр йылмайыуы хәтерҙә ҡалған. Үҙҙәре йылмайғанда ла күҙҙәре йылмаймаған кешеләр була. Рәми Ғарипов кешегә бөтә күңеле менән, эске нур менән йылмайып ҡул һуҙыр ине.

Әлбиттә, шағир һәр саҡ йылмайып ҡына йәшәй алмай. Рәми Ғарипов донъяға һоҡланып ҡына ҡалманы, уны һаҡлау өсөн кешене уяулыҡҡа саҡырып оран һалды, шиғырҙарында тынғыһыҙ заман тураһында борсолоп, һыҙланып уйланды. «Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте», тип яҙҙы шағир.

Шағир күңеле туҡтауһыҙ ҡояшҡа ынтылды, уны донъяға нығыраҡ балҡытырға, кешеләргә яҡыныраҡ итергә хыялланды. Шағир беҙҙең дөрөҫлөктө кешелеккә нур биреүсе, юл яҡтыртыусы ҡояшҡа тиңләне.

Илленсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән үҙ быуыны араһында Рәми Ғарипов ғәжәп иртә асылды, үҙ тауышын тиҙ тапты, бик йәшләй ижади өлгөрҙө. Шиғри тәбиғәтенең бар булмышы менән ул нескә тойғоло, философик мәғәнәле лирик шағир ине. Ижадында үткер публицистик әҫәрҙәр байтаҡ булһа ла, уның шиғырҙары ғәҙәттә ҡысҡырып тормайҙар, шау-шыуһыҙ ғына күңелгә үтеп инәләр. Шағир артыҡ сағыу буяуҙар, шаҡ ҡатырырлыҡ образдар менән дә мауығып барманы. Ләкин уның әҫәрҙәрендә хәҙерге башҡорт шиғриәтендә һис кем менән буталмаҫлыҡ үҙ стиле, үҙ һорауҙары, үҙ поэтик донъяһы бар. Рәми Ғарипов лирикаһының иң үҙенсәлекле яғы — шиғырҙарының ябайлығында һәм шағирҙең донъялағы иң ябай нәмәләрҙең, иң ғәҙәти хәлдәрҙең дә матурлығын күрә, шиғрилеген таба белеүендә.

Рәми Ғарипов тал менән тал, кескәй ҡошсоҡ менән ҡошсоҡ булды, бәхетленең бәхетенән кинәнде, ҡайғылының ҡайғыһына көйөндө. Ул уҡыусыға үләндең, япраҡты шыптыр-шыптыр күтәреп, яҡтыға атылып сыҡҡанын ишеттерә белде. Бындай күңел һиҙгерлеге — һирәк шағирҙәргә тейә торған һәләт. Рәми донъялағы һәр ябай ғына әйберҙә лә кеше ғүмеренең аҫыллығын асыусы, тормоштоң бөйөклөгөн раҫлаусы тәрән мәғәнә күрҙе.

Илаһи йәйге кистәрҙең береһендә «Ә мин һаман ултырырмын кеүек тартай моңонан да иҫереп», тигән шағир тормоштағы һәм тәбиғәттәге һәр хәрәкәттән, һәр биҙәктән үҙенсә шулай йәм һәм мәғәнә таба белде, кеше күҙендәге һәм сәскә ҡарашындағы ихласлыҡҡа, матурлыҡҡа табынып йәшәне.

Лирикалағы ябайлыҡтың артыҡ бер ҡатлылыҡ йәки бер төрлөлөк менән һис тә уртаҡлығы юҡ. Рәми Ғарипов шиғырҙарының ябайлығы уларҙың халыҡсан булыуынан килә. Тыуған ил тураһында, халыҡтың уҙған һәм бөгөнгө данлыҡлы яҙмышы тураһында уйланыу Рәми Ғарипов шиғриәтенең үҙәгендә тора. Ләкин былар тураһында шағир ниндәйҙер абстракт фекер йөрөтмәй, замандың, тормоштоң үҙенән килә, хеҙмәт кешеһенең уй-тойғолары менән йәшәй. Шуға ла уның шиғырҙарындағы уй-кисерештәр уҡытыусыға ла, көтөүсегә лә берҙәй яҡын. Халыҡсан фекерләүҙән, халыҡтың тормош философияһына тамырланыуҙан тыш быға ирешеү мөмкин түгел, әлбиттә.

Башҡорт поэзияһындағы, йырҙарҙағы, ҡобайырҙарҙағы бай традицияларҙы үҙ ижадында уңышлы дауам итеү менән бергә Рәми Ғарипов донъя лирикаһының һәм бөйөк рус шиғриәтенең аҫыл үрнәктәрен ентекле өйрәнеп шиғриәткә килде. Өйрәнеү генә түгел, был хазинанан бик күп әҫәрҙәрҙе тәрән белемле һәм киң ҡарашлы шағир башҡорт уҡыусыһына үҙ туған телендә ишеттерҙе һәм хәҙерге башҡорт шиғриәтендә иң күренекле тәржемәсе булып танылды. Бындай һәйбәт бәйләнеш уның үҙенең ижади үҫешенә лә көслө йоғонто яһаны.

Рәми Ғарипов беҙҙең аранан артыҡ иртә китте. Ләкин ул башҡорт поэзияһына юйылмаҫ биҙәк, онотолмаҫ моң өҫтәп китте.

Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә,

Иртәгәгә баҫһын береһе, —

шағирҙең бер шиғырындағы ошо һүҙҙәрҙе уҡығас, онотоуы мөмкин түгел.

Рәми Ғарипов шиғриәте лә бөгөнгөнән киләсәккә ҡыйыу үтәсәк, шағирҙең һәр саҡ яҡтылыҡҡа, ғәҙеллеккә, дуҫлыҡҡа, матурлыҡҡа саҡырыусы аманатын уның әҫәрҙәре тыуыр йылдарға еткерәсәк.

Рәми Ғариповтың был китабы ул вафат булғас әҙерләнде. Шағирҙең архивенән әлегә тиклем баҫылмаған шиғырҙарын бергә туплауҙа Сафуан Әлибаев, Динис Бүләков, Тимер Йосопов яҡындан ҡатнашты.